Титҡа хат 1:1—16

  • Сәләмләү һүҙҙәре (1—4)

  • Титҡа Критта аҡһалдар билдәләргә ҡушылған (5—9)

  • Боласыларҙы фашла (10—16)

1  Алланың ҡоло һәм Ғайса Мәсихтең илсеһе, Алланың һайланғандарыныҡы кеүек иманға һәм хәҡиҡәт тураһындағы теүәл белемгә эйә булған Пауылдың хаты. Был хәҡиҡәт Аллаға тоғролоҡ менән бәйле  һәм мәңгелек тормош өмөтөнә нигеҙләнгән. Был тормошто боронғо заманда алдай алмаған Алла вәғәҙә иткән.  Ул, ваҡыты еткәс, вәғәз аша үҙ һүҙен асты. Был вәғәз эше Ҡотҡарыусыбыҙ Алла ихтыяры буйынса миңә ышанып тапшырылды.  Минең менән бер үк иманды уртаҡлашыусы ысын улым Титҡа яҙам. Атабыҙ Алланың һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Мәсих Ғайсаның сикһеҙ игелеге һәм тыныслығы һинең менән булһын!  Мин һине Критта ундағы етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү һәм, мин ҡушҡанса, һәр ҡалала аҡһаҡалдар билдәләү өсөн ҡалдырҙым.  Аҡһаҡал итеп бер ғәйебе лә булмаған, бер генә ҡатыны булған кешене билдәлә. Балаларының боҙоҡ* тәртиптә һәм буйһонмауҙа ғәйепләнмәгән, иманлы булыуы мотлаҡ.  Алла хеҙмәтсеһе* булараҡ, күҙәтеүсе бер нәмәлә лә ғәйепле булмаҫҡа, үҙ һүҙле*, ҡыҙыу ҡанлы һәм эскесе булмаҫҡа, көс ҡулланмаҫҡа*, ҡомһоҙлоҡ менән табыш артынан ҡыумаҫҡа* тейеш.  Ул ҡунаҡсыл* булһын, яҡшылыҡты яратһын, айыҡ аҡыллы, тәҡүә, тоғро һәм тотанаҡлы булһын.  Башҡаларҙы өйрәткәндә ул Алланың хаҡ һүҙенән һис тайпылмаҫҡа тейеш. Шул саҡта ул хаҡ* тәғлимәт ярҙамында башҡаларҙы дәртләндерә* лә алыр, шулай уҡ был тәғлимәткә ҡаршы килгәндәрҙе фаш итә лә алыр. 10  Сөнки күп боласылар, буш һүҙ һөйләүселәр һәм алдаҡсылар бар, улар бигерәк тә сөннәтләү яҡлылар араһында байтаҡ. 11  Ундай кешеләрҙең ауыҙын ябырға кәрәк, сөнки улар, үҙ файҙаһын эҙләп, ярамаған нәмәләргә өйрәтә, шулай итеп тотош ғаиләләрҙең иманын ҡаҡшата. 12  Араларынан берәү — үҙҙәренең үк пәйғәмбәре: «Крит кешеләре — төҙәлмәҫ алдаҡсылар, йыртҡыс хайуандар, ялҡау убырҙар», — тигән. 13  Был ысынлап та шулай. Шуға күрә уларҙы ҡаты итеп фаш ит, шул саҡта улар иманда ныҡ торор, 14  башҡаса йәһүдтәрҙең уйҙырмаларын һәм хәҡиҡәттән баш тартҡан кешеләрҙең әмерҙәрен тыңламаҫ. 15  Саф кешеләр өсөн бөтә нәмә саф, ә нәжес һәм иманһыҙ кешеләр өсөн бер саф нәмә лә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары һәм выждандары нәжесләнгән. 16  Улар, Алланы беләбеҙ тиһәләр ҙә, эштәре менән унан ваз кисәләр, сөнки улар әшәке, тыңлауһыҙ һәм бер ниндәй яҡшы эшкә лә яраҡлы түгел.

Төшөрмәләр

Йәки «йүгәнһеҙ».
Бында ҡулланылған грек һүҙе йорт хужалығы өҫтөнән ҡуйылған хеҙмәтсегә ҡарай.
Йәки «үҙ белдекле».
Йәки «башҡаларҙы туҡмамаҫҡа».
Йәки «намыҫһыҙ табышҡа ҡомһоҙ булмаҫҡа».
Йәки «таныш булмағандарға ҡарата изгелекле».
Йәки «файҙалы».
Йәки «инандыра».