Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Файҙалы кәңәштәр. Өйрәнеү өсөн тәҡдимдәр

Файҙалы кәңәштәр. Өйрәнеү өсөн тәҡдимдәр

Сайтыбыҙҙағы «Яңы мәғлүмәт» тигән битте һәм JW Library® ҡушымтаһындағы «Яңы» тигән бүлекте нисек яҡшыраҡ ҡулланырға?

Унда күптән түгел генә сыҡҡан материалдар күрһәтелә. Һуңғы мәғлүмәтте табыр өсөн был битте һәм бүлекте нисек ҡулланып була?

JW LIBRARY

  • Айырым мәҡәләләр сыҡҡанда, улар ингән мәҡәләләр йыйынтығы ла яңыртыла. Шуға күрә мәҡәләләр йыйынтығы «Яңы» тигән бүлектә күренһә, һеҙ уның һуңғы версияһын үҙегеҙгә күсереп ала алаһығыҙ. Мәҡәләләр йыйынтығында яңы мәҡәләне табыр өсөн исемлекте дата буйынса айырырға кәрәк.

  • Ҙурыраҡ баҫмаларҙы, мәҫәлән, журналдарҙы һеҙ, моғайын, шунда уҡ уҡып сыға алмаҫһығыҙ. Уҡыған баҫманы юғалтмаҫ өсөн уны «Һайланмаға» («Избранное») ҡуйып була.

JW.ORG

Ҡайһы бер мәғлүмәт, шул иҫәптән яңылыҡтар һәм белдереүҙәр jw.org сайтында ғына сыға. Улар JW Library ҡушымтаһында юҡ. Һуңғы мәҡәләләрҙе төшөрөп ҡалдырмаҫ өсөн сайттағы «Яңы мәғлүмәт» тигән битте даими тикшереп тороғоҙ.