Төп мәғлүмәткә күсеү

Иблис кешеләр өҫтөнән идара итә аламы?

Иблис кешеләр өҫтөнән идара итә аламы?

Изге Яҙманан яуап

 Иблис һәм ендәр кешелеккә көслө йоғонто яһай. Изге Яҙмала былай тиелә: «Бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ» (1 Яхъя 5:19). Унда Иблис кешеләргә нимә арҡылыендәр фильм йоғонто яһағаны аңлатыла.

  •   Алдау. Изге Яҙма кешеләрҙе «Иблистең мәкерле ниәттәренә ҡаршы тор[орға]» дәртләндерә (Ефестарға 6:11). Уның тоҙаҡтарының береһе — кешеләрҙе алдау. Ул үҙенә эйәреүселәрҙе Алланың хеҙмәтселәре итеп күрһәтергә тырыша (2 Коринфтарға 11:13—15).

  •   Спиритизм. Иблис кешеләрҙе сихырсылар, күрәҙәселәр һәм астрология менән шөғөлләнеүселәр аша алдай (Ҡанун 18:10—12). Наркотиктар, гипноз һәм медитация кеше аҡылын томалай һәм уны ендәр йоғонтоһона дусар итә (Лука 11:24—26).

  •   Ялған дин. Ялған тәғлимәттәргә нигеҙләнгән диндәр, кешеләрҙе алдап, Алланы тыңламаҫҡа этәрә (1 Коринфтарға 10:20). Изге Яҙма ундай ялғанға нигеҙләнгән ҡараштарҙы «ен өйрәтеүҙәре» тип атай (1 Тимофейға 4:1).

  •   Буйһондороу. Изге Яҙмала яуыз рухтар кешеләрҙе үҙҙәренә буйһондорған осраҡтар тураһында һөйләнелә. Ен эйәләшкән кешеләр ҡайһы саҡта һуҡыр, телһеҙ булған һәм хатта үҙ-үҙенә зыян килтергән (Матфай 12:22, Марк 5:2—5).

Иблистең йоғонтоһона нисек ҡаршы торорға?

 Беҙгә ендәр йоғонтоһонан ҡурҡып йәшәргә кәрәкмәй, сөнки Изге Яҙмала, беҙ Иблискә уңышлы ҡаршы тора алабыҙ, тип әйтелә.

  •   Иблистең ниәттәрен белер өсөн, ул ҡулланған тоҙаҡтарҙы күрергә өйрәнегеҙ (2 Коринфтарға 2:11).

  •   Изге Яҙманан белем алығыҙ һәм уның буйынса йәшәгеҙ. Изге Яҙманың принциптары буйынса йәшәү һеҙҙе Иблис йоғонтоһонан яҡлаясаҡ (Ефестарға 6:11—18).

  •   Ендәргә ҡағылышы булған бөтә әйберҙәрҙән ҡотолоғоҙ (Ғәмәлдәр 19:19). Мәҫәлән, спиритизм менән бәйле музыка, китаптар, журналдар, плакаттар һәм фильмдар.