Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

1 Проблемаларҙан һаҡланырға ярҙам итә

1 Проблемаларҙан һаҡланырға ярҙам итә

Изге Яҙмала, уның кәңәштәре Алла тарафынан рухландырылған һәм «өйрәтеү, фашлау, төҙәтеү» өсөн файҙалы, тип әйтелә (2 Тимофейға 3:16). Был ысындан да шулаймы? Был аҡыллы кәңәштәр ҡайһы бер кешеләрҙе тормошон емерә алырҙай нәмәләрҙән һаҡлаған. Әйҙәгеҙ, бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

ЭСКЕЛЕК

Алдағы мәҡәләлә иҫкә алынған Суфия проблемаларҙан ҡасам тип, эсә башлаған. Изге Яҙма иҫерткес эсемлектәрҙе саманы белеп эсеүҙе тыймаһа ла, ул: «Күп шарап эскән... кешеләр араһында булма», — тип киҫәтә (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:20). Артыҡ эсеү һаулыҡ менән бәйле етди ауырлыҡтарға килтерә, ғаиләләрҙе емерә, башҡалар менән мөнәсәбәттәрҙе боҙа, шулай уҡ йыл һайын миллионлаған кешенең ваҡытһыҙ үлеүенә килтерә. Кешеләр Изге Яҙмалағы аҡыллы кәңәштәргә ҡолаҡ һалһа, быларҙың күбеһенән ҡаса алыр ине.

Суфия шулай эшләгән дә. Ул былай тип һөйләй: «Эсеп, борсоулы уйҙарҙан арынып булмай икән. Мин Инжилдәге: „Бер нәмә тураһында ла борсолмағыҙ, әммә доға ҡылғанда ла, үтенес белдергәндә лә, Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ“, — тигән кәңәш буйынса эш иттем (Филиптарға 4:6, 7). Төндәр буйы борсоулы уйҙар тынғы бирмәгәндә, мин Йәһүәгә, бөтә күңелемде бушатып, ялбарып доға ҡыла инем. Асыу, йөрәк әрнеүе һәм өмөтһөҙлөк менән көрәшеп, мин Йәһүәнән, ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итсе, тип үтенә инем. Иртән тороп, насар уйҙар менән көрәшеүемде дауам итә инем. Был ғәҙәт миңә иғтибарымды инде юғалтҡан нәмәләргә түгел, ә булғанына тупларға ярҙам итте. Бүтән бер ҡасан да эсмәйем, тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем, сөнки мин тапҡан йән тыныслығы шул тиклем ҡәҙерле, мин уны юғалтырға һис тә теләмәйем».

ӘХЛАҠҺЫҘЛЫҠ

Әхлаҡһыҙлыҡ йән ғазабына һәм бәхетһеҙлеккә килтерә. Әммә Изге Яҙмалағы принциптар әхлаҡһыҙлыҡҡа килтерә торған флирт менән порнографиянан ҡасырға ярҙам итә. «Ҡыҙҙар менән шаярыу бик еңел ине, — тип һөйләй Роберт исемле бер егет. — Ҡайһы ваҡыт, ҡыҙ миңә оҡшамаһа ла, һин миңә оҡшайһың, тип әйтә инем. Ҡыҙҙар менән уйнау ҡыҙыҡ бит». Башта флирт Роберттың уйында ла булмаһа ла, башҡалар уға, һин ҡыҙҙар менән йыш шаяраһың, тип әйткәнгә күрә, ул шулай эш итергә булған да. Һөҙөмтәлә флирт уның ғәҙәтенә инеп киткән. Әммә һуңынан ундай тәртип уны борсой башлаған. Бөгөн ул былай ти: «Был ғәҙәт миңә зыян килтерә ине, сөнки шулай эшләп, мин үҙем тураһында ғына уйлай инем».

Роберт йәштәр өсөн Изге Яҙмаға нигеҙләнгән бер мәҡәлә уҡып сыҡҡан һәм ундағы: «Хатта баланың да тәртибе сафмы, яҡшымы икәнлеге уның эштәренән күренә», — тигән һүҙҙәр өҫтөнән уйланған (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:11). Был уға нисек ярҙам иткән? Роберт, ҡыҙҙар менән шаярыу — саф һәм яҡшы тәртип түгел икәнен аңлаған. Ул былай ти: «Бынан тыш мин шуны белдем: флирт ҡорорға яратҡан кешенең насар сифаттары барлыҡҡа килә, һәм улар киләсәктә уға яҡшы тормош иптәше булырға ҡамасаулар. Мин өйләнеп, башҡа ҡыҙҙар менән шаярып йөрөһәм, ҡатыным нимә хис итер? Шул саҡта мин флирт ҡороу зыянһыҙ күңел асыу түгел икәнен аңланым. Кешенең берәй нимәһе яҡшы килеп сыҡһа, шулай эшләү дөрөҫ тигәнде аңлатмай әле». Роберт үҙгәргән. Флирттан ҡасыу уны әхлаҡһыҙлыҡ тоҙағына эләгеүҙән һаҡлаған.

Артур иһә тағы ла етдиерәк хәлгә эләккән: ул порнографияға әүәҫләнгән. Яратҡан ҡыҙына өйләнгән булһа ла, ул был әшәке ғәҙәткә ҡабат-ҡабат бирешкән. Инжилдәге: «Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, һеҙҙең дошманығыҙ Иблис, үкереүсе арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй», — тигән һүҙҙәр өҫтөндә уйланыу уға ныҡ ярҙам иткән (1 Петр 5:8). Артур өҫтәй: «Порнографик һүрәттәр донъяны баҫҡан. Улар кешенең мейеһенә ныҡ һеңеп ҡала. Әммә Изге Яҙмалағы был һүҙҙәр миңә порнография артында кем торғанын аңларға ярҙам итте. Ҡотҡо менән осрашҡанда, был әшәке һүрәттәрҙең сығанағы — Шайтан булғанын тиҙ генә иҫемә төшөрөргә өйрәндем. Хәҙер мин беләм: Йәһүә генә миңә мейемде, йөрәгемде һәм никахымды һаҡлар өсөн, „айыҡ аҡыллы һәм уяу“ булырға ярҙам итә ала». Артур кәрәкле ярҙамды ҡабул итеп, был әшәке ғәҙәттән арына алған. Ә был, үҙ сиратында, уны күпкә етди бәләләрҙән һаҡлап ҡалған.

Эйе, Изге Яҙмалағы кәңәштәр беҙҙе етди ауырлыҡтарҙан һаҡлай ала. Ә насар ғәҙәттәр инде тамырланған булһа, нимә эшләргә? Әйҙәгеҙ, Изге Яҙма беҙгә ошо йәһәттән нисек ярҙам итә ала икәнен ҡарап сығайыҡ.

Изге Яҙмалағы кәңәштәр етди проблемаларҙан һаҡланырға ярҙам итә