Марк яҙған 11:1—33

  • Ғайса тантаналы рәүештә Йәрүсәлимгә керә (1—11)

  • Ғайса инжир ағасын ҡарғай (12—14)

  • Ғайса ғибәҙәтхананы таҙарта (15—18)

  • Ҡороған инжир ағасынан алынған һабаҡ (19—26)

  • Ғайсаның хакимлығы шик аҫтына ҡуйыла (27—33)

11  Йәрүсәлимгә яҡынлашҡанда, Зәйтүн тауындағы Бәйтфәғи менән Бәйтәнигә килеп етер алдынан, Ғайса ике шәкертен ебәреп, былай тине:  «Ҡаршылағы ауылға барығыҙ. Унда инеү менән, бығаса өҫтөнә бер кем дә ултырмаған бәйләүле йәш ишәкте күрерһегеҙ. Уны ысҡындырып, миңә килтерегеҙ.  Әгәр берәйһе: „Һеҙ нимә эшләйһегеҙ?“ — тип һораһа, уға: „Ул Хужабыҙға кәрәк, ул уны тиҙҙән ҡайтарып бирер“, — тип әйтегеҙ».  Шәкерттәре барып, тыҡрыҡта бер өйҙөң ишеге янында бәйле торған йәш ишәкте тапты һәм уның бәйен систе.  Ләкин шунда торған кешеләрҙең ҡайһы берҙәре уларҙан: «Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Нишләп ишәкте бәйҙән ысҡындыраһығыҙ?» — тип һораны.  Шәкерттәр Ғайса ҡушҡанса яуап ҡайтарғас, тегеләре уларҙы тотҡарламаны.  Улар йәш ишәкте Ғайсаға алып килеп, үҙҙәренең өҫ кейемдәрен уның өҫтөнә һалды, шунан Ғайса уға атланды.  Күп кешеләр үҙҙәренең өҫ кейемдәрен юлға түшәне, башҡалары иһә яланда ботаҡтар ҡырҡып алып, уларҙы юлға һалды.  Алдан барыусылар ҙа, арттан килеүселәр ҙә былай тип ҡысҡырып барҙы: «Ҡотҡар уны, үтенеп һорайбыҙ! Йәһүә исеме хаҡына килеүсе фатихалы! 10  Атабыҙ Дауыттың яҡынлашып килгән Батшалығы фатихалы! Күктәрҙә йәшәүсе, ҡотҡар уны, ялбарып һорайбыҙ!» 11  Ғайса Йәрүсәлимгә кереп, ғибәҙәтханаға йүнәлде. Ул ундағы бөтә нәмәне ҡарап сыҡты, ләкин инде кис етеп килгәнгә, 12 илсеһе менән Бәйтәнигә китте. 12  Иртәгәһе көндө улар Бәйтәниҙән сығып барғанда, Ғайса асыҡҡанын тойҙо. 13  Йыраҡтан япраҡ ярған инжир ағасын күреп ҡалып, ул, емештәре юҡмы икән тип, ҡарарға китте. Ләкин яҡыныраҡ килгәс, япраҡтарҙан башҡа бер нәмә лә тапманы, сөнки инжир йыйыу ваҡыты әле етмәгән ине. 14  Шунда Ғайса ағасҡа: «Бынан ары берәү ҙә бер ҡасан да емештәреңде ашамаһын», — тине. Шәкерттәре быны ишетеп торҙо. 15  Шунан һуң улар Йәрүсәлимгә килде. Ғайса ғибәҙәтханаға инеп, ундағы һатыусылар менән һатып алыусыларҙы ҡыуып сығара башланы. Ул аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен һәм күгәрсен һатыусыларҙың эскәмйәләрен ауҙарып ташланы. 16  Ул бер кемгә лә ғибәҙәтхана аша йөк менән үтергә рөхсәт итмәне. 17  Ғайса кешеләрҙе өйрәтеп: «„Минең йортом бөтә халыҡтар өсөн доға ҡылыу йорто тип аталыр“ тип яҙылмағанмы ни? Ә һеҙ уны юлбаҫарҙар ояһына әйләндергәнһегеҙ», — тине. 18  Был турала ишеткәс, өлкән руханиҙар менән ҡанун белгестәре Ғайсаны үлтереү әмәлен эҙләй башланы, сөнки бөтөн халыҡ уның өйрәтеүенә таң ҡалғанға, улар унан ҡурҡа ине. 19  Кис еткәс, Ғайса шәкерттәре менән ҡаланан сығып китте. 20  Ә иртән иртүк инжир ағасы янынан үтеп барғанда, улар уның тамырҙарына тиклем ҡороғанын күрҙе. 21  Петер Ғайсаның һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, уға: «Остаз*, ҡара! Һин ҡарғаған инжир ағасы ҡороған», — тине. 22  Яуап итеп Ғайса әйтте: «Аллаға иман итегеҙ. 23  Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр берәйһе бынау тауға „күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан“ тиһә һәм бер ҙә шикләнмәйенсә, әйткән һүҙҙәренең үтәлеренә ышанһа, шулай буласаҡ та. 24  Шуға күрә һеҙгә әйтәм: нимә генә һорап доға ҡылһағыҙ ҙа, алырығыҙға ышанығыҙ, һәм һеҙгә бирелер. 25  Доға ҡылып торған саҡта, күктәге Атайығыҙ һеҙҙең хаталарығыҙҙы кисерһен өсөн, һеҙ ҙә, берәйһенә ҡарата үпкәгеҙ булһа, уны кисерегеҙ». 26  ——* 27  Улар тағы Йәрүсәлимгә килде. Ғайса ғибәҙәтхана буйлап йөрөгәндә, уның янына өлкән руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар килеп: 28  «Быларҙы эшләргә һинең ни хаҡың бар? Ундай хакимлыҡты һиңә кем бирҙе?» — тип һораны. 29  «Мин һеҙгә бер һорау бирәм, — тине Ғайса. — Әгәр яуап ҡайтарһағыҙ, мин дә һеҙгә быларҙы эшләргә ниндәй хаҡым булғанын әйтермен. 30  Яхъяға һыуға сумдырырға хакимлыҡты кем биргән: Алламы* йә кешеләрме? Яуап бирегеҙ әле». 31  Улар үҙ-ара фекер алыша башланы: «Әгәр „Алланан“ тиһәк, ул беҙҙән: „Нишләп, улайһа, уға ышанманығыҙ?“ — тип һорар. 32  Ләкин „кешеләрҙән“ тип тә әйтә алмайбыҙ». Улар халыҡтан ҡурҡты, сөнки барыһы ла Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй ине. 33  Шуның өсөн улар: «Белмәйбеҙ», — тип яуап бирҙе. Шунда Ғайса: «Мин дә һеҙгә быларҙы эшләргә ниндәй хаҡым барлығын әйтмәйем», — тине.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «рабби».
Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.
Һүҙмә-һүҙ «күкме».