Колосстарға хат 1:1—29

  • Сәләмләү һүҙҙәре (1, 2)

  • Пауыл Колосстағы ҡәрҙәштәргә имандары өсөн рәхмәт әйтә (3—8)

  • Пауыл, колосстар рухи яҡтан үҫһен, тип доға ҡыла (9—12)

  • Мәсихтең төп роле (13—23)

  • Пауылдың йыйылыш хаҡына тырыш хеҙмәте (24—29)

1  Алла ихтыяры буйынса Мәсих Ғайсаның илсеһе Пауыл һәм ҡәрҙәшебеҙ Тимәти 2  Колосста йәшәгән, Мәсих менән берҙәмлектә булған изгеләргә һәм тоғро ҡәрҙәштәргә яҙалар. Атабыҙ Алланың сикһеҙ игелеге һәм тыныслығы һеҙҙең менән булһын! 3  Һеҙҙең өсөн доға ҡылғанда беҙ һәр ваҡыт Аллаға, Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһына, рәхмәттәр әйтәбеҙ, 4  сөнки беҙ Мәсих Ғайсаға булған иманығыҙ һәм бөтә изгеләргә ҡарата яратыуығыҙ тураһында ишеттек. 5  Ундай иман менән яратыуға һеҙ үҙегеҙ өсөн күктә һаҡланған нәмәләргә өмөтләнгәнгә күрә эйәһегеҙ. Был өмөт хаҡында һеҙ хәҡиҡәт һүҙҙәрен, йәғни һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткәс белдегеҙ. 6  Һеҙгә килеп еткән ошо хәбәр бөтә донъяла ыңғай һөҙөмтәләр бирә һәм тарала. Тап шулай уҡ был хәбәр һеҙ Алланың сикһеҙ игелеге тураһында ишетеп, уның асылына төшөнгән көндән бирле һеҙҙең арала ла ыңғай һөҙөмтәләр бирә һәм тарала. 7  Һеҙ Алланың сикһеҙ игелеге тураһында беҙҙең урынға һеҙгә ярҙам иткән ҡәҙерле хеҙмәттәшебеҙ* Ипафрастан, Мәсихтең тоғро хеҙмәтсеһенән, белдегеҙ. 8  Ул шулай уҡ беҙгә рух ярҙамында үҫкән* яратыуығыҙ тураһында һөйләне. 9  Бына ни өсөн был турала ишеткән көндән бирле һеҙҙең өсөн бер туҡтауһыҙ доға ҡылып, һеҙҙең Алла ихтыяры тураһында теүәл белемгә, ысын аҡыллылыҡҡа һәм рухи нәмәләрҙе аңлауға эйә булыуығыҙҙы һорайбыҙ. 10  Шуларға эйә булһағыҙ, һеҙ Йәһүә хеҙмәтселәренә тейеш булғанса эш итә алырһығыҙ. Шулай итеп һеҙ, изге эштәр ҡылып һәм Алланы тағы ла яҡшыраҡ белеп*, бөтә нәмәлә уға ярай алырһығыҙ. 11  Ҙур ҡөҙрәткә эйә булған Алла, һеҙ сабырлыҡ һәм шатлыҡ менән барыһын да кисереп сыҡһын өсөн, һеҙгә кәрәкле көс-ҡеүәт бирһен. 12  Үҙегеҙҙе яҡтылыҡта йөрөгән изгеләрҙең мираҫын уртаҡлашырға лайыҡлы иткән Атабыҙға рәхмәттәр әйтегеҙ. 13  Ул беҙҙе ҡараңғылыҡ хакимлығынан азат итеп, үҙенең яратҡан Улының Батшалығына күсерҙе. 14  Уның Улының йоломо арҡаһында беҙ азат ителдек, йәғни беҙҙең гонаһтарыбыҙ кисерелде. 15  Ул — күҙгә күренмәҫ Алланың сағылышы, яратылғандарҙың беренсеһе. 16  Уның ярҙамы менән күктәге һәм ерҙәгеләрҙең, күҙгә күренгән һәм күренмәгәндәрҙең һәммәһе: тәхеттәр ҙә, хакимлыҡтар ҙа, хөкүмәттәр ҙә, властар ҙа барлыҡҡа килтерелгән. Барыһы ла уның аша һәм уның өсөн бар ителгән. 17  Ул барыһынан да алдараҡ булған, һәм барыһы ла уның ярҙамы менән яратылған. 18  Шулай уҡ ул — тәндең, йәғни йыйылыштың башы. Ул — бөтә нәмәнең башланғысы, үленән терелтелгәндәрҙең беренсеһе, шулай итеп ул бөтә нәмәлә — беренсе. 19  Алла бөтә тулылыҡтың Мәсихтә йәшәүен теләне, 20  ул уның аша ерҙәге һәм күктәге бөтә нәмәне үҙе менән татыулаштырыуҙы хуп күрҙе. Был татыулашыу уның яфаланыу бағанаһында түгелгән ҡаны арҡаһында мөмкин булды. 21  Элек һеҙ Алланан йыраҡ инегеҙ һәм уның дошмандары булдығыҙ, сөнки тик яуыз эштәр тураһында ғына уйлап йөрөнөгөҙ, 22  ә хәҙер ул һеҙҙе үҙен үлемгә тапшырған заттың тәне аша үҙе менән татыулаштырҙы. Ул быны һеҙ уның алдында изге, тапһыҙ һәм кәмселекһеҙ булһын өсөн эшләне. 23  Тик һеҙгә артабан да иманығыҙға ярашлы итеп йәшәргә, уның нигеҙендә ныҡ торорға, ҡаҡшамаҫ булырға, үҙегеҙ ишеткән һәм бөтә донъяла* иғлан ителгән һөйөнөслө хәбәр биргән өмөттө юғалтмаҫҡа кәрәк. Миңә, Пауылға, ошо һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә ҡушылған да. 24  Хәҙер мин һеҙҙең хаҡҡа ғазап сиккәнемә ҡыуанам. Мин Мәсих ғазаптарын кисерәм, әммә әлегә уның тәне, йәғни йыйылыш хаҡына тулы дәрәжәлә ғазап сикмәнем. 25  Мин ошо йыйылыштың хеҙмәтсеһе булып киттем, сөнки Алла миңә был йөкләмәне* һеҙҙең файҙағыҙ өсөн бирҙе. Ул миңә үҙенең һүҙен тырышып вәғәзләргә ҡушты. 26  Был һүҙ — элекке замандарҙа* йәшерелгән һәм үткән быуындар белмәгән изге сер. Ә хәҙер ошо сер уның изгеләренә асылды. 27  Алла уларға ошо изге серҙе, бөйөк байлыҡты, башҡа халыҡтар араһында белдерергә теләне. Был сер — һеҙҙең менән берҙәмлектә булған Мәсих, уның данын уртаҡлашыуға өмөтөгөҙ. 28  Беҙ, һәр кешене Мәсихтең рухи яҡтан өлгөрөп еткән шәкерте итеп* Алла алдына баҫтырыр өсөн, кешеләрҙе өгөтләп һәм бар аҡыллылыҡ менән өйрәтеп, Мәсих тураһындағы хәбәрҙе вәғәзләйбеҙ. 29  Ошо маҡсатҡа өлгәшер өсөн, уның үҙемдә эш иткән ҡөҙрәтенә таянып, бөтә көсөмдө һалып тырышып эшләйем.

Төшөрмәләр

Йәки «беҙҙең кеүек үк ҡол булған».
Һүҙмә-һүҙ «рухта булған».
Йәки «уның тураһындағы теүәл белемдә үҫеп».
Һүҙмә-һүҙ «күк аҫтындағы барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең барыһы араһында».
Йәки «идарасы булып хеҙмәт итеүҙе».
Йәки «Мәсих менән берҙәмлектә булған һәр кемде рухи яҡтан өлгөрөп еткән кеше итеп».