Эфестарға хат 6:1—24
6 Балалар, атай-әсәйҙәрегеҙгә, Хужабыҙ* ҡушҡанса*, тыңлаусан булығыҙ, сөнки был дөрөҫ.
2 «Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит». Был — ошондай вәғәҙә менән бирелгән беренсе әмер:
3 «Шул саҡта үҙеңә яҡшы булыр һәм ер йөҙөндә оҙаҡ йәшәрһең».
4 Атайҙар, балаларығыҙҙың йәнен көйҙөрмәгеҙ*, ләкин уларҙы Йәһүә ҡушҡанса өгөтләп һәм өйрәтеп* тәрбиәләгеҙ.
5 Ҡолдар, үҙегеҙҙең хужаларығыҙға, Мәсихкә буйһонған кеүек, ысын күңелдән, ихтирам һәм ҡурҡыу менән буйһоноғоҙ.
6 Быны, кешеләргә ярарға теләгәндәй, күҙ буяу өсөн түгел*, ә Мәсих ҡолдары шикелле, Алла ихтыярын бөтә күңелдән үтәп эшләгеҙ.
7 Уларға, кешеләргә түгел, ә Йәһүәгә хеҙмәт иткән һымаҡ, теләп хеҙмәт итегеҙ.
8 Һеҙ бит Йәһүәнең һәр кемде, ҡолмо ул, иреклеме, яҡшы эштәре өсөн бүләкләгәнен беләһегеҙ.
9 Һеҙ ҙә, хужалар, ҡолдарығыҙ менән шулай уҡ мөғәмәлә итегеҙ. Уларға янамағыҙ, беләһегеҙ бит: уларҙың да, һеҙҙең дә Хужағыҙ — күктә, ә уның өсөн бөтәһе лә бер тигеҙ.
10 Ахырҙа һеҙҙе өндәйем: Раббы һәм уның ҡеүәтле көсө менән артабан да нығынығыҙ.
11 Иблистең мәкерле тоҙаҡтарына ҡаршы тора алыр өсөн, Алла биргән бөтә хәрби кейемдәрҙе кейегеҙ.
12 Сөнки беҙ кешеләр* менән түгел, ә хөкүмәттәр, властар, ҡараңғылыҡта ятҡан донъяның хакимдары, күктәге яуыз рухтар менән көрәшәбеҙ.
13 Шуға күрә, дошман һөжүм итәсәк көндө* уға ҡаршы тора алыр өсөн, Алла биргән бөтә хәрби кейемдәрҙе кейегеҙ. Шул саҡта, тулыһынса әҙерләнгәндән һуң, һеҙ ныҡ тора алырһығыҙ.
14 Шулай итеп, хәҡиҡәт билбауын һәм тәҡүәлек күкрәксәһен* кейеп, ныҡ тороғоҙ,
15 шулай уҡ тыныслыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә әҙерлегегеҙҙе аяҡ кейеме итеп кейегеҙ.
16 Бынан тыш, ҙур иман ҡалҡанын алығыҙ, уның ярҙамында һеҙ Иблистең* бөтә утлы уҡтарын* һүндерә алырһығыҙ.
17 Шулай уҡ ҡотолоуҙы тимер башлыҡ итеп кейегеҙ, рухи ҡылысты*, йәғни Алла һүҙен алығыҙ
18 һәм мөмкинлек сыҡҡан һайын, рух үҙегеҙҙе дәртләндергәнсә, Аллаға доғалар ҡылып һәм ялбарып* мөрәжәғәт итегеҙ. Һәр ваҡыт бөтә изгеләр өсөн ҡайнар доғалар ҡылып, уяу тороғоҙ.
19 Һөйләгән сағымда Алла миңә кәрәкле һүҙҙәр табырға ярҙам итһен һәм мин башҡаларға һөйөнөслө хәбәрҙең изге серен ҡыйыулыҡ менән һөйләй алһын өсөн, минең өсөн дә доға ҡылығыҙ,
20 мин сылбырланған килеш шул хәбәр хаҡына вәкил вазифаларын үтәйем. Был хәбәрҙе ҡыйыу һөйләй алыуым өсөн доға ҡылығыҙ, мин бит шулай һөйләргә тейеш тә.
21 Ә минең хәлдәрем һәм нимә эшләп ятҡаным тураһында һеҙгә ҡәҙерле ҡәрҙәшебеҙ һәм Хужабыҙҙың тоғро хеҙмәтсеһе Тихиҡ һөйләр.
22 Мин уны һеҙгә беҙҙең хәлдәребеҙ тураһында һөйләһен һәм һеҙҙе йыуатһын тип ебәрәм.
23 Бөтә ҡәрҙәштәребеҙ Атабыҙ Алланан һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсихтән килгән тыныслыҡ һәм иман менән яратыуға эйә булһын.
24 Хужабыҙ Ғайса Мәсихте мәңгелек һөйөү менән яратҡандарҙың барыһына сикһеҙ игелек күрһәтелһен!
Төшөрмәләр
^ Йә, бәлки, «Раббы». Грекса ки́риос.
^ Һүҙмә-һүҙ «Хужабыҙҙа».
^ Һүҙмә-һүҙ «асыуын килтермәгеҙ».
^ Йәки «аҡыл биреп».
^ Йәки «һеҙҙе күҙәткәндә генә түгел».
^ Һүҙмә-һүҙ «ҡан һәм тән».
^ Һүҙмә-һүҙ «яман көндө».
^ Йәғни нагруднигын.
^ Һүҙмә-һүҙ «яуыздың».
^ Йәки «атыу ҡоралын; ҡыҫҡа һаплы һөңгөләрен».
^ Һүҙмә-һүҙ «рух ҡылысын».
^ Йәки «һәр төрлө доғалар һәм ялбарыуҙар менән».

