Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

14-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Төньяҡтан килгән халыҡтың һөжүме

Төньяҡтан килгән халыҡтың һөжүме

«Минең еремә... бер халыҡ бәреп керҙе» (ЙӘИЛ 1:6).

95-СЕ ЙЫР Хәҡиҡәт яҡтыһы яҡтыра бара

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Расселл ҡәрҙәш һәм уның фекерҙәштәре Изге Яҙманы нисек тикшергән, һәм ни өсөн был ысул уңышлы булған?

ЙӨҘ йылдан ашыу элек Ч. Т. Расселл ҡәрҙәш, уның фекерҙәштәре һәм Алла Һүҙен өйрәнгән тағы бер нисә кеше даими осраша башлаған. Улар Изге Яҙмала Йәһүә Алла һәм Ғайса Мәсих тураһында, шулай уҡ йолом ҡорбаны һәм үлгән кешеләрҙең ниндәй хәлдә булғаны хаҡында нимә әйтелгәнен белергә теләгән. Уларҙың тикшереү ысулы ябай булған. Берәйһе һорау күтәргән, һәм төркөм шул темаға ҡағылышлы бөтә аяттарҙы тикшергән. Аҙаҡ улар һәр тема буйынса һығымталарын яҙып ҡуйған. Йәһүәнең ярҙамы менән шул эскерһеҙ мәсихселәр Изге Яҙманың күп тәғлимәттәрен аңлаған. Беҙ был тәғлимәттәрҙе әле лә бик ҡәҙерләйбеҙ.

2. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлекте аңларға тырышҡанда, нимә арҡаһында хаталы һығымталарға килеп була?

2 Әммә тиҙҙән Изге Яҙманы тикшереүселәр шуны аңлаған: төп тәғлимәттәргә ҡарағанда, пәйғәмбәрлектәрҙе аңлауы күпкә ауырыраҡ. Ни өсөн? Беренсенән, йыш ҡына пәйғәмбәрлектәрҙе, улар үтәлә башлағас йә үтәлгәндән һуң ғына, аңлап була. Икенсенән, пәйғәмбәрлекте дөрөҫ аңлар өсөн, контексты иҫәпкә алырға кәрәк. Контексҡа иғтибар итмәйенсә пәйғәмбәрлекте тикшереү хаталы һығымталарға килтерергә мөмкин. Күрәһең, Йәил китабындағы пәйғәмбәрлек менән тап шулай булған да. Әйҙәгеҙ, был пәйғәмбәрлекте ҡарап сығайыҡ һәм ни өсөн уны башҡаса аңларға кәрәк икәнен беләйек.

3, 4. Әлеге көнгә тиклем беҙ Йәил 2:7—9-ҙағы пәйғәмбәрлекте нисек аңланыҡ?

3 Йәил 2:7—9-ҙы * уҡығыҙ. Йәил саранча өйөрөнөң Израиль еренә һөжүм итәсәге хаҡында пәйғәмбәрлек иткән. Пәйғәмбәрлек буйынса, шул саранчаның тештәре һәм ауыҙы арыҫландыҡы кеүек буласаҡ, был ҡомһоҙ бөжәктәр Израилдәге бөтә үҫемлектәрҙе ҡырып бөтөрәсәк! (Йәил 1:4, 6). Күп йылдар беҙ был пәйғәмбәрлекте Йәһүә халҡына ҡарата ҡулландыҡ һәм, туҡтатып булмаҫлыҡ саранча өйөрө вәғәзселәрҙе символлаштыра, тип уйланыҡ. Вәғәз эшебеҙ Йәил 1:6-ла телгә алынған «ергә» зыян килтерә, йәғни дини етәкселәрҙең йоғонтоһо аҫтында булған кешеләрҙе аптырашта ҡалдыра, тип иҫәпләнек *.

4 Йәил 2:7—9-ҙы контексһыҙ уҡыһаҡ, был пәйғәмбәрлекте шулай аңлау дөрөҫ һымаҡ тойола. Әммә контексты иҫәпкә алһаҡ, пәйғәмбәрлекте башҡаса аңларға кәрәклеген күрербеҙ. Быға дүрт сәбәп бар. Әйҙәгеҙ, уларҙы ҡарап сығайыҡ.

ПӘЙҒӘМБӘРЛЕКТЕ БАШҠАСА АҢЛАР ӨСӨН ДҮРТ СӘБӘП

5, 6. Ошо аяттарҙы уҡығанда, ниндәй һорауҙар тыуа: а) Йәил 2:20? б) Йәил 2:25?

5 Беренсенән, Йәһүәнең саранча тураһында нимә әйткәненә иғтибар итегеҙ: «Мин төньяҡтан килгәндәрҙе [саранча өйөрөн] һеҙҙән ҡыуырмын» (Йәил 2:20). Әгәр саранча Ғайса Мәсихтең әмеренә буйһонған һәм вәғәз эшендә ҡатнашҡан Йәһүә шаһиттарын символлаштырған булһа, ни өсөн Йәһүә уларҙы ҡыуырға вәғәҙә иткән? (Йәз. 33:7—9; Матф. 28:19, 20). Әлбиттә, Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен түгел, ә үҙ халҡының дошмандарын ҡыуа.

6 Икенсенән, Йәил 2:25-тә яҙылған һүҙҙәр тураһында уйлап алайыҡ. Унда Йәһүә былай тигән: «Мин һеҙгә ебәргән бөйөк ғәскәр — өйөрлө саранча, ҡанатһыҙ саранча, ҡомһоҙ саранча һәм туймаҫ саранча — йылдар дауамында күпме генә ашаһа ла, уның килтергән зыянын ҡаплармын». Иғтибар итегеҙ: Йәһүә саранча килтергән зыянды ҡапларға вәғәҙә иткән. Әгәр саранча Батшалыҡ вәғәзселәрен символлаштырған булһа, улар иғлан иткән хәбәр зыян килтерә булып сыға. Ләкин был хәбәр, киреһенсә, кеше ғүмерен һаҡлап ҡала ала һәм яуыздарҙы гонаһтарынан тәүбә итергә дәртләндерә (Йәз. 33:8, 19). Был хәбәр кешеләр өсөн ҙур фатиха!

7. Йәил 2:28, 29-ҙағы «шунан һуң» тигән һүҙҙәр нимәне аңларға ярҙам итә?

7 Йәил 2:28, 29-ҙы * уҡығыҙ. Өсөнсөнән, пәйғәмбәрлектә тасуирланған ваҡиғаларҙың ниндәй тәртиптә барғанын ҡарап сығайыҡ. Шуға иғтибар итегеҙ: Йәһүә «шунан һуң мин үҙ рухымды һәр төрлө кешегә ҡойормон» тигән һүҙҙәрен саранча йөкләмәһен башҡарып сыҡҡандан һуң әйткән. Әгәр саранча вәғәзселәрҙе символлаштырған булһа, ни өсөн Йәһүә уларға изге рухын вәғәз эше тамамланғандан һуң ғына бирә? Ысынында, Алла үҙ хеҙмәтселәренә ҡеүәтле изге рухын бирмәһә, улар вәғәз эшен тиҫтәләгән йылдар буйы башҡара алмаҫ ине. Ә ҡаршылыҡтарҙы һәм эшмәкәрлегебеҙ тыйылған саҡтарҙы иҫәпкә алһаҡ, изге рухтың ярҙамы айырыуса асыҡ күренә.

Джозеф Рутерфорд һәм башҡа майланған ҡәрҙәштәр Алланың был донъяға сығарған хөкөм ҡарарҙарын ҡыйыулыҡ менән иғлан иткән. (8-се абзацты ҡарағыҙ.)

8. Асылыш 9:1—11-ҙә тасуирланған саранча кемде символлаштыра? (Тышлыҡтағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

8 Асылыш 9:1—11-ҙе уҡығыҙ. Дүртенсенән, элек беҙ Йәил китабында тасуирланған саранча өйөрөн вәғәз эше менән бәйләй инек, сөнки Асылыш китабында оҡшаш пәйғәмбәрлек яҙылған. Шул пәйғәмбәрлектә лә саранча өйөрө һүрәтләнә. Унда былай тиелә: «Уларҙың баштарында алтын тажға оҡшаған нәмә бар, ә йөҙҙәре кешенекеләй» (Асыл. 9:7). Улар «маңлайҙарына Алла мисәте һуғылмаған кешеләргә [Алла дошмандарына]» биш ай дауамында зыян килтерә, ә саранча яҡынса биш ай йәшәй ҙә (Асыл. 9:4, 5). Был пәйғәмбәрлек Йәһүәнең майланған хеҙмәтселәрен һүрәтләй. Улар Алланың был яуыз донъяға сығарған хөкөм ҡарарҙарын ҡыйыулыҡ менән иғлан итә һәм шулай итеп был донъя кешеләрен яфалай.

9. Йәил һәм Яхъя тасуирлаған саранча араһында ниндәй айырмалыҡтар бар?

9 Ысынлап та, Асылыш менән Йәил китаптарында тасуирланған пәйғәмбәрлектәр араһында оҡшаш яҡтар бар. Шулай ҙа улар араһында етди айырмалар ҙа бар. Мәҫәлән, Йәил пәйғәмбәрлегендә саранча үҫемлектәрҙе ҡырып бөтөрә (Йәил 1:4, 6, 7). Ә Яхъя алған илаһи күренештә саранчаға «ер өҫтөндәге үләнгә» зыян килтермәҫкә ҡушыла (Асыл. 9:4). Йәил тасуирлаған саранча төньяҡтан килә (Йәил 2:20). Ә Яхъя күргән саранча упҡындан сыға (Асыл. 9:2, 3). Йәил китабындағы саранчаны Йәһүә ҡыуа. Асылышта иһә саранча бер ҡайҙа ла ҡыуылмай, ә үҙ эшен тамамлай. Шулай уҡ Изге Яҙмала, Йәһүә уларҙы хупламай, тигән фекер юҡ. (« Саранча тураһында пәйғәмбәрлектәр. Улар араһындағы айырмалыҡтар» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

10. Изге Яҙманан ниндәй миҫал Йәил һәм Яхъя һүрәтләгән саранча бер үк нәмәне символлаштырмағанын күрһәтә?

10 Был ике пәйғәмбәрлек араһында булған етди айырмалыҡтар уларҙың бер-береһе менән бәйле булмағанын күрһәтә. Тимәк, Йәил һәм Яхъя һүрәтләгән саранча бер үк нәмәне символлаштырмай. Изге Яҙмала ҡайһы ваҡыт бер үк символ төрлө мәғәнә йөрөтә. Мәҫәлән, Асылыш 5:5-тә Ғайса Мәсих «Йәһүҙә нәҫеленән булған Арыҫлан» тип атала, ә 1 Петр 5:8-ҙә Иблис «үкереүсе арыҫлан» менән сағыштырыла. Шулай итеп, юғарыла ҡаралған дүрт сәбәпте һәм айырмалыҡтарҙы иҫәпкә алһаҡ, Йәил пәйғәмбәрлеген башҡаса аңларға кәрәк.

ПӘЙҒӘМБӘРЛЕКТЕ НИСЕК АҢЛАРҒА КӘРӘК?

11. Нисек Йәил 1:6 һәм 2:1, 8, 11-ҙәге һүҙҙәр саранчаның Вавилон һуғышсыларын символлаштырғанын аңларға ярҙам итә?

11 Йәил пәйғәмбәрлегенең башҡа аяттарына иғтибар итһәк, һүҙ хәрби һөжүм тураһында барғанын күрербеҙ (Йәил 1:6; 2:1, 8, 11). Йәһүә, тыңламаусан израилдәргә тейешле яза бирер өсөн, «бөйөк ғәскәр» (Вавилон һуғышсыларын) ҡулланырға ниәтләй (Йәил 2:25). Йәһүә был һуғышсылар тураһында «төньяҡтан килгәндәр» тип әйтә, сөнки вавилондар Израилгә төньяҡтан һөжүм итергә тейеш булған (Йәил 2:20). Был ғәскәр яҡшы ойошторолған саранча өйөрөнә оҡшаш. Йәил улар хаҡында былай ти: «[Һуғышсыларҙың] һәр береһе үҙ юлы менән бара. [...] Улар ҡалаға бәреп инә, стена буйлап күтәрелә. Йорттарға үрмәләп менә, ҡараҡтарҙай тәҙрәләрҙән керә» (Йәил 2:8, 9). Был күренеште күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Ҡайҙа ҡараһаң да, бөтә ерҙә һуғышсылар. Уларҙан бер ҡайҙа ла йәшенеп булмай. Вавилондарҙың ҡылысынан бер кем ҡотола алмай!

12. Йәилдең саранча тураһындағы пәйғәмбәрлеге нисек үтәлгән?

12 Б. э. т. 607 йылда вавилондар (йәғни халдейҙар), саранча һымаҡ, Иерусалимға бәреп ингән. Изге Яҙмала былай тиелә: «[Халдейҙарҙың батшаһы] уларҙың изге йорттағы егеттәрен ҡылыстан үткәрҙе; уның йәне егетен дә, ҡыҙын да, ҡартын да, хәлһеҙен дә йәлләмәне. Алла бөтөнөһөн уның ҡулына тапшырҙы. Ул, Алла йортон яндырып, уны ҡара күмергә әйләндерҙе, Иерусалим стенаһын емерҙе, бөтә нығытмаларын яндырып бөтөрҙө һәм барлыҡ ҡиммәтле нәмәләрҙе юҡҡа сығарҙы» (2 Йыл. 36:17, 19). Вавилондарҙың һөжүменән һуң, Израиль ерен күргән кешеләр: «Был — кеше лә, хайуан да йәшәмәй торған буш ер. Ул халдейҙар ҡулына тапшырылды», — тип кенә әйтә алған (Ирем. 32:43).

13. Иремия 16:16, 18-ҙәге һүҙҙәр нимәне аңлата?

13 Йәил үҙ пәйғәмбәрлеген әйткәндән һуң 200 йыл тирәһе үткәс, Йәһүә Иремия аша был һөжүм тураһында күберәк ентеклектәр асҡан: вавилондар яуыз эштәр ҡылған израилдәрҙе эҙләйәсәк һәм уларҙы әсирлеккә алып китәсәк. «Мин күп балыҡсылар саҡырырмын, — ти Йәһүә. — Балыҡсылар уларҙы балыҡ тотҡандай тотор. Унан һуң мин күп аусылар саҡырырмын. Аусылар уларҙы һәр тауҙа, һәр ҡалҡыулыҡта һәм ҡая ярыҡтарында аулар. ...Мин уларға енәйәттәренә һәм гонаһтарына ҡарап тейешлеһен тулыһынса ҡайтарырмын». Эйе, тәүбә итмәгән израилдәр океандарҙа ла, урмандарҙа ла вавилондарҙан йәшенә алмаған (Ирем. 16:16, 18).

ТОРҒОҘОЛОУ ВАҠЫТЫ

14. Йәил 2:28, 29-ҙағы һүҙҙәр ҡасан үтәлгән?

14 Йәил китабында яҡшы хәбәрҙәр ҙә бар. Ер яңынан уңдырышлы буласаҡ (Йәил 2:23—26). Шунан, киләсәктә кешеләр мул рухи аҙыҡҡа кинәнәсәк. Йәһүә былай тип вәғәҙә иткән: «Мин үҙ рухымды һәр төрлө кешегә ҡойормон, улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер... Ул көндәрҙә үҙ рухымды хатта ҡол ир-аттар менән ҡол ҡатын-ҡыҙҙарыма ла бирермен» (Йәил 2:28, 29). Йәһүә үҙ рухын израилдәр Вавилондан ҡайтҡас түгел, ә бер нисә быуаттан һуң, б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамында биргән. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ?

15. Ғәмәлдәр 2:16, 17 буйынса, Петр Йәил 2:28-ҙәге өҙөктө нисек үҙгәрткән, һәм бынан ниндәй һығымта яһап була?

15 Алла тарафынан рухландырылып, илсе Петр Йәил 2:28, 29-ҙағы һүҙҙәрҙе Илленсе көн байрамында булған иҫ киткес ваҡиғаға ҡарата ҡулланған. Ул көндө иртәнге сәғәт туғыҙҙа Алла мөғжизәле рәүештә Ғайсаның шәкерттәрен изге рух менән һуғарған, һәм улар «Алланың бөйөк эштәре тураһында» һөйләй башлаған (Ғәм. 2:11). Йәһүә Петрҙы Йәил пәйғәмбәрлеген бер аҙ үҙгәртеп әйтергә рухландырған. (Ғәмәлдәр 2:16, 17-не уҡығыҙ.) Һеҙ быға иғтибар иттегеҙме? «Шунан һуң» тигән һүҙҙәр урынына, Петр «ахырызаман килгәндә» тип әйткән. Уның һүҙҙәренән күренеүенсә, «ахырызаман килгәндә» Алла «барлыҡ кешеләргә» үҙ рухын яуҙырыр. Был контекста «ахырызаман» тигән һүҙ йәһүд системаһының һуңғы көндәрен, йәғни б. э. 70 йылында Иерусалимдың емерелеүенә тиклем ҡалған ваҡытты аңлата. Тимәк, Йәил пәйғәмбәрлеге бер нисә быуаттан һуң ғына үтәлгән.

16. Алланың рухы беренсе быуатта вәғәз эшенә нисек тәьҫир иткән һәм бөгөн уға нисек тәьҫир итә?

16 Алла беренсе быуатта мәсихселәргә изге рух яуҙырғас, улар вәғәзләй башлаған, һәм һөйөнөслө хәбәр әкренләп бөтә донъяға таралған. Илсе Павел колосстарға хат яҙған ваҡытҡа (б. э. яҡынса 61 йылында) «[һөйөнөслө хәбәр] донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән» булған (Кол. 1:23). «Һәр йән эйәһенә» тип әйткәндә, Павел ул ваҡыттағы кешеләргә билдәле булған бөтә донъяны күҙ уңында тотҡан. Беҙҙең көндәрҙә Йәһүәнең ҡеүәтле изге рухы ярҙамында вәғәз эше тағы ла киңерәк ҡолас алды, һәм һөйөнөслө хәбәр «ерҙең бөтә сиктәренә» тиклем барып етә! (Ғәм. 13:47). (« Мин үҙ рухымды һәр төрлө кешегә ҡойормон» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

НИМӘ ҮҘГӘРҘЕ?

17. Йәилдең саранча тураһындағы пәйғәмбәрлеген аңлауыбыҙ нисек үҙгәрҙе?

17 Нимә үҙгәрҙе? Хәҙер беҙ Йәил 2:7—9-ҙағы пәйғәмбәрлекте дөрөҫөрәк аңлайбыҙ. Ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, был аяттарҙа беҙҙең ашҡынып вәғәзләүебеҙ тураһында түгел, ә б. э. т. 607 йылда Вавилон ғәскәренең Иерусалимға һөжүм итеүе тураһында һүҙ бара.

18. Йәһүә халҡы тураһында әйткәндә, нимә үҙгәрмәне?

18 Нимә үҙгәрмәне? Йәһүә халҡы, төрлө ысулдар ҡулланып, һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә ерҙә вәғәзләүен дауам итә (Матф. 24:14). Хөкүмәт тарафынан тыйылыу ҙа беҙҙе вәғәзләүҙән туҡтата алмай. Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ ҡыйыу һәм бығаса булмағандай әүҙем рәүештә Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе таратабыҙ! Беҙ, баҫалҡылыҡ сағылдырып, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлар өсөн Йәһүәнән ярҙам эҙләйбеҙ һәм шуға ышанабыҙ: үҙ ваҡытында ул беҙгә «тулы хәҡиҡәткә барыу юлын күрһәтер» (Яхъя 16:13).

97-СЕ ЙЫР Йәһүә әйткән һүҙ менән йәшәйбеҙ

^ 5 абз. Күп йылдар дауамында беҙ, Йәил китабының 1-се һәм 2-се бүлектәрендәге пәйғәмбәрлек вәғәз эшенә ҡағыла, тип уйланыҡ. Әммә Йәил пәйғәмбәрлегенең был өлөшөн башҡаса аңларға кәрәк икәненә дүрт сәбәп бар. Ниндәй сәбәптәр тураһында һүҙ бара?

^ 3 абз. Йәил 2:7—9: «Улар һуғышсыларҙай һөжүм итә, ғәскәриҙәрҙәй стенаға менә, һәр береһе үҙ юлы менән бара, береһе лә ситкә тайпылмай. Улар төртөшмәй, һәр береһе үҙ юлы менән бара. Ҡайһы берҙәрен һуғыш ҡоралдары һәләк итһә лә, башҡалары сафты боҙмай. Улар ҡалаға бәреп инә, стена буйлап күтәрелә. Йорттарға үрмәләп менә, ҡараҡтарҙай тәҙрәләрҙән керә».

^ 3 абз. Мәҫәлән, 2009 йыл 15 апрель һанында сыҡҡан «Күҙәтеү манараһы»нда (тат.) «Йәһүәнең аҡыллылығы ижади эштәре аша күренә» тигән мәҡәләнең 14—16-сы абзацтарын ҡарағыҙ.

^ 7 абз. Йәил 2:28, 29: «Шунан һуң мин үҙ рухымды һәр төрлө кешегә ҡойормон, улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер, ҡарттарығыҙ — төштәр, егеттәрегеҙ күренештәр күрер. Ул көндәрҙә үҙ рухымды хатта ҡол ир-аттар менән ҡол ҡатын-ҡыҙҙарыма ла бирермен».