139-СЫ ЙЫР

Ожмахты күҙ алдына килтер

Ожмахты күҙ алдына килтер

(Асылыш 21:1—5)

  1. 1. Күҙ алдына килтер әле:

    Ерҙә — ожмах, һәр кеше бәхетле;

    Шундай рәхәт һәм ниһайәт

    Юҡ ғазаптар, юҡ ҡайғы-хәсрәт;

    Сикһеҙ тынлыҡ хөкөм һөрә,

    Алла үҙе идара итә.

    Йәмгә күмелеп, ер йөҙө яңырҙы!

    Йырлайбыҙ шуға шатлыҡтан ошо йырҙы:

    ҠУШЫМТА

    «Рәхмәт, Аллабыҙ, яҡты нур һиптең —

    Улың аша ожмахты тергеҙҙең.

    Күңел илһамланып йырларға ашҡына,

    Данға, маҡтауға һин лайыҡһың, Йәһүә».

  2. 2. Килтер әле күҙ алдына:

    Ҡоштар һайрай, шишмәләр сылтырай;

    Беҙ ожмахта татыулыҡта

    Ғүмер итәбеҙ, рәхәт бында!

    Күҙ йәштәрен Алла һөрттө,

    Өҫтөбөҙҙән сатырын ҡорҙо.

    Яҡындарыбыҙ терелеп торасаҡ,

    Беҙгә ҡушылып, шатланып йырлаясаҡ:

    ҠУШЫМТА

    «Рәхмәт, Аллабыҙ, яҡты нур һиптең —

    Улың аша ожмахты тергеҙҙең.

    Күңел илһамланып йырларға ашҡына,

    Данға, маҡтауға һин лайыҡһың, Йәһүә».

(Зәб. 37:10, 11; Ишағ. 65:17; Яхъя 5:28; 2 Пет. 3:13-тө лә ҡара.)