Эфестарға хат 1:1—23
1 Алла ихтыяры буйынса Мәсих Ғайсаның илсеһе булған Пауыл Эфестағы изгеләргә, Мәсих Ғайса менән берҙәмлектә торған бөтә тоғроларға яҙа.
2 Атабыҙ Алла һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсих һеҙгә сикһеҙ игелек күрһәтеп, тыныслыҡ бирһендәр!
3 Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы һәм Атаһы маҡталһын, сөнки ул беҙгә — Мәсих менән берҙәмлектә булғандарға — күктәрҙә һәр төрлө рухи фатихалар бирҙе.
4 Алла, Мәсих менән берҙәмлектә булыуыбыҙ өсөн һәм, үҙен яратып, үҙенең алдында изге һәм тел тейҙергеһеҙ булыуыбыҙ өсөн, беҙҙе донъяға нигеҙ һалынғанға тиклем* һайлап алған.
5 Ул үҙенең теләге һәм ихтыяры буйынса беҙҙе Ғайса Мәсих аша уллыҡҡа алыр өсөн алдан һайлап алған.
6 Алла быны һөйөклө Улы аша күрһәткән бөйөк сикһеҙ игелеге өсөн үҙенә маҡтау яуһын тип эшләгән.
7 Уның Улы арҡаһында беҙ йолом аша азат ителдек, эйе, уның түгелгән ҡаны нигеҙендә Алла үҙенең бөйөк сикһеҙ игелегенән* сығып гонаһтарыбыҙҙы кисерҙе.
8 Алла беҙгә шул игелекте мул итеп күрһәтте, бөтә һорауҙарҙа ла аҡыллылыҡ һәм аңлау һәләте* бирҙе
9 һәм үҙенең ихтыярының изге серен асты. Был сер уның теләгенә һәм ниәтенә тура килә.
10 Уның ниәте — күктәгеләрҙең һәм ерҙәгеләрҙең барыһын йыйып Мәсих менән берләштерер өсөн, билдәләнгән ваҡыттың аҙағында эштәрҙе алып барыу тәртибен индереү. Эйе, барыһы Мәсих менән берләштереләсәк.
11 Беҙ уның менән берҙәмлектә торабыҙ һәм уның менән мираҫсылар итеп билдәләнгәнбеҙ, сөнки беҙҙе барыһын үҙ ихтыяры буйынса эшләгән Алла үҙенең ниәтенә ярашлы алдан һайлап алған.
12 Был беҙҙең арҡала, Мәсихкә тәүгеләрҙән булып өмөт бағлағандар арҡаһында, Аллаға маҡтау һәм дан яуһын өсөн булды.
13 Һеҙ ҙә, хәҡиҡәт һүҙен — ҡотолоуығыҙ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткәс, Мәсихкә өмөт бағланығыҙ. Һеҙ уға ышанғас, Алла Мәсих аша һеҙҙе вәғәҙә ителгән изге рух менән мөһөрләне,
14 был рух мираҫ аласағыбыҙға билдә* булып тора. Алла быны йолом аша үҙ халҡын* азат итер өсөн, үҙенә дан һәм маҡтау яуһын өсөн эшләне.
15 Шуға күрә мин, Хужабыҙ Ғайсаға ышаныуығыҙ һәм бөтә изгеләрҙе яратыуығыҙ тураһында ишеткәс,
16 Аллаға һеҙҙең өсөн рәхмәттәр уҡыуҙан туҡтамайым. Доғаларымда һеҙҙе һәр ваҡыт иҫкә алып,
17 Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһы, данлыҡлы Атабыҙ, һеҙ уның тураһында теүәл белем алғанда, һеҙгә аҡыллылыҡ рухы һәм үҙе асҡан нәмәләрҙе аңларға һәләт бирһен, тип һорайым.
18 Алла һеҙҙең күңел күҙҙәрегеҙҙе асты, ул быны үҙенең һеҙгә ниндәй өмөт биргәнен, изгеләргә мираҫ итеп ниндәй ҙур байлыҡ әҙерләп ҡуйғанын
19 һәм һеҙҙә, иманлыларҙа, эш иткән көстөң сикһеҙ бөйөк икәнен аңлауығыҙ өсөн эшләне. Был көстөң ғәйрәтлеге
20 Алланың Мәсихте терелтеп, уны үҙенең уң яғына ултыртҡан сағында күренде.
21 Шунлыҡтан Мәсих хәҙер* генә түгел, ә киләсәктә лә һәр ҡайһы хөкүмәттән, властан, көстән, хакимлыҡтан һәм һәр ҡайһы исемдән юғарыраҡ буласаҡ.
22 Алла барыһын уға буйһондорҙо һәм уны йыйылыштағы бар нәмә өҫтөнән баш итеп ҡуйҙы.
23 Йыйылыш — Мәсихтең тәне һәм бөтә нәмәне бар яҡтан тултырып тороусы Мәсих менән тулы.

