БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ЙӘШӘҮ ҺӘМ ҮЛЕМ ХАҠЫНДА ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?
Ҡатмарлы һорау
ЙӘШӘҮ ҺӘМ ҮЛЕМ тураһында күп төрлө ҡараштар киң таралған. Ҡайһы берәүҙәр, кеше үлгәс, башҡа берәй формала йә башҡа ерҙә йәшәүен дауам итә, тип уйлай. Бүтәндәр ҡабат тыуып йәшәйәсәгенә ышана. Әммә ҡайһы бер кешеләр, үлемдән һуң йәшәү юҡ, тип уйлай.
Бәлки, һеҙҙең быға ҡағылышлы үҙегеҙҙең ҡарашығыҙ барҙыр, һәм был ҡарашҡа һеҙ үҫкән мөхит йоғонто яһағандыр. Үлемдән һуң кеше менән нимә була, тигән һорауға күп төрлө фекерҙәр булғанлыҡтан, бындай һорау тыуа: беҙ был ҡатмарлы һорауға кемдән дә булһа йә ҡайҙан да булһа ышаныслы һәм дөрөҫ яуап ала алабыҙмы?
Быуаттар буйына дин әһелдәре, кешенең йәне үлемһеҙ, тигән тәғлимәткә өйрәткән. Донъялағы төп диндәрҙең тарафдарҙары — христиандар, индуистар, йәһүд динен тотоусылар, мосолмандар һәм башҡалар — үлемһеҙ йәнгә ышана. Улар әйтеүенсә, кеше үлгәс, йәне рухи донъяла йәшәүен дауам итә. Буддистар иһә, һәр бер йән эйәһенең эске көсө бар, тип иҫәпләй. Улар, шул көс, бихисап тапҡыр яңынан тыуып, нирвана тип аталған рәхәтлек хәленә етә ала, тип ышана.
Шундай тәғлимәттәр арҡаһында бөтә донъя буйынса йәшәгән кешеләрҙең күбеһе, үлем башҡа донъялағы тормошҡа ишек аса, тип ышана. Шулай уҡ күптәр, үлем йәшәү циклының мөһим аҙымы һәм Алла ихтыярының өлөшө булып тора, тип иҫәпләй. Әммә Изге Яҙмала был хаҡта нимә яҙылған икән? Киләһе мәҡәләләрҙе уҡығыҙ. Ундағы яуап һеҙҙе ғәжәпләндерергә мөмкин.