Төп мәғлүмәткә күсеү

Конфиденциаллек сәйәсәте һәм cookie

Конфиденциаллек сәйәсәте һәм cookie

Йәһүә шаһиттары ойошмаһы кешенең шәхси тормошҡа хоҡуғын хөрмәт итә. Был ойошма бөтә донъя буйынса ниндәй мәғлүмәттәр яҡлау сәйәсәтен тота икәне тураһында ошонда күберәк белергә була.

«Мәғлүмәттәр яҡлау сәйәсәте»ндә Йәһүә шаһиттары ойошмаһының шәхси мәғлүмәтте эшкәртеүенең төп ҡағиҙәләре бар. Ошоларға өҫтәп, түбәндә туранан-тура ошо сайтҡа ҡағылған төп принциптар килтерелә.

Был сайт Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлегенә һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән өйрәтеүгә булышлыҡ иткән Watchtower Bible and Tract Society of New York, Inc. йәмғиәтенең (Күҙәтеү манараһы йәмғиәтенең) — коммерцияға бәйле булмаған йәмғиәттең милке булып тора. Сайт ҡуйылған ҡайһы бер серверҙар Америка Ҡушма Штаттарында тора.

Шәхси мәғлүмәт

Был сайтҡа тапшырылған шәхси мәғлүмәт ҡулланыусыға ошо мәғлүмәтте биргәндә күрһәтелгән маҡсаттарҙа ғына ҡулланыла.

Ҡулланыусының запросын үтәргә кәрәк булған (был ҡулланыусыға ентекләп аңлатыласаҡ) йәки ундай мәғлүмәтте биреү тейешле закондар һәм нормаларҙың талаптарын үтәү өсөн йәки алдыҡты, техник етешһеҙлектәрҙе фашлау һәм булдырмау йә хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн кәрәк тип иҫәпләргә етерлек нигеҙҙәр булған осраҡтарҙы иҫәпкә алмағанда, беҙ һеҙҙең шәхси мәғлүмәтте башҡаларға бирмәйбеҙ. Был сайт менән ҡулланып, һеҙ үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәтте тик юғарыла күрһәтелгән осраҡтарҙа ғына башҡаларға асыуға үҙ ризалығығыҙҙы бирәһегеҙ. Һеҙҙең тарафтан бирелгән шәхси мәғлүмәттең бер өлөшө лә бер ниндәй шарттарҙа ла һатылмаясаҡ йәки түләүле ҡулланыуға бирелмәйәсәк.

Өсөнсө кешеләр. Был сайтта өсөнсө кешеләрҙең сайттарына һылтанмалар бар, беҙ уларҙы беҙҙең исемдән төрлө хеҙмәт күрһәтеү өсөн (мәҫәлән, был онлайн-бланктарҙы тултырыуға ҡағыла) йәлеп итәбеҙ. Һеҙ өсөнсө кешенең сайтында икәнегеҙҙе браузерығыҙҙың адрестар юлынан белә алаһығыҙ. Өсөнсө кешеләрҙең хеҙмәтенән файҙаланыр алдынан беҙ, уларҙың беҙҙеке кеүек үк стандарттарҙы тотоуына инаныр өсөн, уларҙың хәүефһеҙлек тәьмин итеү кимәлен ентекләп тикшерәбеҙ. Әгәр ҙә һеҙҙең өсөнсө кешеләрҙең сәйәсәте тураһында берәй ниндәй һорауҙарығыҙ булһа, был турала уларҙың сайтынан уҡығыҙ.

Хәүефһеҙлек

Беҙ һеҙҙең шәхси мәғлүмәттең хәүефһеҙлеге хаҡындағы һорауға бик етди ҡарайбыҙ. Мәғлүмәттәрҙе биргәндә, беҙ һеҙҙең шәхси мәғлүмәтте Transport Layer Security (TLS) кеүек шифрлау протоколдары ярҙамында яҡлайбыҙ. Беҙ инеү мөмкинлеге сикләнгән компьютер системаларын ҡулланабыҙ. Улар һаҡлаулы биналарҙа тора. Был биналарҙа һеҙ тапшырған конфиденциаль мәғлүмәтте электрон яҡтан һәм процедура яғынан яҡлау тәьмин итеү буйынса саралар күрелгән.

Учет яҙыуҙары

Һеҙ был сайтта учет яҙыуы яһағанда күрһәткән электрон почтаның адресы кәрәк саҡта һеҙҙең менән бәйләнешкә инеү өсөн ҡулланыласаҡ. Мәҫәлән, әгәр һеҙ ҡулланыусының исемен йәки паролде онотһағыҙ һәм инеү мөмкинлеген кире ҡайтарыу өсөн ярҙам һораһағыҙ, һеҙгә электрон почта буйынса һеҙ учет яҙыуының настройкаларында күрһәткән адресҡа хат ебәреләсәк.

Ирекле иғәнәләр

Әгәр һеҙ онлайн-иғәнә яһаһағыҙ, беҙ һеҙҙең исемде һәм бәйләнешкә инеү өсөн кәрәкле мәғлүмәтте һаҡларбыҙ. Банк карталары ярҙамында яһалған иғәнәләрҙе ҡабул итер өсөн, беҙ онлайн-түләүҙәрҙе эшкәртеү буйынса бөтә донъя күләмендәге хәүефһеҙлек һәм шәхси мәғлүмәтте яҡлау тәьмин иткән аккредитланған системалар ҡулланабыҙ. Беҙҙең кредит картағыҙҙы, банк счеттарығыҙҙың номерҙарын һәм һеҙ түләү системалары тарафынан эшкәртеү өсөн ебәргән башҡа мәғлүмәтте белеү мөмкинлеге юҡ, һәм беҙ ундай мәғлүмәтте һаҡламайбыҙ. Иғәнәләр алғанда, беҙ аҡса операциялары тураһындағы яҙыуҙарҙы ун йылдан кәм булмаған ваҡыт дауамында һаҡлайбыҙ. Ундай яҙыуҙарҙа иғәнә бирелгән дата, сумма, түләү ысулы тураһында мәғлүмәт бар. Шулай эш итеү беҙгә бухгалтер учетының стандарттарын тоторға, шулай уҡ ошо ваҡыт дауамында һеҙҙең теләһә ҡайһы һорауҙарығыҙға яуап бирергә ярҙам итә. Беҙ, һеҙҙең менән бәйләнешкә инеп, һеҙҙең тағы иғәнә биреүегеҙҙе һорамаясаҡбыҙ.

Бүтән мәғлүмәт

Һеҙ, бәлки, үҙегеҙ хаҡындағы шәхси мәғлүмәтте (мәҫәлән, исем, почта адресы һәм телефон номеры) иғәнә яһау йә учет яҙыуы булдырыу өсөн түгел, ә Изге Яҙманы түләүһеҙ өйрәнеү тураһында запрос ебәреү өсөн бирәһегеҙҙер. Беҙ был мәғлүмәтте һеҙ нимә өсөн ебәрәһегеҙ, шундай маҡсаттар өсөн генә һәм күпме кәрәк, шул тиклем ваҡыт дауамында йыябыҙ, һаҡлайбыҙ һәм ҡулланабыҙ.

Cookie һәм аналогик технологиялар

Һеҙ беҙҙең сайтҡа ингәндә, беҙ билдәле бер мәғлүмәтте автоматлаштырылған саралар ярҙамында йыябыҙ. Беҙ был мәғлүмәтте cookie файлдары, веб-маяктар һәм шуға оҡшаш технологиялар ярҙамында йыябыҙ. Cookie тигән һүҙ был документта киң мәғәнәлә ҡулланыла, һәм был һүҙ аҫтында аналогик технологиялар, мәҫәлән, локаль һаҡлағыс күҙ уңында тотола.

Cookie. Был сайтҡа ингәндә, башҡа күп сайттарҙағы кеүек, мәғлүмәттең cookie файлдары булараҡ билдәле ҙур булмаған өлөшө һеҙҙең мобиль телефон, планшет йә компьютерҙың ҡаты дискында һаҡланып ҡалырға мөмкин. Cookie файлдарының төрлө төрҙәре бар, уларҙың һәр береһе һеҙҙең сайт менән эшләүегеҙҙе яҡшыртырға тәғәйенләнгән билдәле бер функциялар үтәй. Беҙ cookie файлдарын һеҙ беҙҙең сайтҡа элек ингәнһегеҙме икәнен белер өсөн йә сайттың һеҙ һайлаған настройкаларын иҫтә ҡалдырыр өсөн ҡуллана алабыҙ. Мәҫәлән, әгәр һеҙ сайттың телен һайлаһағыҙ, был настройка cookie-ҙа һаҡланып ҡалырға мөмкин, һәм һеҙ икенсе ваҡыт сайтҡа ингәндә сайттың теле автоматик рәүештә һайланасаҡ. Беҙ cookie-ҙы реклама маҡсаттарында ҡулланмайбыҙ.

Түбәндә был сайтта ҡулланылған cookie файлдарының өс категорияһы тасуирлана:

  1. Үтә кәрәк cookie-ҙар. Улар һеҙгә сайттың билдәле бер функциялары, мәҫәлән сайтҡа инеү йә бланктар тултырыу кеүек функциялар менән ҡулланырға мөмкинлек бирә. Был cookie файлдары булмаһа, иғәнәләр күсереү кеүек һеҙ һораған хеҙмәттәр күрһәтелә алмай. Бынан тыш, ундай cookie-ҙар беҙгә һеҙ һораған хеҙмәттәрҙе сеанс дауамында күрһәтергә мөмкинлек бирә. Был cookie файлдары реклама маҡсаттарында йә интернетта йөрөүегеҙҙе күҙәтеү өсөн ҡулланыла алған шәхси мәғлүмәтегеҙҙе йыймай.

  2. Функциональ cookie-ҙар. Улар сайтҡа һеҙ һайлаған настройкаларҙы (мәҫәлән, ҡулланыусының исеме, теле, булған урынығыҙ) «иҫтә ҡалдырырға» һәм сайт ҡулланыуҙы еңелләштергән киңәйтелгән функцияларҙы бирергә мөмкинлек бирә.

  3. Аналитик cookie-ҙар. Улар сайтҡа инеүселәрҙең был сайтты нисек ҡулланыуҙары хаҡында мәғлүмәт йыйыу өсөн кәрәк. Мәҫәлән, сайтҡа инеп сығыуҙарҙың һаны йә уларҙың уртаса дауамлығы хаҡында мәғлүмәт йыйыла. Был мәғлүмәт фәҡәт сайттың эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн ҡулланыла.

Ҡайһы бер cookie-ҙар сит cookie-ҙар булып тора һәм бүтән домендарға ҡарай. Беҙ, Google reCAPTCHA менән бәйле сит cookie-ҙарҙы иҫәпкә алмағанда, үҙебеҙҙең cookie-ҙарҙы ғына ҡулланабыҙ. Google reCAPTCHA реаль ҡулланыусыларҙы спам таратҡан роботтарҙан айырыр өсөн ҡулланыла. Google-дың конфиденциаллек сәйәсәте менән түбәндәге адрес буйынса танышып була: https://www.google.com/intl/ru/policies/privacy/.

Веб-маяктар. Беҙҙең сайт биттәрендә ҙур булмаған файлдар — веб-маяктар булырға мөмкин. Улар беҙгә ҡайһы бер нәмәләрҙе, мәҫәлән, һеҙҙең сайттың билдәле бер биттәренә инеүегеҙҙе яҙып алырға мөмкинлек бирә. Веб-маяктар әлеге сайттың нисек ҡулланылыуын күреү һәм уның эшкә һәләтлелеген күҙәтеү өсөн кәрәк.

IP-адрестар ҡулланыу. IP-адрес — цифрлы код, ул һеҙҙең компьютерығыҙҙы интернетта таный. Беҙ ҡулланыусыларҙың эштәрен анализлау һәм сайттың эшендәге проблемаларҙы табыу, шулай уҡ үҙебеҙ күрһәткән хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу өсөн IP-адрестар ҡулланабыҙ һәм браузерҙарҙың төрөн билдәләйбеҙ.

Һеҙгә һайларға. Күпселек браузерҙар ҡулланыусыларға cookie-ҙы һүндереп ҡуйырға мөмкинлек бирә йәки уларҙы һеҙҙең яйланмала һаҡлар алдынан рөхсәт һорай. Cookie-ҙы нисек көйләү тураһында күберәк белер өсөн, браузерығыҙҙың белешмәләр документацияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Иғтибар итегеҙ: cookie-ҙар һүндереп ҡуйылған булһа, һеҙ беҙҙең сайттың бөтә функцияларын тулыһынса ҡуллана алмаясаҡһығыҙ.

Актив сценарийҙар (JavaScript)

Сценарийҙар сайтта уның эшен яҡшыртыу өсөн ҡулланыла. Был технологияны ҡулланыу ярҙамында сайт ҡулланыусының запростарына тиҙерәк яуап бирә ала. Сайт сценарийҙарҙы ҡулланыусының компьютерына программа тәьминәте ҡуйыу йәки санкцияланмаған рәүештә (йәғни рөхсәт ителмәйенсә) ҡулланыусының мәғлүмәтен йыйыу өсөн ҡулланмай.

Сайттың ҡайһы бер разделдары дөрөҫ эшләһен өсөн, браузерҙың настройкаларында актив сценарийҙарҙы (JavaScript) рөхсәт итеү талап ителә. Күпселек браузерҙар конкрет сайттар өсөн был функцияны рөхсәт итергә йә тыйырға мөмкинлек бирә. Һайланған сайттарҙа сценарийҙарҙы нисек рөхсәт итеү тураһында браузерға килтерелгән документациянан уҡығыҙ.

Һеҙҙең хоҡуҡтар

Һеҙ был сайт менән ҡуллана алаһығыҙ, шулай уҡ теләһә ниндәй баҫма, видеоролик һәм аудиопрограммаларҙы бушлай күсереп ала алаһығыҙ. Был сайт менән ҡулланыр өсөн, һеҙгә учет яҙыуы булдырыу, ирекле иғәнәләр биреү йәки нисектер беҙҙең менән үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәтте бүлешеү мотлаҡ түгел. Әммә, әгәр ҙә һеҙ учет яҙыуы булдырырға, иғәнә бирергә, Изге Яҙманы түләүһеҙ өйрәнеү тураһында һорарға йәки ниндәйҙер башҡа юл менән беҙҙең сайттан файҙаланырға хәл иткәнһегеҙ икән, шул уҡ ваҡытта үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәтте биргәнһегеҙ икән, һеҙ шулай итеп был конфиденциаллек сәйәсәтенең ҡағиҙәләре һәм cookie ҡулланыу менән риза икәнегеҙҙе күрһәтәһегеҙ. Һеҙҙең ризалығығыҙ шулай уҡ Америка Ҡушма Штаттарында урынлашҡан серверҙарҙа мәғлүмәт һаҡлауға, Күҙәтеү манараһы йәмғиәте, шулай уҡ төрлө илдәрҙә Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлегенә булышлыҡ иткән ойошмалар тарафынан һеҙҙең шәхси мәғлүмәтте йыйыу, эшкәртеү, ебәреү һәм һаҡлауға ла тарала. Һеҙҙең мәғлүмәтте кем йыясаҡ? Был һеҙҙең сайтты ниндәй маҡсат менән ҡулланыуығыҙға бәйле. Мәҫәлән, әгәр һеҙ билдәле бер илдең юридик шәхесенә иғәнә яһайһығыҙ икән, һеҙҙең исем һәм бәйләнешкә инеү өсөн кәрәкле мәғлүмәт иғәнәгеҙ ебәрелгән ошо конкрет юридик шәхескә биреләсәк. Йәки, әгәр һеҙ Изге Яҙма өйрәнеү тураһында һорайһығыҙ икән, һеҙҙең исем һәм контактҡа инеү өсөн кәрәкле мәғлүмәт Йәһүә шаһиттарының филиалына биреләсәк, һәм улар һеҙҙең үтенесегеҙҙе үтәйәсәк.

Әгәр учет яҙыуы булдырғанда, иғәнәне рәсмиләштергәндә йәки ниндәйҙер бүтән осраҡта һеҙ беҙ һораған мәғлүмәтте бирә алмайһығыҙ икән, беҙ һеҙҙең үтенесте үтәй алмаясаҡбыҙ.

Әгәр ҙә конфиденциаллек сәйәсәтенә үҙгәрештәр индерелһә, улар ошо биттә баҫтырыласаҡ. Шулай итеп, һеҙ беҙҙең ниндәй мәғлүмәт йыйыуыбыҙҙы һәм уларҙы нисек ҡулланыуыбыҙҙы һәр ваҡыт беләсәкһегеҙ.

Һеҙ йәшәгән илдең закондар йыйылмаһына ҡарап, һеҙҙең шәхси мәғлүмәтегеҙгә ҡағылышлы өҫтәмә хоҡуҡтарығыҙ булырға мөмкин. Был хоҡуҡтар һеҙ беҙгә ошо сайт аша биргән мәғлүмәткә инеү мөмкинлегенә, шулай уҡ уны үҙгәртеү йә юҡ итеү мөмкинлегенә ҡағыла ала. Әгәр был һеҙҙең илгә ҡағылһа, һеҙ бәйләнешкә инеү өсөн мәғлүмәтте ошонда таба алаһығыҙ. Әгәр һеҙҙең шәхси мәғлүмәт тураһындағы һорау иғәнәләргә ҡағыла икән, зинһар өсөн, иғәнәгеҙҙе алыусы менән бәйләнешкә инегеҙ, уның тураһында мәғлүмәт иғәнәне рәсмиләштергәндә күрһәтелгән ине һәм квитанцияға яҙып ҡуйылған ине.