Кәринттәргә икенсе хат 2:1—17
2 Һеҙгә киләһе тапҡыр килгәндә, күңелегеҙҙе төшөрмәҫкә хәл иттем.
2 Сөнки күңелегеҙҙе төшөрһәм, мине кем ҡыуандырыр? Мин күңелдәрен төшөргән кешеләрме?
3 Яҙғандарымды, янығыҙға килгәс, күңелем һеҙҙең арҡала төшмәһен, ә шатланһын өсөн яҙҙым. Мине ҡыуандырған нәмә һеҙҙе лә ҡыуандырғанына ныҡ ышанам.
4 Мин бит хатымды ныҡ ҡайғырып, йөрәгем әрнеп, күҙ йәштәремде түгә-түгә яҙҙым, тик күңелегеҙҙе төшөрөр өсөн түгел, ә һеҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡанымды белдерер өсөн.
5 Берәйһе бойоғоуға сәбәпсе булған икән, ул мине түгел, ә ниндәйҙер дәрәжәлә һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә бойоҡторҙо. Ләкин сиктән тыш ҡаты булырға теләмәйем.
6 Ундай кеше өсөн күпселегегеҙҙән алған шелтә* инде етерлек.
7 Хәҙер, ул ҡайғыға батып йөрөмәһен өсөн, уны ихлас күңелдән кисереп, йыуатығыҙ.
8 Шуға үтенеп һорайым: уны үҙ яратыуығыҙға ышандырығыҙ.
9 Сөнки мин һеҙгә бөтә нәмәлә тыңлаусанмы, юҡмы икәнегеҙҙе белер өсөн дә яҙҙым.
10 Һеҙ берәй кемде ғәфү итәһегеҙ икән, мин дә ғәфү итәм. Ә мин үҙем ғәфү иткән бар нәмәне (әгәр ғәфү итерлек нәмә булған булһа) һеҙҙең хаҡҡа ғәфү иттем, һәм Мәсих быға шаһит.
11 Быны Шайтан беҙҙе алдамаһын өсөн эшләнем, беҙ уның алымдарын* яҡшы беләбеҙ бит.
12 Труасҡа Мәсих хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итергә килеп, Хужабыҙ хаҡына хеҙмәт итергә мөмкинлек тыуғас*,
13 ҡәрҙәшем Титты тапмағанға, күңелем* тыныслана алманы. Шуға мин ундағы шәкерттәр менән хушлаштым да Македонияға юлландым.
14 Беҙҙе һәр ваҡыт Мәсих менән тантаналы йөрөштә алып барған һәм беҙҙең аша бөтә ерҙә үҙе хаҡындағы белемдең хуш еҫен таратҡан Аллаға рәхмәт!
15 Сөнки Алла өсөн беҙ — Мәсих тураһындағы хәбәрҙең татлы хуш еҫе. Был еҫте ҡотолоусылар ҙа, һәләк ителеүселәр ҙә һиҙә.
16 Һуңғылары өсөн был — үлемгә алып барған үлем еҫе, ә беренселәре өсөн был — йәшәүгә алып барған йәшәү еҫе. Шундай хеҙмәт өсөн кем яраҡлы һуң?
17 Беҙ яраҡлы, сөнки беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ*, ләкин, Алла вәкилдәре һәм Мәсих шәкерттәре булараҡ, Алла алдында ысын күңелдән һөйләйбеҙ.

