Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһе

2026 йыл, 2 апрель, кесаҙна

Йыл һайын Йәһүә шаһиттары Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыр өсөн йыйыла. Шулай эшләп, улар Ғайсаның ошондай әмерен үтәй: «Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ» (Лука 22:19).

Беҙ һеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе был мөһим ваҡиғаға саҡырабыҙ.

Йыш бирелгән һорауҙар

Кем килә ала?

Һәр кеше килә ала. Һеҙ дуҫтарығыҙҙы һәм ғаиләгеҙҙе саҡыра алаһығыҙ.

Программа күпме дауам итә?

Бер сәғәт тирәһе.

Иҫкә алыу кисәһе ҡайҙа үткәрелә?

Йәһүә шаһиттарынан белешегеҙ.

Инеү түләүлеме?

Юҡ.

Унда аҡса йыялармы?

Юҡ. Беҙ осрашыуҙарыбыҙҙа бер ваҡытта ла аҡса йыймайбыҙ (Матфай 10:8).

Кейемгә ҡағылышлы махсус талаптар бармы?

Юҡ. Әммә Йәһүә шаһиттары тыйнаҡ һәм әҙәпле кейенергә тырыша, сөнки был ваҡиғаға хөрмәт менән ҡарай.

Иҫкә алыу кисәһе нисек үтә?

Осрашыуҙың башында һәм аҙағында йыр йырлайҙар, һәм Йәһүә шаһиттарының береһе доға ҡыла. Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәрҙә Ғайсаның үлеменең мөһимлеге ҡарала. Был телмәрҙән һеҙ Алла менән Ғайсаның эштәре беҙгә ниндәй файҙа килтерә алғанын белерһегеҙ.

Алдағы йылдарҙа иҫкә алыу кисәһе ҡасан була?

2026: кесаҙна, 2 апрель

2027: дүшәмбе, 22 март