Беренсе Кәринттәргә 13:1—13

  • Мәхәббәт — иң яҡшы юл (1—13)

13  Кешеләр һәм фәрештәләр телдәрендә һөйләшеп тә, миндә мөхәббәт юҡ икән, ул саҡта мин йән көйҙөргөс ҡаты тауыштар сығарған музыка ҡоралдарына оҡшашмын*. 2  Пәйғәмбәрлек итеү һәләтем булһа ла, бөтә изге серҙәргә төшөнһәм дә, бөтә белемгә йәки тауҙар күсерерлек иманға эйә булһам да, миндә мөхәббәт юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел. 3  Бөтә мөлкәтемде башҡалар хаҡына таратып бөтһәм дә һәм маҡтаныр өсөн үҙемде ҡорбан итһәм дә, яратыуым юҡ икән, бынан миңә бер ниндәй файҙа булмаҫ. 4  Яратыу түҙемле һәм игелекле. Яратыу көнләшмәй һәм маҡтанмай, ул маһаймай, 5  үҙен әҙәпһеҙ* тотмай, үҙ файҙаһын эҙләмәй, ярһымай, үпкәләрҙе* һанап бармай, 6  тәҡүә булмаған нәмәләргә шатланмай, ә хәҡиҡәткә шатлана. 7  Ул бөтә нәмәгә түҙә, бөтә нәмәгә ышана, бер ҡасан да өмөтөн өҙмәй, бөтә нәмәгә сыҙай. 8  Мөхәббәт һәр ваҡыт буласаҡ*. Ә пәйғәмбәрлек итеү, төрлө телдәрҙә һөйләшеү* йә белем бүләктәренә килгәндә, улар юҡҡа сығасаҡ. 9  Сөнки белемебеҙ ҙә, пәйғәмбәрлектәр ҙә тулы түгел, 10  ә инде тулы булғаны килгәс, тулы булмағаны юҡҡа сығасаҡ. 11  Бала сағымда мин балаларса һөйләнем, балаларса уйланым һәм балаларса фекер йөрөттөм. Ә хәҙер, ҙурайғас, мин балаларға хас һыҙаттарҙы ташланым. 12  Әле беҙ, ҡалай көҙгөләге шикелле, тоноҡ һыҙаттар ғына күрәбеҙ, ә ул саҡта ап-асыҡ* күрәсәкбеҙ. Әле белемем өлөшләтә, ә ул саҡта, Алла мине тулыһынса белгән кеүек үк, белемем тулы* булыр. 13  Әммә ошо өс нәмә — иман, өмөт һәм мөхәббәт ҡаласаҡ, уларҙың иң бөйөгө иһә — мөхәббәт.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «мин — яңғыраған гонг һәм дыңғырлаған кимвал».
Йәки «тупаҫ».
Йәки «хаталарҙы».
Йәки «Яратыу булһа, барыһы ла яҡшы булыр».
Һүҙ мөғжизәле рәүештә башҡа телдәрҙә һөйләшеү һәләте тураһында бара.
Һүҙмә-һүҙ «йөҙгә-йөҙ».
Йәки «теүәл».