Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Биреүҙә бәхет күберәк икәнен аңланым

Биреүҙә бәхет күберәк икәнен аңланым

УН ИКЕ йәшемдә мин ғүмеремдә беренсе тапҡыр башҡаларға бик ҡәҙерле булған нәмә бирә алыуымды аңланым. Конгреста бер ағай-ҡәрҙәш минән: «Вәғәзләргә теләйһеңме?» — тип һораны. Быға тиклем бер ҡасан да вәғәзләгәнем булмаһа ла, мин: «Эйе», — тип яуап бирҙем. Беҙ участкаға киттек, һәм ул миңә Алла Батшалығы тураһында бер нисә буклет бирҙе. Ул: «Һин урамдың был яғынан, ә мин икенсе яғынан вәғәзләрмен», — тине. Мин, ҡурҡыуҙан тулҡынланып, өйҙән-өйгә йөрөй башланым һәм тиҙҙән бөтә буклеттарҙы таратып бөтөүемә үҙем дә ғәжәпләндем. Күп кешеләрҙең мин биргәнде теләп алғандары ап-асыҡ ине.

Мин 1923 йылда Чатемда (Кент графлығы, Англия) тыуғанмын. Ул ваҡытта күп кешеләр өмөтһөҙлөккә бирелгән ине, сөнки Беренсе бөтә донъя һуғышы тамамланһа ла, кешеләрҙең тормош яҡшырыр тигән өмөтө аҡланманы. Минең ата-әсәйем шулай уҡ баптист сиркәүенең руханиҙарына ышанмай башлағайны, сөнки улар үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртып йөрөй кеүек тойола ине. Миңә 9 йәш булғанда, әсәйем Халыҡ-ара Изге Яҙманы Тикшереүселәр залына йөрөй башланы. Үҙҙәренә Йәһүә шаһиттары тигән исем алған был кешеләр «түңәрәктәр», йәғни осрашыуҙар ойоштора ине. Бер апай-ҡәрҙәш минең һымаҡ балалар менән Изге Яҙмаға һәм «Алланың арфаһы» тигән китапҡа нигеҙләнгән дәрестәр үткәрҙе. Унда белгәндәрем миңә бик оҡшай ине.

ТӘЖРИБӘЛЕ АҒАЙ-ҠӘРҘӘШТӘРҘӘН ӨЙРӘНӘМ

Йәш үҫмер сағымда мин Алла Һүҙендәге өмөттө кешеләр менән шатланып уртаҡлаша инем. Йыш ҡына өйҙән-өйгә йөрөп бер үҙем вәғәзләһәм дә, мин шулай уҡ бүтәндәр менән хеҙмәт иткәндә күп нәмәгә өйрәндем. Мәҫәлән, бер көндө беҙ оло ағай-ҡәрҙәш менән велосипедта участкаға вәғәзләргә киттек. Беҙ бер рухани янынан үтеп барғанда, мин: «Ана кәзә тәкәһе килә», — тинем. Ағай-ҡәрҙәш, барған еренән туҡтап, миңә икәүләп бүрәнәлә ултырып алырға тәҡдим итте. Ул былай тине: «Кем кәзә икәнлеген билдәләргә һиңә кем хоҡуҡ бирҙе? Әйҙә, кешеләргә шатланып һөйөнөслө хәбәрҙе еткерәйек, ә Йәһүә үҙе хөкөм итер». Ул саҡтарҙа мин «биреүҙә бәхет күберәк» тигән һүҙҙәрҙең асылына тәрәнерәк төшөндөм (Матф. 25:31—33; Ғәм. 20:35).

Икенсе тәжрибәле ағай-ҡәрҙәштән мин шуға өйрәндем: биреүҙә бәхет табырға теләһәк, ҡайһы саҡ түҙемлек һәм сыҙамлыҡ күрһәтергә кәрәк. Уның ҡатыны Йәһүә шаһиттарын яратмай ине. Бер ваҡыт шул ағай-ҡәрҙәш мине өйөнә ҡапҡылап алырға саҡырҙы. Ҡатыны уның вәғәзгә барғанына шул тиклем ярһыған ине, хатта беҙгә сәй ҡапсыҡтарын бәрә башланы. Уны шелтәләү урынына ҡәрҙәш тыныс ҡына сәй ҡапсыҡтарын йыйып үҙ урынына һалды. Йылдар үткәс, ағай-ҡәрҙәштең түҙемлеге бүләкләнде: ҡатыны Йәһүә шаһиты булып китте.

Минең киләсәккә өмөт менән бүлешеү теләгем үҫә барҙы, һәм 1940 йылдың мартында беҙ әсәйем менән Дувр ҡалаһында һыуға сумдырылдыҡ. Ә шунан элегерәк, 1939 йылдың сентябрендә, миңә 16 йәш булғанда, Бөйөк Британия Германияға ҡаршы һуғыш иғлан иткәйне. 1940 йылдың июнендә мин йортобоҙ күтәрмәһенән меңләгән йәрәхәтләнгән һалдаттарҙың йөк машиналарында үтеп барғанын ҡарап торҙом. Улар Дюнкерк өсөн барған яуҙа тере ҡалған һалдаттар ине. Уларҙың күҙҙәрендә өмөттөң бер сатҡыһы ла ҡалмаған ине, һәм минең уларға шул тиклем Алла Батшалығы тураһында һөйләгем килде! Шул уҡ йылда Бөйөк Британияны бомбаға тота башланылар. Һәр төн мин Германияның бомбаға тотоусы эскадрильяларының беҙҙең баш осонан һыҙғырып үткәнен күрә инем, әммә бомбаларҙың ергә төшөп шартлауын ишетеү тағы ла ҡурҡынысыраҡ була торғайны. Иртәнсәк, ҡайҙа ҡараһаң да, емерелгән йорттар ине. Шул саҡтарҙа мин Алла Батшалығы — кешелектең берҙән-бер өмөтө икәнен бик яҡшы аңланым.

ФИҘАҠӘР ТОРМОШ БАШЛАЙЫМ

1941 йылда минең тормошом бик ныҡ үҙгәрҙе, һәм шунан алып ул миңә ысын бәхет килтерә. Мин Чатемда король ҡарамағындағы карап төҙөү предприятиеһында бер белгестең өйрәнсеге булып эшләнем. Был ҙур абруй һәм күп аҡса килтергән эш ине. Йәһүәнең хеҙмәтселәре мәсихселәрҙең һуғышта ҡатнашырға тейеш түгеллеген инде күптән аңлағайны. 1941-се йылдарҙа беҙ үҙебеҙҙең хәрби промышленность өлкәһендә эшләй алмауыбыҙҙы аңлай башланыҡ (Яхъя 18:36). Предприятиебыҙ һыу аҫты кәмәләрен төҙөү менән шөғөлләнә ине, шуға күрә мин, эшемде ҡалдырып, тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға булдым. Тәүҙә мин Котсуолдс районындағы йәмле Сайренсестер ҡалаһына билдәләндем.

Миңә 18 йәш тулғас, хәрби хеҙмәттән баш тартҡаным өсөн мине 9 айға төрмәгә ултырттылар. Артымдан ишек беренсе тапҡыр шап итеп ябылып, камерала бер үҙем ҡалғас, күңелемде йән өшөткөс, ауыр хис-тойғолар солғап алды. Әммә тиҙҙән һаҡсылар һәм башҡа тотҡондар минән бында нисек эләккәнемде һораша башланылар, һәм мин уларға шатланып иманым тураһында һөйләнем.

Төрмәнән сыҡҡас, миңә Ленард Смит менән бергә тыуған яғыбыҙҙа, Кент графлығында вәғәзләргә мөмкинлек барлығы хаҡында әйттеләр. 1944 йылдан башлап Кент территорияһына меңдән артыҡ ҡанатлы ракета осоролдо. Беҙ Лондон менән Европаның нацистар баҫып алған өлөшө араһында, шул ракеталар осоп үткән ерҙә булдыҡ. Ракета моторының һүнә барғанын ишеткәндә — ә был йыш ҡабатлана ине — беҙ ракетаның бер нисә секундтан ергә төшөп шартлаясағын белеп торҙоҡ. Ул ваҡытта беҙ биш кешенән торған бер ғаилә менән Изге Яҙманы өйрәнә инек. Бомбалар шартлағанда, беҙ, йорт емерелеп ҡуйһа иҫән ҡалыр өсөн, тимер өҫтәл аҫтына йәшеренә торғайныҡ. Ахыр сиктә ғаиләнең бөтә ағзалары һыуға сумдырылды.

ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘРҘЕ БАШҠА ИЛДӘ ВӘҒӘЗЛӘЙБЕҘ

Пионер хеҙмәтемде башлаған осорҙа Ирландияла кешеләрҙе конгресҡа саҡырам

Һуғыштан һуң мин ике йыл пионер булып Ирландияның көньяғында хеҙмәт иттем. Беҙ Ирландияның Англиянан ни тиклем ныҡ айырылып торғанын күҙ алдына ла килтермәгән инек. Беҙ, өйҙән-өйгә йөрөп, үҙебеҙҙең миссионер булыуыбыҙ һәм йәшәр урын эҙләүебеҙ хаҡында әйтә инек. Шулай уҡ беҙ урамда журналдар тәҡдим иттек. Әммә Ирландия кеүек католик дине киң таралған илдә былай эшләү ҙур аҡылһыҙлыҡ ине! Бер ир беҙҙе туҡмап ташларға янағанға, полиция хеҙмәткәренә мөрәжәғәт иткәс, ул миңә: «Ә һеҙ нимә көткәйнегеҙ?» — тине. Беҙ, был илдә руханиҙар шундай ҙур вәкәләткә эйәлер, тип уйламағайныҡ та. Улар эш биреүселәрҙе беҙҙән китаптар алған кешеләрҙе эштән бушатырға мәжбүр итә ине. Шулай уҡ беҙҙе лә йәшәгән урыныбыҙҙан улар арҡаһында ҡыуып сығарҙылар.

Тиҙҙән беҙ нисек эш итергә кәрәклеген белеп алдыҡ. Йәшәр өсөн яңы урын тапҡас, беҙ, велосипедта алыҫҡараҡ китеп, икенсе рухани булған ерҙә вәғәзләй башланыҡ. Иң һуңғы сиратта беҙ үҙебеҙҙең эргәлә йәшәгән кешеләргә вәғәзләй инек. Килкенни графлығында беҙ, ярһыған халыҡ төркөмөнөң янауҙарына ҡарамаҫтан, бер егет менән аҙнаһына өс тапҡыр өйрәнеү үткәрә инек. Миңә башҡаларҙы Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә өйрәтеү бик оҡшай ине, шунлыҡтан мин Күҙәтеү манараһының Изге Яҙма мәктәбе Гилеадта уҡыр өсөн ғариза бирҙем.

1948—1953 йылдарҙа «Сибия» тип аталған елкәнле кәмә миссионерҙар өйө булды

Нью-Йоркта биш ай уҡығандан һуң мине һәм тағы өс студентты Кариб диңгеҙендәге бәләкәй утрауҙарға билдәләнеләр. 1948 йылдың ноябрендә беҙ, Нью-Йоркты ҡалдырып, «Сибия» тип аталған 18 метрлыҡ елкәнле кәмәгә ултырып ҡуҙғалып киттек. Быға тиклем минең бер ҡасан да бындай суднола йөҙгәнем булманы, шуның өсөн тулҡынланыуҙан йөрәгем лепелдәп типте. Арабыҙҙағы Гаст Маки исемле ҡәрҙәш тәжрибәле карап капитаны ине. Ул беҙҙе елкәндәрҙе күтәреп төшөрөү, елгә ҡаршы йөҙөү һәм компасты дөрөҫ ҡулланыу кеүек диңгеҙҙә йөҙөү оҫталыҡтарына өйрәтте. Гаст 30 көн буйына судно менән оҫта идара итте. Бер нисә ҡурҡыныс дауылды бәлә-ҡазаһыҙ үткәреп ебәргәс, беҙ Багамға килеп еттек.

«УТРАУҘАРҒА... ИҒЛАН ИТЕГЕҘ»

Бер нисә ай беҙ Багам утрауҙарында вәғәзләнек, ә шунан Пуэрто-Рико янындағы Виргин утрауҙарынан алып Тринидадҡа тиклем яҡынса 800 саҡрымға һуҙылған ел ҡаҡҡан утрауҙарға табан йөҙөп киттек. Биш йыл беҙ башлыса бер Йәһүә шаһиты ла булмаған алыҫтағы утрауҙарҙа хеҙмәт иттек. Ҡайһы берҙә беҙҙең аҙналар буйына почтаны ебәрергә йә алырға мөмкинлегебеҙ булманы. Әммә утрауҙарҙа Йәһүә һүҙен иғлан итеү беҙгә сикһеҙ шатлыҡ килтерә ине! (Ирем. 31:10)

«Сибия» бортында беҙҙең команда (һулдан уңға): Рон Паркин, Дик Райд, Гаст Маки һәм Стэнли Картер

Берәй бухтаға инеп, якорь ташлау менән беҙҙең килеүебеҙ ерле халыҡ араһында шау-шыу тыуҙыра ине. Улар беҙҙең кемлегебеҙҙе белер өсөн яныбыҙға йыйыла торғайны. Уларҙың ҡайһы берҙәренең елкәнле кәмәне һәм аҡ тәнле кешене бер ҙә күргәне булмаған. Утрауҙа йәшәүселәр алсаҡ, Изге Яҙманы яҡшы белгән дини кешеләр ине. Улар беҙҙе йыш ҡына яңы тотолған балыҡ, авокадо һәм арахис менән һыйлай торғайны. Суднола урын әҙ булһа ла, беҙ шунда йоҡлау, ашарға әҙерләү һәм кер йыуыу әмәлен таба инек.

Ярға килеп туҡтағас, беҙ көнө буйы кешеләр менән һөйләшә инек һәм уларҙы Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәргә саҡыра инек. Кис төшөү менән беҙ судно ҡыңғырауын ҡаға торғайныҡ. Ерле халыҡтың телмәргә ашығыуын күреү бик күңелле ине! Ҡалҡыулыҡтарҙан төшөп килгәндә, улар ҡулдарына тотҡан май лампалары ҡараңғылыҡта емелдәгән йондоҙҙарҙы хәтерләтә ине. Ҡайһы саҡ йөҙгә яҡын кеше килә торғайны, улар, һорауҙар биреп, төнгә хәтле ҡала ине. Улар йырларға яратҡанға, беҙ уларға Батшалыҡ йырҙарының ҡайһы берҙәрен баҫтырып тарата инек. Беҙ дүртәүләп булдыра алғанса йырлай башлайбыҙ, ә ҡалғандар йырҙы дәррәү күтәреп ала. Ниндәй бәхетле мәлдәр булған!

Утрауҙа йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре, үҙҙәре менән Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрелгәндән һуң, башҡалар өйрәнгәндә лә ултырып тыңлар өсөн, беҙгә эйәреп йөрөй торғайны. Бер ерҙә бер нисә аҙна булғандан һуң беҙгә, башҡа ерҙә вәғәзләр өсөн, китергә тура килә ине, шуға күрә хәҡиҡәт менән башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ ҡыҙыҡһынған кешеләрҙән, үҙебеҙ әйләнеп ҡайтҡансы, ҡалғандар менән өйрәнеүҙәр үткәреүҙәрен үтенә инек. Ҡайһы берәүҙәрҙең был йөкләмәне шундай етдилек менән үтәүен күреү бик тулҡынландырғыс ине!

Бөгөн шул утрауҙарҙың күбеһе шаулы курорттарға әйләнде, әммә элек улар йәшел-зәңгәр лагуналары һәм ҡомло пляждары булған, пальмалар үҫкән тыныс урындар ине. Ғәҙәттә беҙ бер утрауҙан икенсеһенә төндәрен йөҙөп бара инек. Суднобыҙ тирәһендә дельфиндар уйнай, кәмәбеҙҙең һыуҙы ярып үтеүе ишетелә һәм диңгеҙ өҫтө тигеҙлегендә ай юлы офоҡҡа тиклем һуҙылып китә.

Утрауҙарҙа биш йыл вәғәзләгәндән һуң, беҙ елкәнле суднобыҙҙы моторлы судноға алыштырыр өсөн Пуэрто-Рикоға йөҙөп киттек. Унда килеп еткәс, мин миссионер булып хеҙмәт иткән Максин Бойд исемле матур бер апай-ҡәрҙәште осраттым һәм уға ғашиҡ булдым. Ул бала сағынан алып һөйөнөслө хәбәрҙе ашҡынып вәғәзләгән. Максин Доминикан Республикаһында миссионер булып хеҙмәт иткән, әммә 1950 йылда хөкүмәт католик сиркәүҙәренең булышлығында уны илдән ҡыуған. Карап командаһының ағзаһы булғанға, миңә Пуэрто-Рикола бер айға ғына ҡалырға рөхсәт иттеләр. Мин, утрауҙарға ҡайтып, унда тағы бер нисә йыл хеҙмәт итергә тейеш инем. Шуның өсөн мин үҙемә былай тинем: «Рональд, был ҡыҙҙы ысынлап та оҡшатһаң, тиҙерәк эш ит!» Һәм өс аҙнанан мин Максинға үҙемә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаным, ә алты аҙнанан һуң беҙ өйләнештек. Беҙҙе Пуэрто-Рикоға миссионер итеп билдәләнеләр, шуға яңы судноны һынап ҡарарға тура килмәне.

1956 йылда мине район күҙәтеүсеһе итеп билдәләнеләр, һәм беҙ йыйылыштарға килеп китеүҙәр яһай башланыҡ. Ҡәрҙәштәрҙең күбеһе ярлы булһа ла, уларға барыу беҙгә бик оҡшай ине. Мәҫәлән, Потала Пастильо ауылында беҙ Йәһүә шаһиттары булған күп балалы ике ғаилә менән таныштыҡ, һәм мин йыш ҡына уларға флейтала уйнай инем. Мин Ильда исемле бер бәләкәй ҡыҙыҡайҙан: «Беҙҙең менән вәғәзгә барырға теләйһеңме?» — тип һораным. Ул: «Мин теләйем дә, әммә бара алмайым. Аяҡ кейемем юҡ», — тине. Беҙ уға туфли һатып алдыҡ та, ул беҙҙең менән хеҙмәткә барҙы. Күп йылдар уҙғас, беҙ 1972 йылда Бруклиндағы Вефилдә булғанда, Гилеад мәктәбен әле генә тамамлаған бер апай-ҡәрҙәш яныбыҙға килде. Уны Эквадорға билдәләгәндәр, һәм ул бына-бына китергә тейеш ине. Был апай-ҡәрҙәш: «Һеҙ мине таныйһығыҙмы? Мин Пастильонан аяҡ кейеме булмаған теге бәләкәй ҡыҙыҡай», — тине. Был Ильда ине! Ҡыуаныстан беҙ күҙ йәштәрен тыя алманыҡ!

1960 йылда беҙҙе Пуэрто-Риколағы филиалда хеҙмәт итергә саҡырҙылар. Был филиал Сан-Хуан райондарының береһендә — Сантурцела бәләкәй генә ике ҡатлы йортта урынлашҡан ине. Башта эштең ҙур өлөшөн беҙ Ленарт Джонсон менән башҡарҙыҡ. Ул һәм уның ҡатыны Доминикан Республикаһында беренсе Йәһүә шаһиттары булған, ә инде 1957 йылда улар Пуэрто-Рикоға килгән. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ҡатыным журналдарға яҙылыусыларҙың заказдарын эшкәртә башланы, заказдарҙың һаны аҙнаһына меңдән артып китә торғайны. Был эш уға бик оҡшай ине, сөнки ул рухи аҙыҡ алған кешеләр тураһында уйланы.

Мин Вефиль хеҙмәтен бик яратам, сөнки хеҙмәттең был төрө башҡаларға күпте бирергә мөмкинлектәр аса. Әммә ауырлыҡтар ҙа булғылай. Мәҫәлән, 1967 йылда Пуэрто-Рикола беренсе халыҡ-ара конгресс үткәндә, эшем шул тиклем күп булғанлыҡтан, мин хәлдән тайҙым. Ул ваҡытта Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге менән етәкселек иткән Нейтан Норр Пуэрто-Рикоға килгәйне. Ул минең хаҡта, конгресҡа килгән миссионерҙарҙың транспорты тураһында ҡайғыртмаған, тигән яңылыш һығымта яһаған. Ул миңә ҡәтғи рәүештә кәңәш бирҙе һәм, өмөттәремде аҡламаның, тине. Мин уның менән бәхәсләшеп торманым, шул уҡ ваҡытта күңелем бик ныҡ һүрелде һәм мин үҙемә ҡарата ғәҙелһеҙ мөғәмәлә тойҙом. Шулай ҙа беҙ Максин менән Норр ҡәрҙәште тағы бер тапҡыр осратҡанда, ул, бүлмәһенә саҡырып, беҙгә төшкө аш әҙерләне.

Пуэрто-Рикола хеҙмәт иткәндә, беҙ туғандарыбыҙҙың хәлен белер өсөн бер нисә тапҡыр Англияға ҡайтып килдек. Әсәйем менән минән айырмалы рәүештә, атайым тәүҙә хәҡиҡәтте ҡабул итмәне. Әммә Вефилдән докладсылар килгән саҡта әсәйем йыш ҡына уларҙы беҙҙә туҡтарға саҡыра ине. Атайым был яуаплы, әммә шул уҡ ваҡытта бик баҫалҡы ағай-ҡәрҙәштәрҙең үҙе электән үк яратмаған пасторҙарҙан ни тиклем ныҡ айырылып тороуын күрә ине. Ахыр сиктә 1962 йылда ул, һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып китте.

Максин менән Пуэрто-Рикола өйләнешкәндән һуң һәм 2003 йылда туйыбыҙҙың 50 йыллығында

Һөйөклө ҡатыным 2011 йылда үлеп ҡалды. Мин уның терелеүен һәм яңынан күрешеүебеҙҙе зарығып көтәм. Был өмөт күңелемде йылыта. 58 йыл бергә йәшәү дәүерендә беҙ Максин менән Пуэрто-Риколағы Йәһүә хеҙмәтселәренең һаны 650-нән 26 000-гә ҡәҙәр еткәнен күрҙек! 2013 йылда Пуэрто-Риколағы филиалды Ҡушма Штаттарҙағы филиал менән берләштерҙеләр, һәм миңә Уолкиллда (Нью-Йорк штаты) хеҙмәт итергә тәҡдим иттеләр. Утрауҙа 60 йыл йәшәп, мин үҙемде Пуэрто-Рикола тыуған кеше — ҡояш байып барғанда: «Ко-кии, ко-кии!» — тип йырлаған коки атамалы бәләкәй генә тәлмәрйен кеүек ерле йән эйәһе итеп хис иттем. Ләкин китергә ваҡыт етте.

«АЛЛА ШАТЛАНЫП БИРГӘН КЕШЕНЕ ЯРАТА»

Мин әле лә Вефилдә хеҙмәт итәм. Хәҙер инде йәшем 90-дан ашты, һәм минең вазифам — рухи көтөүсе булараҡ, Вефиль ғаиләһенең ағзаларын дәртләндереү. Кешеләр әйтеүенсә, мин Уолкиллға килгән сағымдан алып 600-ҙән артыҡ кешегә килеп китеү яһағанмын. Ҡайһы берәүҙәр минең менән үҙенең шәхси йә ғаилә менән бәйле ауырлыҡтары тураһында һөйләшергә теләй. Башҡалар иһә Вефиль хеҙмәтен уңышлы итеү өсөн кәңәш һорай. Ҡайһы саҡта яңы ғына өйләнгәндәр кәңәш һорап килә. Шулай уҡ Вефиль хеҙмәтен тамамлаған ҡәрҙәштәр ҙә мөрәжәғәт итә. Мин яныма килгән бөтә кешене лә тыңлайым һәм йыш ҡына уларға былай тим: «„Алла шатланып биргән кешене ярата“. Шуға күрә эшегеҙҙе шатлыҡ менән башҡарығыҙ. Һеҙ бит уны Йәһүә өсөн эшләйһегеҙ» (2 Кор. 9:7).

Вефилдә уңышлы хеҙмәт итер өсөн, һәр ҡайһы эштә кеүек, бер мөһим нәмәне һәр ваҡыт иҫкә төшөрөп торорға кәрәк: башҡарған эшем ни өсөн мөһим? Беҙ Вефилдә башҡарған бөтә эштәр ҙә изге хеҙмәт тип һанала. Унда хеҙмәт итеүселәр «ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе[гә]» бөтә донъя буйынса ҡәрҙәшлекте рухи аҙыҡ менән тәьмин итеүҙә ярҙам итә (Матф. 24:45). Йәһүә Аллаға ҡайҙа ғына хеҙмәт итһәк тә, уны бөтә ерҙә лә данлап була. Әйҙәгеҙ, Йәһүә беҙгә эшләргә ҡушҡандарҙы шатланып башҡарайыҡ, сөнки «Алла шатланып биргән кешене ярата»!