148-СЕ ЙЫР
Йәһүә — беҙҙең Ҡотҡарыусы
(2 Самуил 22:1—8)
-
1. Бар Ғаләмдә тиңдәр юҡ, Йәһүә, һиңә.
Хужаһың күктәргә, ергә, диңгеҙҙәргә.
Бөйөкһөң, ҡеүәтлеһең; тик һин — ҡәлғә, Йәһүә,
Ышаныслы ҡалҡан.
ҠУШЫМТА
Хоҙай, һин тоғро йәнде ҡотҡараһың.
Күрһен барыһы: халҡыңдың һин Ҡаяһы.
Таратабыҙ бөйөк даныңды бөтә ерҙә,
Таянабыҙ һиңә, Йәһүә; яҡлау — һиндә.
-
2. «Үлем сынйырҙары мине сырмап алды.
Аллам, бир ҡыйыулыҡ, нығыт иманымды.
Йәштәр түгеп, һиңә мин ауаз һалам, ялбарам.
Берүк ишет, Аллам».
ҠУШЫМТА
Хоҙай, һин тоғро йәнде ҡотҡараһың.
Күрһен барыһы: халҡыңдың һин Ҡаяһы.
Таратабыҙ бөйөк даныңды бөтә ерҙә,
Таянабыҙ һиңә, Йәһүә; яҡлау — һиндә.
-
3. Күктәр һинең көслө тауышыңдан күкрәр.
Дошман дер ҡалтырар, хөкөмөңдән шөрләр.
Исемеңде данларһың, белер шунда бар донъя:
Һин — таяныс беҙгә.
ҠУШЫМТА
Хоҙай, һин тоғро йәнде ҡотҡараһың.
Күрһен барыһы: халҡыңдың һин Ҡаяһы.
Таратабыҙ бөйөк даныңды бөтә ерҙә,
Таянабыҙ һиңә, Йәһүә; яҡлау — һиндә.
(Зәб. 18:1, 2; 144:1, 2-не лә ҡара.)