Эфестарға хат 3:1—21

  • Изге сер еврей булмағандарға ла ҡағыла (1—13)

    • Еврей булмағандар — Мәсихтең мираҫсылары (6)

    • Алланың мәңгелек ниәте (11)

  • Пауыл, эфестар хәҡиҡәтте аңлаһын, тип доға ҡыла (14—21)

3  Шуға күрә мин һеҙҙең хаҡҡа, еврей булмағандар хаҡына, Мәсих Ғайсаға ышанғаным өсөн төрмәлә ултырған Пауыл... 2  Һеҙ, әлбиттә, миңә һеҙҙең файҙағыҙ хаҡына Алланың сикһеҙ игелеге менән идара итеүсе булып хеҙмәт итергә ҡушылғаны тураһында, 3  шулай уҡ, инде һеҙгә ҡыҫҡаса яҙып үткәнемсә, миңә изге сер асылғаны тураһында ишеткәнһегеҙ. 4  Яҙғандарымды уҡығас, һеҙ минең Мәсих тураһындағы изге серҙе аңлағанымды күрерһегеҙ. 5  Был сер элекке быуындарға хәҙергеләй асылмаған булған, хәҙер иһә рух ярҙамында изге илселәргә һәм пәйғәмбәрҙәргә аныҡ асылған. 6  Был сер шунан ғибәрәт: еврей булмағандар, һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итеп һәм Мәсих Ғайса менән берҙәмлеккә эйә булып, беҙҙең менән бергә уның мираҫсылары һәм бер тәндең өлөштәре булып китәсәктәр һәм, беҙҙә үтәлгән һымаҡ, уларҙа ла Алла вәғәҙәһе үтәләсәк. 7  Мин Алланың бүләк итеп биргән сикһеҙ игелеге ярҙамында ошо серҙең хеҙмәтсеһе булып киттем. Ул миңә был бүләкте үҙ көсөнөң сағылышы итеп бирҙе. 8  Миңә, бөтә изгеләр араһында иң кесеһенә*, Алла сикһеҙ игелек күрһәтте. Ул быны минең еврей булмағандарға Мәсихтең иҫәпһеҙ-хисапһыҙ* байлыҡтары тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүем өсөн 9  һәм бар нәмәне булдырыусы Алланың үҙе быуаттар буйы йәшереп килгән изге серҙе нисек асҡанын бөтә кешеләргә күрергә ярҙам итеүем өсөн эшләне. 10  Быларҙың барыһы хәҙер йыйылыш аша күктәге хөкүмәттәргә һәм властарға Алланың күп яҡлы аҡыллылығы асылһын өсөн булды. 11  Был уның Мәсих — Хужабыҙ Ғайса менән бәйле мәңгелек ниәтенә тап килә. 12  Мәсих ярҙамында беҙ, иркен итеп* һәм ышаныс менән доғала Аллаға өндәшә алабыҙ, сөнки Мәсихкә ышанабыҙ. 13  Шунлыҡтан һеҙҙең хаҡҡа кисергән ғазаптарым арҡаһында күңелегеҙҙе төшөрмәүегеҙҙе үтенәм, сөнки ғазаптарым һеҙгә дан килтерә. 14  Шуға күрә мин Атабыҙ алдында теҙ сүгәм, 15  сөнки күктәге һәм ерҙәге һәр ғаилә үҙ йәшәйеше* менән уға бурыслы. 16  Мин, бөйөк данға эйә Алла үҙ рухының көсө менән һеҙҙе* нығытһын, 17  шулай уҡ иманығыҙ арҡаһында йөрәктәрегеҙҙә Мәсих йәшәһен һәм йөрәктәрегеҙ уға ҡарата яратыу менән тулы булһын, тип доға ҡылам. Тәрән тамыр йәйеп, ныҡлы нигеҙ өҫтөндә тороғоҙ, 18  шунда бөтә изгеләр менән хәҡиҡәттең киңлегенә, оҙонлоғона, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә тулы кимәлдә төшөнөрһөгөҙ 19  һәм белемдәрҙән өҫтөн торған Мәсих яратыуын танып белерһегеҙ. Шул саҡта һеҙ Алла биргән бөтә тулылыҡҡа* эйә булырһығыҙ. 20  Алла беҙҙә эш иткән көсө менән беҙ һораған йәки күҙ алдына килтерә алған бар нәмәнән сағыштырғыһыҙ күберәк эшләй ала. 21  Уға йыйылыш аша һәм Мәсих Ғайса аша быуындан быуынға мәңге дан яуһын! Амин.

Төшөрмәләр

Йәки «иң кесеһенән дә кесерәгенә».
Һүҙмә-һүҙ «аҡылға һыймаҫлыҡ».
Йәки «кешеләр менән ҡыйыу һөйләшә».
Йәки «исеме».
Һүҙмә-һүҙ «эске кешегеҙҙе».
Күрәһең, һүҙ Алланың сифаттары тураһында бара.