129-СЫ ЙЫР
Сыҙам булып ҡалайыҡ
-
1. Был һынауҙарға
Нисек кенә һуң сыҙарға?
Ҙур һынау аша
Алда шатлыҡ күргән Ғайса.
Алла бит ташламай —
Был көс биргән уға.
ҠУШЫМТА
Сыҙам булып ҡалайыҡ,
Яҡлап йөрәктәрҙе.
Әйҙәгеҙ, бирешмәйек —
Алла әйтә: «Мин яратам һине!»
-
2. Йән әрнеүҙәре,
Ҡайғы менән тулған донъя,
Әммә ожмахта
Һәр күҙ йәшен һөртөр Алла.
Унда беҙ йәшәрбеҙ
Тулы азатлыҡта.
ҠУШЫМТА
Сыҙам булып ҡалайыҡ,
Яҡлап йөрәктәрҙе.
Әйҙәгеҙ, бирешмәйек —
Алла әйтә: «Мин яратам һине!»
-
3. Һис бирешмәҫкә,
Ныҡ булырға кәрәк беҙгә.
Күп вәғәзләргә —
Алла көнөн «тиҙләтергә».
Алға гел ҡарайыҡ —
Ул көн етеп килә!
ҠУШЫМТА
Сыҙам булып ҡалайыҡ,
Яҡлап йөрәктәрҙе.
Әйҙәгеҙ, бирешмәйек —
Алла әйтә: «Мин яратам һине!»
(Ғәм. 20:19, 20; Яҡ. 1:12; 1 Пет. 4:12—14-те лә ҡара.)