1 Яхъя 1:1—10

  • «Тормош һүҙе» (1—4)

  • Яҡтылыҡта йөрөү (5—7)

  • Гонаһтарҙы танырға кәрәк (8—10)

1  Беҙ һеҙгә тормош һүҙен килтереүсе тураһында яҙабыҙ. Ул баштан уҡ булған, беҙ уны ишеттек, үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек, күҙәттек һәм уға ҡулдарыбыҙ менән ҡағылдыҡ. 2  (Эйе, мәңгелек тормош беҙгә асыҡ күрһәтелде, беҙ уны күрҙек һәм уның тураһында һеҙгә шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм һөйләйбеҙ. Был мәңгелек тормош — Атанан, һәм ул беҙгә асыҡ итеп күрһәтелде.) 3  Беҙ Ата һәм уның Улы Ғайса Мәсих менән берҙәмлектә* булған кеүек, һеҙ ҙә беҙҙең менән берҙәмлектә булһын өсөн, беҙ һеҙгә ишеткән-күргәндәребеҙ тураһында һөйләйбеҙ 4  һәм, бөтәбеҙҙең дә ҡыуанысы тулы булһын өсөн, һеҙгә ошоларҙы яҙабыҙ. 5  Бына беҙ Ғайсанан ишеткән һәм һеҙгә иғлан иткән хәбәр: Алла — ул яҡтылыҡ һәм унда һис ниндәй ҡараңғылыҡ юҡ. 6  Әгәр ҙә: «Беҙ уның менән берҙәмлектә», — тип әйтәбеҙ, ә үҙебеҙ ҡараңғылыҡта йөрөйбөҙ икән, беҙ алдайбыҙ һәм хәҡиҡәт буйынса йәшәмәйбеҙ. 7  Әгәр инде, Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йөрөһәк, тимәк, беҙ бер-беребеҙ менән берҙәмлектә һәм уның Улы Ғайсаның ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтан таҙарындыра. 8  Әгәр: «Гонаһыбыҙ юҡ», — тип әйтәбеҙ икән, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ. 9  Ә гонаһтарыбыҙҙы таныйбыҙ икән, Алла гонаһтарыбыҙҙы кисереп, беҙҙе һәр төрлө яуызлыҡтан таҙарындырыр, сөнки ул тоғро һәм ғәҙел*. 10  Әгәр: «Беҙ гонаһ ҡылманыҡ», — тип әйтәбеҙ икән, Алланы ялғансы итәбеҙ һәм беҙҙә уның һүҙе юҡ.

Төшөрмәләр

Йәки «яҡын мөнәсәбәттәрҙә», ошонда һәм был бүлектең башҡа урындарында.
Йәки «тәҡүә».