Ғалаттарға хат 6:1—18
6 Ҡәрҙәштәр, хатта берәйһе үҙе лә абайламайынса яңылыш аҙым яһаһа, һеҙ, рухи яҡтан өлгөрөп еткәндәр, уны йыуашлыҡ менән дөрөҫ юлға ҡайтарырға тырышығыҙ. Шул уҡ ваҡытта, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, үҙ-үҙегеҙҙе күҙәтегеҙ.
2 Бер-берегеҙҙең йөгөн күтәрешегеҙ, шулай итеп һеҙ Мәсих ҡанунын үтәрһегеҙ.
3 Берәйһе, һис кем булмай тороп, үҙен әллә кемгә һанаһа, ул үҙ-үҙен алдай.
4 Ләкин һәр кем үҙ эшен тикшерһен, шул саҡта ул, үҙен башҡалар менән сағыштырмайынса, үҙ уңыштарына шатлана алыр.
5 Сөнки һәр кем үҙенең йөгөн үҙе күтәрер*.
6 Бынан тыш, Алла һүҙенә өйрәнеүсе һәр кеше үҙенең бар яҡшы нәмәләрен өйрәтеүсеһе менән уртаҡлашһын.
7 Яңылышмағыҙ: Алланы алдап* булмай. Кеше ни сәсһә, шуны урыр.
8 Гонаһлы тәненең теләктәренә эйәреүсе үлем* урыр, ә рухҡа эйәреүсе рухтан мәңгелек тормош урыр.
9 Яҡшылыҡ эшләүҙән туҡтамайыҡ, сөнки бирешмәһәк*, үҙ ваҡытында уңыш урырбыҙ.
10 Шулай итеп, әле мөмкинлек* булғанда, барыһына ла, айырыуса имандаштарыбыҙға, яҡшылыҡ эшләйек.
11 Ҡарағыҙ, һеҙгә был хатты үҙ ҡулым менән ниндәй ҙур хәрефтәр менән яҙҙым.
12 Кешеләрҙә яҡшы тәьҫир ҡалдырырға теләгәндәр, Мәсихтең яфаланыу бағанаһы хаҡына эҙәрләнмәҫ өсөн генә, һеҙҙе сөннәтләнергә мәжбүр итәләр.
13 Сөнки хатта сөннәтләнгәндәр үҙҙәре лә Ҡанунды үтәмәй, ләкин, һеҙҙең менән маҡтанырға сәбәптәре булһын өсөн, улар һеҙҙе сөннәтләнергә мәжбүр итә.
14 Минең иһә, Хужабыҙ Ғайса Мәсих ҡаҙаҡланып үлтерелгән бағананан башҡа, бер нәмә менән дә маҡтанғым килмәй. Уның аша донъя — минең ҡарашымда, ә мин донъя ҡарашында үлдем*.
15 Сөннәтләнеү ҙә, сөннәтләнмәү ҙә бер ни түгел, ә яңы зат итеп яратылыу ғына әһәмиәтле.
16 Ошо ҡағиҙә буйынса эш иткәндәрҙең барыһы ла — Алла Исраилы — тыныслыҡ һәм мәрхәмәт татыһын!
17 Бынан ары бер кем дә миңә ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаһын, сөнки мин үҙ тәнемдә Ғайсаның ҡоло икәнемде күрһәткән тамға йөрөтәм.
18 Ҡәрҙәштәр, Хужабыҙ Ғайса Мәсих яҡшы рух күрһәткәнегеҙ өсөн һеҙҙе сикһеҙ игелеге менән фатихалаһын! Амин.

