Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала ҡаршылыҡтар бармы?

Изге Яҙмала ҡаршылыҡтар бармы?

Изге Яҙманан яуап

 Юҡ. Изге Яҙмала ҡаршылыҡтар юҡ. Уның бөтә өлөштәре бер-береһенә тулыһынса тура килә. Әгәр ҡаршылыҡтар бар кеүек күренһә, түбәндә килтерелгән принциптар дөрөҫ һығымтаға килергә ярҙам итер:

  1.   Контексты иҫәпкә алығыҙ. Әгәр авторҙың һүҙҙәрен контекстан айырып алһаң, улар бөтөнләй икенсе мәғәнә йөрөтә башларға мөмкин.

  2.   Хәбәрҙе яҙған кешенең ҡарашын иҫәпкә алығыҙ. Бер үк ваҡиға тураһында яҙған кешеләр уны дөрөҫ һүрәтләргә, әммә төрлө һүҙҙәр ҡулланырға һәм ваҡиғаның төрлө яҡтарына иғтибар итергә мөмкин.

  3.   Тарихи факттарҙы һәм шул замандағы традицияларҙы тикшерегеҙ.

  4.   Һүҙҙәр тура мәғәнәлә йә күсмә мәғәнәлә ҡулланыламы? Быны асыҡлағыҙ.

  5.   Шуны иҫтә тотоғоҙ: ниндәйҙер эште берәй кеше башҡарған, тип яҙылһа ла, ул быны үҙе эшләгән тигәнде аңлатмаҫҡа мөмкин a.

  6.   Изге Яҙманың теүәл тәржемәһен ҡулланығыҙ.

  7.   Изге Яҙмала хаталы дини ҡараштарҙы һәм догмаларҙы раҫлаусы мәғлүмәт табырға тырышмағыҙ.

 Ошо принциптар ҡайһы бер «ҡаршылыҡтарҙың» ысынында ҡаршылыҡ түгел икәнен асыҡларға ярҙам итә. Аҫта быға миҫалдар килтерелә.

1-се принцип. Контексты иҫәпкә алығыҙ

  Әгәр Алла етенсе көндә ял итә башлаған икән, нисек ул һаман да эшләй ала? Изге Яҙмалағы донъя яратылыуы тураһындағы хәбәрҙән күренеүенсә, «Ял итте Алла етенсе көндә. Донъя яратыуҙы тамам ҡылды Ул» тигән һүҙҙәр тик ерҙе һәм ерҙәге бөтә нәмәне барлыҡҡа килтереүгә генә ҡарай (Башланмыш 2:2—4). Ғайсаның «Атам һәр ваҡыт эш өҫтөндә», тигән һүҙҙәре юғарыла килтерелгән һүҙҙәргә ҡаршы килмәй, сөнки ул Алланың башҡа эштәрен күҙ уңында тотҡан (Яхъя 5:17). Мәҫәлән, Алла үҙенең изге рухы ярҙамында Изге Яҙманы яҙыуҙа етәкселек иткән, кешеләр тураһында ҡайғыртҡан һәм уларға йүнәлеш биреп торған (Зәбур 20:6; 105:5; 2 Петр 1:21).

2-се һәм 3-сө принциптар. Хәбәрҙе яҙған кешенең ҡарашын һәм тарихи факттарҙы иҫәпкә алығыҙ

  Ғайса һуҡыр кешене ҡайҙа һауыҡтырған? Лука бәйән иткән Һөйөнөслө хәбәр китабында, Ғайса һуҡыр кешене «Иерихонға яҡынлашып килгәндә» һауыҡтырған, тип әйтелә. Әммә шул уҡ ваҡиғаны һүрәтләгән Матфай, һуҡырҙар икәү һәм был осраҡ Ғайса шәкерттәре менән «Иерихон ҡалаһынан киткәндә» булған, тип яҙа (Лука 18:35—43; Матфай 20:29—34). Был ике хәбәр ике кеше ҡарашынан һүрәтләнә һәм бер-береһен тулыландыра. Матфай һуҡырҙарҙың һанын иҫкә ала, ә Лука Ғайса һөйләшкән кешегә иғтибар итә. Шулай уҡ археологтар асыҡлауынса, ул ваҡыттарҙа Иерихон ҡалаһы ике өлөштән торған: иҫке еврей ҡалаһы яңы рим ҡалаһынан километр ярым йыраҡлыҡта урынлашҡан булған. Күрәһең, Ғайса был мөғжизәне ике ҡала араһында булғанда эшләгән.

4-се принцип. Һүҙҙәр тура мәғәнәлә йә күсмә мәғәнәлә ҡулланыламы?

  Ер юҡ ителәсәкме? Вәғәзсе 1:4-тә, «ер мәңге тора», тип әйтелә, ә 2 Петр 3:10-да, «ер һәм ундағы бөтә эштәр фаш ителәсәк [«янып бөтәсәк», төшөрмә]», тиелгән. Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, был ике урын бер-береһенә ҡаршы килә. Әммә Изге Яҙмала «ер» тигән һүҙ ике мәғәнәлә ҡулланылырға мөмкин: тура мәғәнәлә — планетабыҙ, күсмә мәғәнәлә — унда йәшәүсе кешеләр (Башланмыш 1:1; 11:1). 2 Петр 3:10-да «ерҙең» юҡ ителеүе тураһында әйтелгәндә, планетаның юҡ ителеүе түгел, ә аллаһыҙҙарҙың юҡ ителеүе күҙ уңында тотола (2 Петр 3:7).

5-се принцип. Ниндәйҙер эште берәй кеше башҡарған, тип яҙылһа ла, ул быны үҙе эшләгән тигәнде аңлатмай.

  Ғайса Капернаумда булғанда, йөҙ башының хеҙмәтсеһен һауыҡтырыуҙы кем һораған? Матфай 8:5, 6-ла, Ғайсаға йөҙ башы үҙе килгән, тип әйтелә, ә Лука 7:3-тә ул уға йәһүд аҡһаҡалдарын ебәргән, тип әйтелә. Үтенес йөҙ башыныҡы булған, уның үтенесен Ғайсаға аҡһаҡалдар еткергән. Быны иҫәпкә алһаҡ, ҡаршылыҡ юҡ икәнен күрәбеҙ.

6-сы принцип. Изге Яҙманың теүәл тәржемәһен ҡулланығыҙ

  Бөтә кешеләр ҙә гонаһ ҡыламы? Изге Яҙмала, беҙ бөтәбеҙ ҙә беренсе кешенән, Әҙәмдән, гонаһ мираҫ итеп алғанбыҙ, тип әйтелә (Римдарға 5:12). Әммә ҡайһы бер тәржемәләрҙә, яҡшы кеше «гонаһ ҡылмай», тип әйтелгән (1 Яхъя 3:6, Инжил). Ләкин грек телендәге төп текста 1 Яхъя 3:6-лағы «гонаһ ҡылыу» тигән ҡылым хәҙерге заман формаһында тора һәм оҙайлы процесты аңлата. Мираҫ итеп алынған гонаһ (беҙ унан ҡотола алмайбыҙ) һәм кешенең белә тороп Алла закондарын боҙоп йөрөүе араһында айырма бар. Шуға күрә ҡайһы бер тәржемәләр, был һорауҙы асыҡлап китер өсөн, тәңгәл һүҙҙәр ҡуллана. Мәҫәлән, «Яңы донъя тәржемәһендә» был ҡылым «гонаһ ҡылып йөрөмәй» тип тәржемә ителгән.

7-се принцип. Догмаларҙы түгел, ә Изге Яҙманы тикшерегеҙ

  Ғайса Аллаға тиңме әллә унан түбәнерәк торамы? Ғайса былай тигән: «Мин һәм Ата — бербеҙ». Башҡа бер урында ул: «Атам минән бөйөгөрәк», — тигән. Тәү ҡарашҡа бында ҡаршылыҡ бар кеүек күренә (Яхъя 10:30; 14:28). Был аяттарҙы дөрөҫ аңлар өсөн, Троица тәғлимәтен түгел, ә Изге Яҙмала Йәһүә һәм Ғайса тураһында нимә әйтелгәнен тикшерергә кәрәк. Унда, Йәһүә Ғайса өсөн Атай ғына түгел, ә Алла ла, һәм Ғайса уға хеҙмәт итә, тип әйтелә (Матфай 4:10; Марк 15:34; Яхъя 17:3; 20:17; 2 Коринфтарға 1:3). Шуға күрә Ғайса Аллаға тиң түгел.

 Ғайсаның: «Мин һәм Ата — бербеҙ», — тигән һүҙҙәренең контексынан күренеүенсә, ул үҙенең һәм Атаһы Йәһүә Алланың маҡсаттары бер булыуы тураһында әйткән, шул яҡтан улар бер булған. Артабан Ғайса: «Атамдың Миндә, ә Минең Атамда икәнлеген аңларһығыҙ», — тигән (Яхъя 10:38). Шулай уҡ Ғайсаны шәкерттәре менән дә уртаҡ маҡсаттар берләштергән. Ул Аллаға былай тип доға ҡылған: «Миңә Һин биргән данды уларға еткерҙем: Беҙ бер булған кеүек, улар ҙа бер булһын: Мин — уларҙа, Һин – Миндә» (Яхъя 17:22, 23).

a Мәҫәлән, бер энциклопедияла Тадж-Махал тураһында, «Бөйөк Могол Шах-Джахан төҙөгән мавзолей», тип әйтелә. Әммә ул уны үҙе төҙөмәгән. Шул уҡ мәҡәләлә, «[Тадж-Махалды] төҙөр өсөн 20 мең эшсе йәлеп ителгән», тиелә («Совет тарихи энциклопедияһы»).