3-СӨ ЙЫР
Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ
(Ғибрәтле һүҙҙәр 14:26)
-
1. Йәһүә Алла, рәхмәт һиңә —
Яҡты өмөт бирҙең;
Шул өмөт менән йәшәйбеҙ,
Бәхет юлын астың.
Әммә тормошта борсолоуҙар
Күңелгә ҡурҡыу һала,
Һәм өмөт, балҡып торһа ла,
Ҡай саҡ һүнеп ҡала.
ҠУШЫМТА
Йәһүә, Ҡаябыҙ,
Һин — ышыҡ урын,
Табабыҙ һиндә һыйыныу.
Тормошта, хеҙмәттә
Һис ҡалдырмайһың,
Йәшәйбеҙ һиңә таянып.
-
2. Йыуаныс бирәһең, Йәһүә,
Ауыр ваҡыттарҙа.
Аллабыҙ, беҙгә ярҙам ит
Быны онотмаҫҡа.
Был хаҡта уйлау көс-дәрт бирә —
Ҡабына өмөт йәнә.
Данларға һине теләйбеҙ,
Ышыҡ урын — һиндә.
ҠУШЫМТА
Йәһүә, Ҡаябыҙ,
Һин — ышыҡ урын,
Табабыҙ һиндә һыйыныу.
Тормошта, хеҙмәттә
Һис ҡалдырмайһың,
Йәшәйбеҙ һиңә таянып.
(Зәб. 72:13, 14; Ғиб. һүҙ. 3:5, 6, 26; Ирем. 17:7-не лә ҡара.)