17-СЕ ДӘРЕС
Аңлайышлы һөйлә
1 Коринфтарға 14:9
МАҠСАТ Тыңлаусыларыңа әйткәндәреңдең мәғәнәһенә төшөнөргә ярҙам ит.
БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ
-
Ентекләп әҙерлән. Теманы ябай һәм үҙ һүҙҙәрең менән аңлатыр өсөн, уның асылына төшөн.
-
Ҡыҫҡа һөйләмдәр һәм ябай фразалар ҡуллан. Оҙон һөйләмдәрҙе ҡулланырға мөмкин булһа ла, төп фекерҙәрҙе ҡыҫҡа һөйләмдәр менән еткереү яҡшыраҡ.
-
Таныш булмаған һүҙҙәрҙе аңлат. Тыңлаусыларың аңламаған әйтемдәр ҡулланма. Әгәр һиңә таныш булмаған термин, Изге Яҙмалағы персонаж, боронғо үлсәү берәмеге йә йола тураһында әйтеп китергә кәрәк булһа, аңлатма бир.