Колосстарға хат 4:1—18

  • Хужаларға кәңәш (1)

  • «Гел доға ҡылығыҙ» (2—4)

  • «Йыйылыштан булмағандар менән үҙегеҙҙе аҡыллы тотоғоҙ» (5, 6)

  • Хушлашыу һүҙҙәре (7—18)

4  Хужалар, һеҙҙең дә күктә Хужағыҙ бар икәнен иҫтә тотоп, ҡолдарығыҙ менән намыҫлы һәм ғәҙел эш итегеҙ. 2  Гел доға ҡылығыҙ, быны эшләргә онотмағыҙ* һәм доға ҡылғанда Аллаға рәхмәттәр әйтегеҙ. 3  Беҙҙең өсөн дә доға ҡылығыҙ: Алла үҙ һүҙенә ишек асһын һәм беҙ Мәсих хаҡындағы изге серҙе һөйләй алһын, тип һорағыҙ. Шул изге сер хаҡына мин сылбыр менән бығауланғанмын да. 4  Мин шул сер хаҡында тейешенсә асыҡ итеп һөйләй алһын өсөн доға ҡылығыҙ. 5  Йыйылыштан булмағандар* менән үҙегеҙҙе аҡыллы тотоғоҙ, ваҡытығыҙҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланығыҙ*. 6  Һүҙҙәрегеҙ һәр ваҡыт яғымлы*, тоҙ менән тәмләтелгән булһын, шул саҡта һеҙ һәр кешегә нисек яуап бирергә икәнлеген белерһегеҙ. 7  Минең туралағы яңылыҡтарҙы һеҙгә ҡәҙерле ҡәрҙәшем, Хужабыҙҙың тоғро хеҙмәтсеһе һәм, беҙҙең кеүек үк, Хужабыҙға ҡол булып хеҙмәт иткән Тихиҡ һөйләп бирер. 8  Мин уны, беҙҙең хәлдәребеҙ тураһында һөйләһен һәм һеҙҙе йыуатһын өсөн, янығыҙға ебәрәм. 9  Уның менән бергә тоғро һәм ҡәҙерле ҡәрҙәшем, яҡташығыҙ Анисим да килер. Улар һеҙгә бындағы бөтә хәлдәрҙе һөйләп бирер. 10  Минең менән тотҡонлоҡта ултырған Арыстарҡ, шулай уҡ Барнабтың ике туғаны Марк (һеҙгә уны, янығыҙға килһә, асыҡ йөҙ менән ҡабул итергә ҡушылғайны) 11  һәм Юсты тип йөрөтөлгән Ғайса һеҙгә сәләмдәрен ебәрәләр. Улар барыһы ла сөннәтләнгәндәрҙән. Тик улар ғына Батшалыҡ хаҡына минең менән бергә хеҙмәт итәләр һәм минең өсөн ҙур терәк* булып торалар. 12  Мәсих Ғайсаның ҡоло Ипафрас, һеҙҙекеләрҙең береһе, һеҙгә сәләм әйтә. Һеҙ рухи яҡтан өлгөргән булып ҡалһын һәм Алла ихтыяры менән бәйле бөтә нәмәгә ышанысығыҙ ныҡ булһын өсөн, ул һеҙҙең турала һәр ваҡыт тырышып доға ҡыла. 13  Уларҙың һеҙҙең хаҡҡа, шулай уҡ Лаудикияла һәм Һирапулда йәшәүселәр хаҡына үҙҙәрен аямай хеҙмәт итеүҙәре тураһында шаһитлыҡ бирәм. 14  Һеҙгә ҡәҙерле табибыбыҙ Лука, шулай уҡ Димас сәләм ебәрә. 15  Лаудикияла йәшәгән ҡәрҙәштәргә, Нимфәгә һәм уның өйөндәге йыйылышҡа минән сәләм әйтегеҙ. 16  Был хат һеҙҙә уҡылғас, уны Лаудикиялағы йыйылышҡа ла тапшырығыҙ, унда ла уҡыһындар, ә һеҙ уларға ебәрелгән хатты уҡығыҙ. 17  Шулай уҡ Әрхипкә: «Хужабыҙ һиңә тапшырған эште намыҫлы башҡар», — тип еткерегеҙ. 18  Ошо сәләмләү һүҙҙәрен мин, Пауыл, үҙ ҡулым менән яҙып ултырам. Минең бығауҙа ултырыуымды иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Алланың сикһеҙ игелеге һеҙҙең менән булһын.

Төшөрмәләр

Йәки «доғала уяу булығыҙ».
Һүҙмә-һүҙ «тыштағылар».
Һүҙмә-һүҙ «билдәләнгән ваҡытты түләп алығыҙ».
Йәки «игелекле».
Йәки «йыуаныс».