141-СЕ ЙЫР
Тормош — ғәжәп бүләк
(Зәбур 36:9)
-
1. Һәр ҡояш нуры, саф шишмә һыуы,
Йондоҙло кистәр йәме, таң атыуы —
Һәммәһен Алла мул итеп бирә.
Һәр яңы көн, һәр һулыш — ысын мөғжизә.
ҠУШЫМТА 1
Тормош — ғәжәп бүләк, ҡәҙерлә уны,
Һәр мәлдән дә кинәнес тап, ярат Алланы.
Ундай ҙур бүләкте һатып алып булмай,
Уны йомарт Алла бүләк иткән беҙгә.
-
2. Кемдер, бирешеп, өмөттән яҙа,
Алланан үлем һорай ул үҙенә.
Рәхмәтле булып бөтә йөрәктән,
Әйҙә, йәм табып йәшәйек һәр миҙгелдән.
ҠУШЫМТА 2
Тормош — ғәжәп бүләк, ҡәҙерлә уны,
Яратып яҡыныңды, бул һәр саҡ шатлыҡлы.
Ундай ҙур бүләкте һатып алып булмай,
Уны йомарт Алла бүләк иткән беҙгә.
(Әйүп 2:9; Зәб. 34:12; Вәғ. 8:15; Матф. 22:37—40; Рим. 6:23-тө лә ҡара.)