Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Үҙеңә Йәһүә ҡарағандай ҡара

Үҙеңә Йәһүә ҡарағандай ҡара

«Йәһүә үҙ халҡына ҡарап шатлана» (Зәб 149:4). Беҙ камил булмаһаҡ та, ул беҙҙең яҡшы сифаттарыбыҙҙы һәм киләсәктә ниндәй була алғаныбыҙҙы күрә. Әммә ҡай саҡ үҙебеҙгә Йәһүәнең күҙҙәре менән ҡарауы ауыр булырға мөмкин. Бәлки, беҙ башҡаларҙың мөнәсәбәте арҡаһында үҙебеҙгә түбәнһетеп ҡарайбыҙҙыр. Ә бәлки, үткәндә яһаған хаталарыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, Йәһүәнең үҙебеҙҙе яратҡанына шикләнәбеҙҙер. Ундай уй-фекерҙәр һәм хистәр менән көрәшергә беҙгә нимә ярҙам итер?

Онотма, Йәһүә кеше кеүек ҡарамай (1См 16:7). Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ул беҙҙә хатта үҙебеҙ күрмәгәнде лә күрә. Изге Яҙма Йәһүәнең беҙгә нисек ҡарағанын аңларға ярҙам итә. Бының өсөн беҙгә Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәрен ни тиклем ныҡ яратҡанын күрһәткән аяттар һәм өҙөктәр өҫтөндә уйланырға кәрәк.

«ЙӨРӘГЕҢДЕ ЙӘҺҮӘНЕҢ ҮҘЕҢДЕ ХУПЛАҒАНЫНА ЫШАНДЫР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:

  • Йүгереүсе һәм уның атаһы тураһындағы миҫалдан Йәһүәнең беҙгә ҡарата ҡарашы тураһында нимә беләбеҙ?

  • Етди гонаһ ҡылған кеше Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен тергеҙер өсөн кәрәкле аҙымдар яһаһа, үҙен Йәһүәнең хуплауына нисек ышандыра ала? (1Ях 3:19, 20).

     
  • Ағай-ҡәрҙәшкә Дауыт менән Иосафаттың миҫалдары тураһында уйланыу нисек ярҙам иткән?