3 Яхъя 1:1—14

  • Сәләмләү һүҙҙәре һәм доға (1—4)

  • Ғайҙы маҡтау (5—8)

  • Беренсе булырға яратҡан Диәтриф (9, 10)

  • Диметрәйҙең яҡшы абруйы (11, 12)

  • Килергә ниәтләү; сәләмдәр әйтеү (13, 14)

1  Мин, аҡһаҡал*, ысын күңелдән яратҡан ҡәҙерле Ғай ҡәрҙәшемә яҙам. 2  Һөйөклө ҡәрҙәшем, һаулығың ныҡ булһын һәм эштәрең артабан да уңышлы барһын, тип доға ҡылам. 3  Ҡәрҙәштәр килеп, һинең хәҡиҡәткә тоғро булыуың һәм хәҡиҡәт юлында йөрөүең тураһында әйткәс, бик ҡыуандым. 4  Минең өсөн балаларымдың хәҡиҡәт юлында йөрөүҙәре хаҡында ишетеүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ*. 5  Һөйөклө дуҫым, һин хатта үҙеңә таныш булмаған ҡәрҙәштәргә ярҙам итеп, Аллаға тоғролоҡ күрһәтәһең. 6  Улар йыйылышҡа һинең яратыуың тураһында һөйләне. Шул ҡәрҙәштәр киткән саҡта, уларҙы Аллаға яраҡлы итеп юлға йыйыуыңды үтенәм. 7  Улар бит Алланың исеме хаҡына башҡа халыҡ кешеләренән* бер нәмә лә алмайынса юлға сыҡҡан. 8  Шуға күрә беҙ ундай ҡәрҙәштәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә тейеш. Шулай эшләп, улар менән хәҡиҡәтте таратыуҙа хеҙмәттәшлек итербеҙ. 9  Мин йыйылышҡа хат яҙған инем, әммә арағыҙҙа беренсе булырға яратҡан Диәтриф бер һүҙебеҙгә лә хөрмәт менән ҡарамай. 10  Шуға күрә, һеҙгә килһәм, уның эштәренә, беҙҙең хаҡта яман һүҙҙәр таратыуына иғтибар йәлеп итермен. Етмәһә, ул ҡәрҙәштәрҙе хөрмәт менән ҡабул итмәй, ә ҡабул итергә теләүселәргә ҡамасаулай һәм уларҙы йыйылыштан ҡыуырға маташа. 11  Һөйөклө ҡәрҙәшем, яманлыҡҡа түгел, ә яҡшылыҡҡа эйәр. Яҡшылыҡ ҡылыусы — Алланан, ә яманлыҡ ҡылыусы Алланы белмәй. 12  Барыһы ла Диметрәйҙе маҡтап телгә ала, һәм уларҙың һүҙҙәре дөрөҫ икәне уның хәҡиҡәт буйынса йәшәүенән күренә. Беҙ ҙә уның хаҡында тик яҡшыны ғына һөйләйбеҙ, ә һин беҙҙең дөрөҫөн һөйләгәнебеҙҙе беләһең. 13  Һиңә тағы күп нәмә тураһында яҙырға теләгәйнем, әммә шул хаҡта яҙып торғом килмәй. 14  Оҙаҡламай һинең менән күрешеп, йөҙгә-йөҙ һөйләшергә өмөтләнәм. Именлек һиңә! Дуҫтар һиңә сәләмдәр ебәрә. Һин дә минән дуҫтарҙың һәр береһенә сәләм әйт.

Төшөрмәләр

Йәки «өлкән кеше».
Йә, бәлки, «рәхмәтле булыр өсөн ҙурыраҡ сәбәп юҡ».
Йәғни Мәсихкә ышанмаған кешеләрҙән.