Илселәрҙең эштәре 8:1—40
8 Шауыл Стифәндең үлтерелеүен хуплай ине.
Шул көндән алып Йәрүсәлимдәге йыйылышты ныҡ эҙәрләй башланылар, һәм илселәрҙән башҡа бөтә шәкерттәр Йәһүҙиә һәм Самария буйлап таралды.
2 Аллаға тоғро кешеләр Стифәнде ерләне һәм ҡайғырып ныҡ иланы.
3 Шул ваҡытта Шауыл йыйылышты юҡ итергә тырышты. Ул йорттарға бәреп инеп, ирҙәрҙе лә, ҡатындарҙы ла һөйрәп сығарып, төрмәгә ташлай ине.
4 Шәкерттәр төрлө ерҙәргә ҡасты һәм унда һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләне.
5 Уларҙың береһе Филип Самария ҡалаһына* килде һәм унда Мәсих хаҡында вәғәзләй башланы.
6 Барыһы ла Филиптың һүҙҙәрен ишетеп һәм ҡылған мөғжизәләрен күреп, уның әйткәндәренә ҙур иғтибар бирҙе.
7 Ен эйәләшкән күп кешенән ҡысҡыра-ҡысҡыра шаҡшы рухтар сыҡты. Шулай уҡ күп кенә паралич һуҡҡан һәм аҡһаҡ кешеләр һауыҡтырылды.
8 Ҡалалағы бөтә халыҡ быға бик шатланды.
9 Самарияла сихырсылыҡ менән шөғөлләнгән Шимун исемле кеше йәшәй ине. Ул ҡала халҡын хайран ҡалдыра һәм үҙен бөйөк тип атай ине.
10 Ябайҙар ҙа, затлылар ҙа — бөтәһе лә уны тыңлап: «Был кеше Алланың бөйөк көсөнә эйә», — тиҙәр ине.
11 Ул оҙаҡ ваҡыт кешеләрҙе сихырсылыҡ менән хайран ҡалдырғанға, улар уға ҡолаҡ һала ине.
12 Әммә улар Алла Батшалығы һәм Ғайса Мәсих исеме хаҡында вәғәзләгән Филипҡа ышанғас, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа һыуға сумдырылды.
13 Шимун да ышанып һыуға сумдырылды. Ул Филип күрһәткән билдәләргә һәм мөғжизәләргә таң ҡалып, уның янынан бер аҙым да китмәне.
14 Йәрүсәлимдәге илселәр, Самария халҡының Алла һүҙен ҡабул иткәнен ишеткәс, уларға Пете́р менән Яхъяны ебәрҙе.
15 Пете́р менән Яхъя килеп, Самария кешеләре изге рух алһын өсөн доға ҡылды.
16 (Хужабыҙ Ғайсаны танып* һыуға сумдырылған булһалар ҙа, уларға рух әле төшмәгән ине.)
17 Пете́р менән Яхъя уларҙың өҫтөнә ҡулдарын ҡуйғас, улар изге рух алды.
18 Шимун, рухтың илселәр ҡулдарын ҡуйғанда бирелгәнен күреп, илселәргә аҡса тәҡдим итте.
19 «Мин ҡулымды ҡуйған һәр кеше изге рух алһын өсөн, миңә лә шул көстө бирегеҙ әле», — тип үтенде ул.
20 Ләкин Пете́р уға: «Көмөшөң үҙең менән бергә юҡҡа сыҡһын! Әллә һин Алланың бүләген аҡсаға һатып алып була тип уйлайһыңмы? — тине. —
21 Һин был эштә ҡатнаша алмайһың, сөнки Алла һинең хәйләкәр йөрәгеңде күрә.
22 Шуға күрә тәүбә ит һәм Йәһүәнән яуыз уйҙарыңды кисереүен ялбарып һора,
23 сөнки күңелең әсе ағыу* менән тулы икәнен һәм гонаһ ҡоло икәнеңде күреп торам».
24 «Һеҙ әйткән нәмәләр башыма төшмәһен өсөн, минең турала Йәһүәгә доға ҡылығыҙ», — тип үтенде Шимун.
25 Унда төплө шаһитлыҡ биргәс һәм Йәһүәнең һүҙен һөйләгәс, Пете́р менән Яхъя кире Йәрүсәлимгә китте һәм юлда барғанда һөйөнөслө хәбәрҙе Самария кешеләренең күп кенә ауылдарында вәғәзләне.
26 Ә Филипҡа Йәһүәнең фәрештәһе: «Йәрүсәлимдән Га́заға төшкән юл буйлап көньяҡҡа табан бар», — тип әйтте. (Был юл сүл аша үтә ине.)
27 Филип шулай эшләне лә. Юлда ул Хәбәшстан* батшабикәһенең* бөтә байлығы өсөн яуаплы булған юғары дәрәжәле хәбәш түрәһен* осратты. Ул Йәрүсәлимгә ғибәҙәт ҡылыр өсөн килгән булған.
28 Ә хәҙер, өйөнә ҡайтып барышлай, үҙенең арбаһында ҡысҡырып Ишағыя пәйғәмбәрҙе уҡып бара ине.
29 Рух Филипҡа: «Арбаны ҡыуып ет», — тине.
30 Филип арба янына йүгереп килде лә, хәбәш түрәһенең Ишағыя пәйғәмбәрҙе уҡығанын ишеткәс: «Уҡығаныңды аңлайһыңмы?» — тип һораны.
31 Түрә: «Берәйһе аңлатып бирмәһә, нисек аңлайым инде?» — тине һәм Филипҡа үҙе янына арбаға ултырырға тәҡдим итте.
32 Ул Яҙмаларҙан ошондай өҙөктө уҡый ине: «Уны һарыҡ кеүек салырға алып барҙылар, бәрәс йөнөн ҡырҡҡанда өнһөҙ булған кеүек, ул да бер һүҙ ҙә әйтмәне.
33 Уны кәмһеттеләр һәм ғәҙел хөкөмдән мәхрүм иттеләр. Уның сығышы тураһында кем һөйләр? Ерҙә уның ғүмере өҙөлдө бит».
34 Түрә Филиптан: «Зинһар, әйтсе, бында пәйғәмбәр кем тураһында һөйләй? Үҙе хаҡындамы, әллә башҡа берәү тураһындамы?» — тип һораны.
35 Филип ошо пәйғәмбәрлектән алып уға Ғайса тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләй башланы.
36 Бер аҙҙан улар һыу буйына килеп етте. Түрә: «Бына бит һыу, һыуға сумдырылырға миңә нимә ҡамасаулай?» — тине.
37 ——*
38 Ул арбаны туҡтатырға ҡушты. Улар икеһе лә һыуға инде, һәм Филип уны һыуға сумдырҙы.
39 Улар һыуҙан сыҡҡас, Йәһүәнең рухы шунда уҡ Филипты алып китте, һәм түрә уны бүтән күрмәне. Ул шатланып юлын дауам итте.
40 Филип иһә Ашдод ҡалаһына килеп сыҡты һәм, Ҡайсарияға барып еткәнсе, һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә ҡалаларҙа вәғәзләне.
Төшөрмәләр
^ Йә, бәлки, «Самария ҡалаларының береһенә».
^ Һүҙмә-һүҙ «Хужабыҙ Ғайсаның исеменә».
^ Йәки «үт».
^ Йәғни Эфиопия.
^ Грек тексында «кәндәки» тигән һүҙ тора. Был — Эфиопияның бер нисә батшабикәһенә бирелгән титул.
^ Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.