61-СЕ ЙЫР

Шаһиттар, алға!

Шаһиттар, алға!

(Лука 16:16)

  1. 1. Был ахырғы заманда Алла халҡы

    Ҡыйыу вәғәзләй, туҡтатып булмай уны.

    Алла яғында ныҡ торабыҙ,

    Һәм, Шайтан ҡурҡытһа ла, бирешмәйбеҙ.

    ҠУШЫМТА

    Алға, шаһиттар, алға! Ҡурҡмаҫ йөрәктәр!

    Алла хәбәрен шатланып һөйләүселәр!

    Тиҙҙән ер йөҙө ожмахҡа әйләнәсәк,

    Был хаҡта һәр кемгә вәғәзләйек.

  2. 2. Йәһ дуҫтары еңел юл эҙләмәйҙәр,

    Боҙоҡ донъяның эшендә ҡатнашмайҙар,

    Сафлыҡ юлынан тайпылмайса,

    Тик алға баралар икеләнмәйсә.

    ҠУШЫМТА

    Алға, шаһиттар, алға! Ҡурҡмаҫ йөрәктәр!

    Алла хәбәрен шатланып һөйләүселәр!

    Тиҙҙән ер йөҙө ожмахҡа әйләнәсәк,

    Был хаҡта һәр кемгә вәғәзләйек.

  3. 3. Күп кешеләр Алланы һанға һуҡмай,

    Уның исемен белергә һис теләмәй.

    Изге Аллаға дан йырлайыҡ,

    Исемен бар ерҙә иғлан итәйек.

    ҠУШЫМТА

    Алға, шаһиттар, алға! Ҡурҡмаҫ йөрәктәр!

    Алла хәбәрен шатланып һөйләүселәр!

    Тиҙҙән ер йөҙө ожмахҡа әйләнәсәк,

    Был хаҡта һәр кемгә вәғәзләйек.

(Сығ. 9:16; Флп. 1:7; 2 Тим. 2:3, 4; Яҡ. 1:27-не лә ҡара.)