150-СЕ ЙЫР
Ҡотолор өсөн, Хоҙайҙы эҙлә
(Сафуния 2:3)
-
1. Бар хакимдар бергә
Ҡаршы сыға Мәсихкә.
Кеше идараһы тиҙҙән
Юҡҡа сығыр мәңгегә.
Бик аҙ ваҡыт ҡалды,
Күктә Батшалыҡ тыуҙы.
Алла Улы ғәскәре менән
Иҙер бар дошмандарҙы.
ҠУШЫМТА
Тыңла Алла нәсихәтен,
Яҡла уның хакимлығын.
Хоҙайҙы эҙлә,
Ҡанунын үтә,
Ҡотолоу инде бик яҡын.
Тиҙҙән күрерһең Алланың
Ҡеүәтле ҡулын.
-
2. Һәр кешегә Алла
Һайлау яһарға бирә.
Ҡабул итерме хәбәрҙе —
Һәр кем үҙе хәл итә.
Ныҡ бул һынауҙарҙа,
Ҡурҡма, тоғролоҡ һаҡла.
Һинең янда Йәһүә Алла,
Ярҙам итә, ҡотҡара.
ҠУШЫМТА
Тыңла Алла нәсихәтен,
Яҡла уның хакимлығын.
Хоҙайҙы эҙлә,
Ҡанунын үтә,
Ҡотолоу инде бик яҡын.
Тиҙҙән күрерһең Алланың
Ҡеүәтле ҡулын.
(1 Сам. 2:9; Зәб. 2:2, 3, 9; Ғиб. һүҙ. 2:8; Матф. 6:33-тө лә ҡара.)