Кәринттәргә икенсе хат 12:1—21
12 Миңә маҡтанырға тура килә. Бының файҙаһы булмаһа ла, Хужабыҙҙан бирелгән илаһи күренештәр менән асылыштарға күсәм.
2 Мәсихтең шәкерте* булған бер кешене беләм. 14 йыл элек ул — тәндәме, тәндән тышмы, белмәйем, быны Алла белә — өсөнсө күккә алынды.
3 Эйе, мин ундай кешене беләм, ул — тәндәме, тәндән башҡамы, белмәйем, быны Алла белә —
4 ожмахҡа алып кителде һәм әйтергә ярамаған, кешенең ҡабатларға хаҡы булмаған һүҙҙәр ишетте.
5 Ундай кеше менән маҡтанырмын, ә үҙем менән маҡтанмаҫмын, көсһөҙ яҡтарым менән маҡтанһам ғына инде.
6 Хатта маҡтанырға теләһәм дә, аҡылһыҙ булмаҫ инем, сөнки дөрөҫөн әйтер инем. Әммә бынан тыйылам, сөнки бер кемдең дә минең хаҡта күреп-ишеткәненән артыҡ уйлауын теләмәйем.
7 Мин ғәжәйеп асылыштар алғанға ғына, бер кем дә минең турала артығын уйламаһын.
Мин маһайып китеп, үҙем хаҡында сиктән тыш күп уйламаһын өсөн, тәнемә сәнскәк ҡаҙалды, һәм был сәнскәк, Шайтан фәрештәһе кеүек, мине ыҙалата*.
8 Хужабыҙҙан шул сәнскәкте алыуын өс тапҡыр үтендем,
9 ләкин ул былай тине: «Һиңә сикһеҙ игелегемде етерлек күрһәтәм, минең көсөм һинең көсһөҙ булған сағыңда тулыһынса күренә». Шуға күрә, Мәсихтең көсө миңә сатыр һымаҡ булһын өсөн, мин шатланып көсһөҙ яҡтарым менән маҡтанырмын.
10 Шунлыҡтан мин Мәсих өсөн көсһөҙ булыуҙан, кәмһетелеүҙән, мохтажлыҡ күреүҙән, эҙәрләнеүҙән һәм ҡыйынлыҡтар кисереүҙән рәхәтлек табам, сөнки көсһөҙ булған сағымда мин көслө.
11 Мин аҡылһыҙ булып киттем. Һеҙ мине быға мәжбүр иттегеҙ, һеҙ бит мине маҡтарға тейеш инегеҙ, сөнки, мине әһәмиәтһеҙ тип һанаһағыҙ ҙа, «атаҡлы» илселәрегеҙҙән бер ерем менән дә кәм түгелмен.
12 Һеҙ илсе булғанымды иҫбатлаған дәлилдәрҙе үҙегеҙ күрҙегеҙ: сыҙамлығымды, мин күрһәткән билдәләрҙе, мөғжизәләрҙе һәм ғәжәйеп эштәрҙе.
13 Башҡа йыйылыштар менән сағыштырғанда, мин һеҙҙе нимәнән мәхрүм иттем? Һүҙ һеҙгә йөк булмауым тураһында ғына барырға мөмкин. Был ғәҙелһеҙлек өсөн мине ихлас күңелдән ғәфү итегеҙсе.
14 Инде өсөнсө тапҡыр һеҙгә килергә йыйынам, шулай ҙа һеҙгә ауыр йөк булмам. Миңә мөлкәтегеҙ түгел, ә һеҙ үҙегеҙ кәрәк. Сөнки балалар ата-әсәләре өсөн түгел, ә ата-әсәләр балалары өсөн байлыҡ йыйырға тейеш.
15 Мин иһә һеҙҙең хаҡҡа үҙемдә булғандың барыһын шатланып бирермен, хатта үҙемде лә аямаҫмын. Һеҙҙе шул тиклем ныҡ яратам икән, һеҙ ҙә мине шулай яратырға тейеш түгелме ни?
16 Һәр хәлдә мин һеҙгә йөк булманым. Шулай ҙа һеҙ минең турала, ул «хәйләкәр» һәм «алдап» беҙҙе тоҙаҡҡа төшөрҙө, тип әйтәһегеҙ.
17 Һеҙгә үҙем ебәргән кешеләр аша һеҙҙән файҙаландыммы әллә?
18 Мин Титты һеҙгә барырға күндерҙем һәм уның менән бергә бер ҡәрҙәште ебәрҙем. Тит һеҙҙән файҙаландымы ни? Беҙҙең бер уйҙа булыуыбыҙ күренмәнеме ни? Беҙ бер юлдан барманыҡмы ни?
19 Бәлки, беҙҙең турала, алдыбыҙҙа аҡланалар, тип уйлайһығыҙҙыр. Юҡ, беҙ Алла алдында Мәсихтең шәкерттәре булараҡ* һөйләйбеҙ. Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, беҙ ни генә эшләһәк тә, һеҙҙе нығытыр өсөн эшләйбеҙ.
20 Һеҙгә килгәс, тәртибегеҙ минең өмөтөмдө аҡламаҫ, ә минең мөнәсәбәтем һеҙҙең өмөтөгөҙҙө аҡламаҫ, тип ҡурҡам; арағыҙҙа ыҙғыш-талаш, көнсөллөк, асыу, әрләшеү, яман теллелек, ғәйбәт, тәкәбберлек һәм тәртипһеҙлек булыр, тип борсолам.
21 Мин һеҙгә ҡабат килгәс, Алла мине һеҙҙең алда оялтыр, тип ҡурҡам, һәм миңә арағыҙҙа бығаса гонаһ ҡылып йөрөгән, әммә үҙ нәжеслегендә, аҙғынлығында* һәм оятһыҙ тәртибендә* тәүбә итмәгәндәрҙең күбеһе хаҡында ҡайғырырға тура килергә мөмкин.
Төшөрмәләр
^ Йәки «Мәсих менән берҙәмлектә». Һүҙмә-һүҙ «Мәсихтә».
^ Йәки «туҡмай».
^ Йәки «Мәсих менән берҙәмлектә». Һүҙмә-һүҙ «Мәсихтә».
^ Грекса порне́йа. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.

