Уҡыусыларҙың һорауҙары
Ни өсөн Ғайса: «Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйламағыҙ», — тип әйткән?
Ғайса Мәсих кешеләрҙе татыу булырға өйрәткән. Шулай ҙа бер тапҡыр ул илселәренә бындай һүҙҙәр әйткән: «Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килде тип уйламағыҙ. Мин тыныслыҡ килтерергә тип түгел, ә ҡылыс алып килдем. Улы менән атаһын, ҡыҙы менән әсәһен, килене менән ҡәйнәһен бер-береһенә ҡаршы ҡуйырға тип килдем» (Матф. 10:34, 35). Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан?
Ғайса туғандарҙың үҙ-ара талашып йәшәүҙәрен теләмәгән. Әммә уның өйрәтеүҙәре ҡайһы бер ғаиләләрҙә ҡаршылыҡтар тыуҙырасағын ул аңлаған. Тимәк, Мәсихтең шәкерте булырға һәм һыуға сумдырылырға теләгән кеше был ҡарарҙың нимәгә килтергәнен аңларға тейеш. Ҡайһы саҡта ғаиләлә мәсихсенең иптәше йә туғандары уға Изге Яҙманың өйрәтеүҙәре буйынса йәшәргә ҡамасаулай. Был уның тоғролоғон һынарға мөмкин.
Изге Яҙма мәсихселәрҙе: «Барыһы менән дә... татыу йәшәгеҙ», — тип өндәй (Рим. 12:18). Ни өсөн һуң ҡайһы бер ғаиләләрҙә Ғайсаның өйрәтеүҙәре «ҡылыс» һымаҡ булып китә? Мәҫәлән, әгәр ғаиләлә бер кеше Ғайсаның өйрәтеүҙәрен ҡабул итһә, ә башҡалары уға ҡаршы булһа. Шул саҡта, улар Изге Яҙманы өйрәнгән кешегә «дошман» булып китә, тип әйтеп була (Матф. 10:36).
Ҡайһы бер мәсихселәрҙең ғаиләләрендә бөтәһе лә Йәһүәгә хеҙмәт итмәй. Шуға күрә ҡайһы саҡта шул мәсихселәрҙең Йәһүәгә һәм Ғайсаға ҡарата яратыуы һынала. Мәҫәлән, туғандары мәсихсене улар менән бергә берәй дини байрамдарҙа ҡатнашыуын талап итергә мөмкин. Шул саҡта ул кемде һөйөндөрөргә теләгәнен хәл итергә тейеш. Ғайса былай тигән: «Атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел» (Матф. 10:37). Әлбиттә, Ғайса, уның шәкерттәре туғандарын әҙерәк яратырға тейеш, тип әйтергә теләмәгән. Ул бөтә нәмәнең үҙ урынында булырға тейешлеген аңлатҡан. Әгәр туғандарыбыҙ беҙгә Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасаулаһа ла, беҙ уларҙы барыбер яратабыҙ, әммә Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙ мөһимерәк.
Һис шикһеҙ, туғандарыбыҙҙың ҡаршы булыуы беҙгә ауыртыу килтерә. Шулай ҙа Ғайсаның шәкерттәре уның: «Үҙенең арҡысағын [«яфаланыу бағанаһын», ЯДТ] күтәреп, Миңә эйәреп бармаған кеше Миңә лайыҡ түгел», — тигән һүҙҙәрен иҫтә тота (Матф. 10:38). Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, туғандарының ҡаршы килеүе — мәсихселәр осрашҡан һынауҙарҙың береһе. Әммә мәсихселәр үҙенең яҡшы тәртибе менән туғандарына үҙгәрергә һәм хәҡиҡәтте ҡабул итергә ярҙам итә алыуына өмөтләнә (1 Пет. 3:1, 2).