55-СЕ ЙЫР
Уларҙан ҡурҡмағыҙ!
-
1. Эй халҡым, ҡурҡма, алға бар,
Бирешмә дошмандарға,
Батшалыҡ тураһында
Вәғәзлә һәр тарафта.
Күктәрҙә Мәсих — Батша, тип
Ҡыйыулыҡ менән һөйлә.
Иблисте лә, ендәрҙе лә
Бығаулар тиҙҙән Ғайса.
ҠУШЫМТА
Уларҙан ҡурҡып тормағыҙ,
Дошмандар еңә алмай.
Тоғромдо һәр саҡ һаҡлармын,
Күҙемдең ҡараһылай.
-
2. Дошмандың һаны ғәйәт күп,
Тырыша ҡурҡытырға,
Мыҫҡыллай, хәйлә ҡора
Хаҡ юлдан тайпылдыра.
Ташланһа арыҫландай ул,
Бирелмәгеҙ ҡурҡыуға.
Мин һеҙҙе яҡлап торормон,
Гел булып янығыҙҙа.
ҠУШЫМТА
Уларҙан ҡурҡып тормағыҙ,
Дошмандар еңә алмай.
Тоғромдо һәр саҡ һаҡлармын,
Күҙемдең ҡараһылай.
-
3. Тоғролоҡ һаҡлап үлһәгеҙ,
Сығармаҫмын хәтерҙән,
Торғоҙормон Ҡәберҙән,
Көслөрәк мин үлемдән.
Ахырғаса ныҡ булһағыҙ,
Өҙөлмәҫ өмөтөгөҙ.
Ҡыйыулыҡ, ҡеүәт бирермен,
Мин — һеҙҙең ҡалҡанығыҙ.
ҠУШЫМТА
Уларҙан ҡурҡып тормағыҙ,
Дошмандар еңә алмай.
Тоғромдо һәр саҡ һаҡлармын,
Күҙемдең ҡараһылай.
(Ҡан. 32:10; Ниҡ. 4:14; Зәб. 59:1; 83:2, 3-тө лә ҡара.)