Илселәрҙең эштәре 4:1—37

  • Петер менән Яхъя һаҡ аҫтына алына (1—4)

    • Шәкерттәрҙең һаны 5 000-гә етә (4)

  • Илселәр Юғары кәңәшмә алдында (5—22)

    • «Һөйләмәй булдыра алмайбыҙ» (20)

  • Ҡыйыулыҡ тураһында доға ҡылыу (23—31)

  • Шәкерттәр үҙҙәренең милке менән бүлешә (32—37)

4  Пете́р менән Яхъя халыҡ менән һөйләшеп торған арала, улар янына руханиҙар, ғибәҙәтхана башлығы һәм саддукейҙар* килде.  Улар илселәрҙең халыҡты өйрәткәненә һәм Ғайсаның терелеүе хаҡында асыҡтан-асыҡ һөйләгәненә асыуланып,  уларҙы ҡулға алдылар һәм иртәгәһе көнгә тиклем һаҡ аҫтында ҡалдырҙылар, сөнки инде кис еткәйне.  Әммә илселәрҙе тыңлағандарҙың күбеһе уларҙың һүҙҙәренә ышанды, һәм шул кешеләрҙең* һаны яҡынса 5 000-гә етте.  Икенсе көндө Йәрүсәлимдә халыҡ башлыҡтары, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды.  Унда өлкән рухани Ханнан, Ҡаяфас, Яхъя, Искәндәр һәм өлкән руханиҙың бөтә туғандары ла бар ине.  Улар Пете́р менән Яхъяны уртаға баҫтырып: «Быны ниндәй көс менән йә кемдең исеменән эшләнегеҙ?» — тип һораны.  Шунда Пете́р, изге рух менән һуғарылып, былай тине: «Халыҡ башлыҡтары һәм аҡһаҡалдар!  Әгәр ҙә бөгөн беҙҙән аҡһаҡ кеше өсөн ҡылынған изге эш арҡаһында һорау алалар икән һәм был кешене кем һауыҡтырғанын белгегеҙ килә икән, 10  һеҙгә һәм бөтә Исраил халҡына шул билдәле булһын: был кеше һеҙ бағанаға ҡаҙаҡлап үлтергән, әммә Алла терелткән Назаралы Ғайса Мәсихтең исеме менән һауыҡтырылды. Ул һеҙҙең алдығыҙҙа Ғайса арҡаһында һау килеш баҫып тора. 11  Ғайса — „һеҙ, төҙөүселәр, кире ҡаҡҡан таш, ләкин ул иң мөһим мөйөш ташы* булып китте“. 12  Унан башҡа беҙҙе бер кем дә ҡотҡара алмаҫ, сөнки күк аҫтында беҙҙе ҡотҡара алырҙай бүтән исем юҡ». 13  Улар, Пете́р менән Яхъяның ҡыйыулығын* күргәс һәм уларҙың белемһеҙ*, ябай кешеләр икәнен аңлағас, бик ғәжәпләнде. Ләкин һуңынан уларҙың Ғайса менән бергә йөрөгән кешеләр икәнен таныны. 14  Яндарындағы һауыҡҡан кешене күреп, улар бер ҡаршы һүҙ ҙә әйтә алманы. 15  Шуға был ирҙәргә Юғары кәңәшмә залынан сығып торорға ҡушып, кәңәшләшә башланылар: 16  «Был кешеләр менән нимә эшләргә? Улар ысынлап та мөғжизә ҡылды* бит, һәм был бөтә Йәрүсәлим халҡына билдәле булды. Беҙ быны кире ҡаға алмайбыҙ. 17  Әммә бының тураһында халыҡ араһында һүҙ таралмаһын өсөн, уларға янап, бүтән бер кемгә лә был кеше исеменән һөйләмәҫкә ҡушайыҡ». 18  Улар илселәрҙе саҡырып алдылар ҙа Ғайса исеменән бер ни һөйләмәҫкә һәм бер нәмәгә лә өйрәтмәҫкә бойорҙолар. 19  Ләкин Пете́р менән Яхъя былай тип яуап бирҙе: «Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, Алланы түгел, ә һеҙҙе тыңлау Алла ҡаршыһында дөрөҫмө? 20  Беҙ күргәндәребеҙ һәм ишеткәндәребеҙ тураһында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ». 21  Шунда башлыҡтар һәм аҡһаҡалдар, яза бирерлек сәбәп таба алмайынса, тағы бер тапҡыр янап, Пете́р менән Яхъяны сығарып ебәрҙе. Өҫтәүенә, улар халыҡтан ҡурҡа ине, сөнки барыһы ла булған хәл өсөн Алланы данлай ине. 22  (Мөғжизәле рәүештә һауыҡҡан кеше 40 йәштән уҙғайны.) 23  Азат ителгәндән һуң, Пете́р менән Яхъя имандаштарына барып, өлкән руханиҙар һәм аҡһаҡалдар әйткән һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙе. 24  Быны ишеткәс, бөтәһе бергә Аллаға былай тип доға ҡылды: «Хоҙай Тәғәлә, һин күкте, ерҙе, диңгеҙҙе һәм уларҙағы бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергәнһең. 25  Һин изге рух аша үҙеңдең хеҙмәтсең Дауыт бабабыҙҙан бындай һүҙҙәр әйттергәнһең: „Ниңә халыҡтар боларыша һәм ҡәбиләләр буш нәмә ниәтләй? 26  Идарасылар берләштеләр, ерҙәге батшалар Йәһүәгә һәм уның майланғанына* ҡаршы сыҡтылар“. 27  Был ҡалала Һируд менән По́нтий Пилат исраилдар һәм башҡа халыҡ кешеләре менән бергә һин майлаған изге хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы сыҡтылар, 28  һин үҙ ҡөҙрәтең* һәм ихтыярың менән алдан уҡ билдәләп ҡуйған нәмәне эшләр өсөн йыйылдылар. 29  Йәһүә, уларҙың янауҙарын ишет һәм ҡолдарыңа һинең һүҙеңде ҡыйыулыҡ менән вәғәзләргә ярҙам ит. 30  Ҡөҙрәтең менән артабан да ауырыуҙарҙы һауыҡтыр, изге хеҙмәтсең Ғайсаның исеменән артабан да билдәләр һәм мөғжизәләр* күрһәтелһен». 31  Был ҡайнар доғанан һуң улар йыйылған йорт һелкенде, бөтәһенә лә изге рух төштө, һәм улар Алла һүҙен ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй башланы. 32  Иманға килгәндәр араһында берҙәмлек хөкөм һөрҙө*. Уларҙың береһе лә милкен үҙенеке тип әйтмәне, бөтә нәмәләре уртаҡ ине. 33  Илселәр Хужабыҙ Ғайсаның терелеүе тураһында бик уңышлы итеп шаһитлыҡ ҡылды, һәм Алла уларға фатихаһын мул итеп биреп торҙо. 34  Улар араһында мохтаждар булманы, сөнки баҫыуҙары йә йорттары булғандары уларҙы һатып, аҡсаһын 35  илселәргә килтереп бирә ине. Был аҡсалар һәр береһенең ихтыяжына ҡарап бүлеп бирелә ине. 36  Тыумышы менән Кипрҙан булған Йософ исемле либәй ҙә шулай эшләне. Илселәр уны шулай уҡ Барнаб («йыуаныс улы» тип тәржемә ителә) тип тә йөрөтә ине. 37  Ул үҙенең ерен һатып, аҡсаһын илселәргә килтереп бирҙе.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «ирҙәрҙең».
Һүҙмә-һүҙ «мөйөш башы». Матфай 21:42-гә килтерелгән төшөрмәне ҡ.
Йәки «тура һүҙлелеген».
Йәғни йәһүдтәрҙең дини мәктәптәрендә белем алмаған; һүҙ наҙанлыҡ тураһында бармай.
Йәки «ғәжәп билдә күрһәтте».
Йәки «Мәсихенә».
Һүҙмә-һүҙ «ҡулың».
Йәки «алдағыны белгерткән билдәләр».
Һүҙмә-һүҙ «иманға килгәндәрҙең бер йөрәк һәм бер йән ине». Һүҙлектә «Йән» тигән мәҡәләне ҡ.