МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Журналдарҙы артабан да тәҡдим ит
2018 йылдан бирле таратыу өсөн журналдарыбыҙҙа бер тема ҡарала. Бөтә был журналдар өйрәтеү ҡоралдары булып тора. Шуға күрә беҙ уларҙы хеҙмәттә ҡуллана алабыҙ. Шулай уҡ, сәйәхәт иткәндә йә магазинға барғанда, үҙебеҙ менән бер нисә журнал алырға була. Ул журналдар кешеләр менән Изге Яҙманы өйрәнеүгә тәғәйенләнмәгән, әммә улар берәйһендә рухи ҡыҙыҡһыныу уята ала.
Һөйләшеү башлағандан һуң Изге Яҙманан аят уҡы һәм журналыбыҙҙағы кешене ҡыҙыҡһындыра алған берәй темаға иғтибар ит. Мәҫәлән, ул кеше ғаиләле булһа йә ҡайғы һәм стресс кисерһә, уға былай тип әйтергә була: «Күптән түгел мин был темаға бер яҡшы мәҡәлә уҡығайным. Һеҙгә уны күрһәтергә буламы?» Әгәр ҙә кешенең ҡыҙыҡһынғанын күрһәң, уға журнал бирергә йә уны электрон рәүештә ебәрергә була. Әлбиттә, баҫмалар таратыу төп маҡсатыбыҙ түгел, әммә улар беҙгә хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған кешеләрҙе табырға ярҙам итә (Ғм 13:48).
2018
2019
2020
Һеҙ йәшәгән территориялағы кешеләрҙе ниндәй темалар ҡыҙыҡһындыра?