1-СЕ ЙЫР
Йәһүәнең сифаттары
(Асылыш 4:11)
-
1. Тиңдәр юҡ һиңә, бөйөк Йәһүә,
Йәшәү шишмәһе, яҡтылыҡ тик һиндә.
Бар эштәрең дан йырлай көсөңә,
Ҡуйғанһың ерҙе һин мәңгегә.
-
2. Һинең тәхетең тора хаҡлыҡта,
Ғәҙел ҡануның күңелде йыуата.
Тәрән аҡыл Һүҙеңдә сағыла,
Беҙҙе шул хәтле һоҡландыра.
-
3. Иң төп сифатың — сикһеҙ мөхәббәт,
Төрлө бүләккә бигерәк һин йомарт.
Сифаттарың, Йәһүә, бик күркәм!
Һиңә дан йырлап, табабыҙ йәм!
(Зәб. 36:9; 145:6—13; Вәғ. 3:14; Яҡ. 1:17-не лә ҡара.)