Эфестарға хат 2:1—22
2 Насар эштәрегеҙ һәм гонаһтарығыҙ арҡаһында үле булһағыҙ ҙа, Алла һеҙҙе терелтте.
2 Ҡасандыр һеҙ был донъя* кешеләре кеүек йәшәнегеҙ, һауа өҫтөнән, йәғни тыңламаусан кешеләр менән идара иткән рух өҫтөнән, хакимлығы булған идарасыға буйһондоғоҙ.
3 Беҙ бөтәбеҙ ҙә ҡасандыр, гонаһлы теләктәргә һәм уйҙарға эйәреп, шул кешеләр кеүек йәшәй инек һәм, башҡалар кеүек, тыумыштан алып Алла ярһыуын татырға тейеш инек*.
4 Әммә мәрхәмәткә бай Алла, үҙенең бөйөк яратыуын күрһәтеп,
5 насар эштәребеҙ арҡаһында үле булһаҡ та, беҙҙе Мәсих менән бергә терелтте. (Һеҙ уның сикһеҙ игелеге арҡаһында ҡотолдоғоҙ.)
6 Бынан тыш, ул беҙҙе, Мәсих Ғайса менән берҙәмлектә торғандарҙы, терелтеп кенә ҡалманы, ә күктә уның менән бергә ултыртты.
7 Алла быны киләсәктә*, беҙгә — Мәсих Ғайса менән берҙәмлектә торғандарға ҡарата киң күңелле булып, үҙенең сикһеҙ игелеген* күрһәтер өсөн эшләне.
8 Сикһеҙ игелек арҡаһында һеҙ иман аша ҡотҡарылдығыҙ. Был һеҙҙең ҡаҙанышығыҙ түгел, ә Алланың бүләге.
9 Эйе, ҡотҡарылыуығыҙ ҡылған эштәрҙең һөҙөмтәһе түгел, шунлыҡтан бер кемдең дә маҡтанырға нигеҙе юҡ.
10 Беҙҙе Алла барлыҡҡа килтергән, һәм беҙ, Мәсих Ғайса менән берҙәмлектә торғандар, яҡшы эштәр ҡылыр өсөн булдырылғанбыҙ. Алла был эштәрҙе алдан беҙгә билдәләгән булған.
11 Шунлыҡтан иҫтә тотоғоҙ: кешеләр тарафынан сөннәтләнгәндәр ҡасандыр һеҙҙе, тыумыштан башҡа халыҡ кешеләрен, «сөннәтһеҙҙәр» тип атай инеләр.
12 Ул ваҡытта һеҙ Мәсихте белмәй инегеҙ, Исраил халҡынан түгел инегеҙ һәм Алла вәғәҙәһенә бәйле килешеүҙәр һеҙгә ҡағылмай ине, һеҙ был донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй инегеҙ.
13 Ә хәҙер һеҙ Мәсих Ғайса менән берҙәмлектәһегеҙ. Ҡасандыр һеҙ Алланан йыраҡ инегеҙ, ләкин Мәсихтең ҡаны аша уға яҡынлаштығыҙ.
14 Мәсих бит беҙгә тыныслыҡ* килтерҙе, ул ике төркөмдө берләштерҙе һәм уларҙы бер-береһенән айырып торған стенаны емерҙе.
15 Үҙенең тәнен ҡорбан итеп, ул дошманлыҡты юҡ итте, йәғни әмерҙәр һәм бойороҡтарҙан торған Ҡанунды ғәмәлдән сығарҙы. Ул быны үҙе менән берҙәмлектә булған ике төркөмдән яңы халыҡ* булдырырға һәм татыулыҡ* урынлаштырырға тип эшләне.
16 Үҙенең бағаналағы үлеме менән ул дошманлыҡты юҡҡа сығарҙы, ике төркөмдө бер халыҡҡа* берләштерҙе һәм уларҙы тулыһынса Алла менән татыулаштырҙы.
17 Ул килеп, һеҙгә — Алланан йыраҡ булғандарға, шулай уҡ уға яҡын булғандарға — тыныслыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итте.
18 Уның ҡорбаны арҡаһында беҙ барыбыҙ ҙа — ике төркөм дә — Атабыҙға доға ҡыла алабыҙ, сөнки бер үк изге рух алдыҡ.
19 Шуға күрә һеҙ бүтән сит кешеләр һәм килмешәктәр түгел, ә изгеләрҙең ватандаштары һәм Алла ғаиләһенең ағзалары.
20 Һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәрҙән торған нигеҙгә ҡоролғанһығыҙ, ә нигеҙҙең мөйөш ташы — Мәсих Ғайса үҙе.
21 Уның менән берҙәмлектә бөтә бина, өлөштәре үҙ-ара тура килтерелеп беркетелеп, ҙурая бара һәм Йәһүә өсөн изге ғибәҙәтхана булып китә.
22 Һеҙ ҙә, Мәсих менән берҙәмлектә булғанға күрә, был бинаның өлөшө булып китәһегеҙ. Унда Алла йәшәй, сөнки уның рухы шунда.

