Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Алла ҡайҙа ине?»

«Алла ҡайҙа ине?»

«БЕР ҮК ҺОРАУ БОРСОЙ: „АЛЛА ҠАЙҘА ИНЕ?“». Рим папаһы Бенедикт XVI Освенцим (Польша) концлагерына барғанда әйткән һүҙҙәре

БӘЛКИ, ҺЕҘ ҘӘ, ФӘЖИҒӘЛЕ БЕРӘЙ ХӘЛ БУЛҒАНДА, «ШУЛ САҠТА АЛЛА ҠАЙҘА ИНЕ?» ТИП УЙЛАҒАНҺЫҒЫҘҘЫР. ЙӘ ҮҘЕГЕҘ БЕРӘЙ БӘХЕТҺЕҘЛЕККӘ ОСРАҒАН БУЛҺАҒЫҘ, АЛЛАНЫҢ БЕҘҘӘ БӨТӨНЛӘЙ ҘӘ ЭШЕ ЮҠ, ТИП УЙЛАРҒА МӘЖБҮР БУЛҒАНҺЫҒЫҘҘЫР.

Бәлки, һеҙ ҙә Шейла кисергән хистәрҙе кисерәһегеҙҙер. Ул Ҡушма Штаттарында бик диндар ғаиләлә үҫкән. Шейла былай тип һөйләй: «Сабый саҡтан уҡ мин Алланы хөрмәт иттем, ул бит Барлыҡҡа килтереүсебеҙ. Әммә минең уға бер ваҡытта ла йылы хис-тойғоларым булманы. Ул мине күҙәтә, әммә алыҫтан ғына, тип уйлай инем. Юҡ, Алла мине нәфрәт итә, тип һанамай инем. Әммә шул уҡ ваҡытта ул мине яраталыр тип тә уйламай инем». Ни өсөн Шейла шундай хистәр кисергән? Ул: «Ғаиләбеҙҙә бәхетһеҙлек артынан бәхетһеҙлек тыуып ҡына торҙо, һәм беҙ Алланың ярҙамын һис тә тоймай инек», — ти.

Шейла һымаҡ һеҙ ҙә Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алланың барлығына ышанаһығыҙҙыр. Шул уҡ ваҡытта һеҙгә лә, бәлки, ул һеҙҙе яратмай кеүек тойолалыр. Әйүп исемле тәҡүә кеше Барлыҡҡа килтереүсенең көсөнә һәм зирәклегенә ышанған, әммә уны ла ошоға оҡшаш шиктәр солғап алған (Әйүп 2:3; 9:4). Әйүп бәлә артынан бәлә кисергәнгә, өмөтөн юғалтып, Алланан былай тип һораған: «Ниңә минән йөҙөңдө бораһың, ниңә мине дошман күрәһең?» (Әйүп 13:24).

Изге Яҙмала нимә әйтелә? Беҙҙең бәлә-ҡазаларҙа Алланы ғәйепләп буламы? Алланың бөтә кешелекте һәм һәр беребеҙҙе айырым ярата икәненә дәлилдәр бармы? Алланың шәхсән рәүештә үҙебеҙгә ҡарата мөнәсәбәтен берәй нисек белә алабыҙмы? Ул беҙҙе аңлаймы? Ул беҙҙе йәлләйме һәм бәлә-ҡазаларға эләккәндә ярҙам итәме?

Киләһе мәҡәләләрҙән беҙ Алла барлыҡҡа килтергән нәмәләр нисек беҙҙе уның яратыуына ышандыра икәнен күрербеҙ (Римдарға 1:20). Шулай уҡ Изге Яҙмала Алланың яратыуы хаҡында нимә әйтелгәнен белербеҙ. Барлыҡҡа килтергән нәмәләрен күҙәтеп һәм Һүҙен өйрәнеп, Алла хаҡында күберәк белгән һайын уның «һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» икәнен нығыраҡ аңларһығыҙ (1 Яхъя 2:3; 1 Петр 5:7).