Илселәрҙең эштәре 28:1—31

  • Мальтала (1—6)

  • Публийҙың атаһы һауыға (7—10)

  • Римға тиклемге юл (11—16)

  • Пауыл Римда еврейҙар менән һөйләшә (17—29)

  • Пауыл 2 йыл ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй (30, 31)

28  Ярға сыҡҡас, беҙ утрауҙың Ма́льта тип аталғанын белдек. 2  Утрау кешеләре беҙгә ғәҙәттән тыш кешелеклелек күрһәтте. Ямғыр яуып, һыуыҡ булғанға, улар усаҡ яғып ебәрҙе һәм барыбыҙҙы ла усаҡ янына саҡырҙы. 3  Пауыл бер ҡосаҡ сыбыҡ йыйып килтерҙе. Уны усаҡҡа һалған саҡта эҫелектән ҡасҡан ҡара йылан шыуышып килеп сыҡты ла уның ҡулына йәбеште. 4  Уның ҡулында ағыулы йылан аҫылынып торғанын күреп, утрау кешеләре үҙ-ара: «Был әҙәм, һис шикһеҙ, кеше үлтереүсе. Диңгеҙҙә батмаһа ла, Ғәҙеллек* уны иҫән ҡалдырманы», — тиеште. 5  Әммә Пауыл йыланды утҡа ҡағып төшөрҙө һәм бер ниндәй зыян күрмәне. 6  Улар, уның ҡулы шешер йә ул ҡапыл йығылып үлер, тип уйлағайны. Әммә оҙаҡ ҡына көткәндән һуң Пауыл менән бер ни булмағанын күргәс, улар үҙ фекерен үҙгәртеп, ул — илаһ, ти башланылар. 7  Шул тирәлә утрау идарасыһы Пу́блийҙың ерҙәре урынлашҡан ине. Ул беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды һәм өс көн буйы ҡунаҡ итте. 8  Пу́блийҙың атаһы тәне янып, эс китеүҙән* яфаланып ята ине. Пауыл уның янына инеп, доға ҡылды ла уға ҡулдарын ҡуйып һауыҡтырҙы. 9  Был хәлдән һуң утрауҙағы бүтән ауырыу кешеләр ҙә Пауыл янына килә башланы, улар ҙа һауыҡтырылды. 10  Улар хөрмәт йөҙөнән беҙгә күп бүләктәр бирҙе һәм утрауҙан киткән сағыбыҙҙа беҙҙе кәрәкле бөтә нәмә менән тәьмин итте. 11  Өс айҙан һуң беҙ морононда «Зевс улдары» тигән биҙәк булған карапҡа ултырҙыҡ та юлға сыҡтыҡ. Ул Искәндәриәнән килеп, утрауҙа ҡышлаған ине. 12  Сираку́заға еткәс, беҙ унда өс көнгә туҡталдыҡ. 13  Шунан юлыбыҙҙы дауам итеп, Ригиумға килеп еттек. Иртәгәһенә көньяҡ еле иҫте, һәм икенсе көндө беҙ инде Путиулда инек. 14  Унда беҙ ҡәрҙәштәрҙе таптыҡ, улар беҙҙе үҙҙәрендә ете көнгә ҡалырға күндерҙе, ә шунан беҙ Римға юлландыҡ. 15  Римдағы ҡәрҙәштәр, килгәнебеҙҙе ишеткәс, беҙҙе ҡаршы алыр өсөн, хатта Аппи баҙарына һәм Өс ҡунаҡханаға тиклем килеп етте. Уларҙы күргәс, Пауыл Аллаға рәхмәт әйтте һәм рухланып китте. 16  Беҙ, ниһайәт, Римға барып еткәндән һуң, Пауылға ғәскәриҙең һағы аҫтында айырым йәшәргә рөхсәт иттеләр. 17  Өс көндән һуң Пауыл үҙенә дәрәжәле еврейҙарҙы саҡырып алды. Улар йыйылғас, ул былай тине: «Ағай-эне, мин халҡыбыҙға һәм ата-бабаларыбыҙҙың йолаларына ҡаршы бер ни ҡылмаһам да, Йәрүсәлимдә мине тотоп алып, римдар ҡулына тапшырҙылар. 18  Улар, минән һорау алғас, үлемгә хөкөм итерлек бер ғәйебем дә булмағанға, мине азат итергә йыйына ине. 19  Еврейҙар быға ҡаршы сыҡҡанға, мин ҡайсарҙың* хөкөмөн талап итергә мәжбүр булдым, әммә быны халҡымды берәй нәмәлә ғәйепләр өсөн эшләмәнем. 20  Шул сәбәпле һеҙҙең менән күрешеп һөйләшергә теләгәйнем, сөнки ошо сылбырҙарҙы Исраил бағлаған өмөт хаҡына йөрөтәм». 21  Улар уға былай тине: «Беҙ Йәһүҙиәнән һинең хаҡта бер ниндәй ҙә хат алманыҡ, унан килгән ҡәрҙәштәр ҙә һинең турала бер насар һүҙ ҙә һөйләмәне. 22  Әммә беҙ был хаҡта нимә уйлағаныңды һинең үҙеңдән ишетергә теләйбеҙ, сөнки, белеүебеҙсә, бөтә ерҙә лә был сектаға ҡаршы сығалар». 23  Улар ҡабат осрашырға һөйләште, һәм билдәләнгән көндө Пауыл йәшәгән өйҙә тағы ла күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем улар менән һөйләште, Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәр китаптарынан Ғайса хаҡында ышаныслы дәлилдәр килтереп, уларға Алла Батшалығын вәғәзләне*. 24  Ҡайһы берҙәре уның һүҙҙәренә ышанды, ә башҡалары ышанманы. 25  Үҙ-ара килешә алмайынса, улар таралыша башланы. Шунда Пауыл уларға былай тине: «Изге рух ата-бабаларығыҙға Ишағыя пәйғәмбәр аша ҡайһылай дөрөҫ әйткән: 26  „Бар ҙа был халыҡҡа әйт: „Тыңлауын тыңларһығыҙ, әммә мәғәнәһенә төшөнмәҫһегеҙ, ҡарауын ҡарарһығыҙ, әммә күрмәҫһегеҙ. 27  Сөнки был халыҡтың күңеле тупаҫланған. Ҡолаҡтары ишетә, ләкин улар тыңламай. Бер ни күрмәҫ һәм ишетмәҫ өсөн, улар күҙҙәрен йомған һәм ҡолаҡтарын ҡаплаған. Шуға күрә улар үҙҙәренән нимә талап ителгәнен аңламай һәм, мин уларҙы һауыҡтырһын өсөн, миңә ҡайтмай“. 28  Шунлыҡтан белеп ҡуйығыҙ: Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр башҡа халыҡтарға ебәрелде, һәм улар уны, һис шикһеҙ, тыңлар». 29  ——* 30  Ике йыл буйы Пауыл үҙе ҡуртымға* алған йортта йәшәне һәм янына килеүселәрҙең барыһын да ҡабул итте. 31  Ул ҡыйыулыҡ менән*, һис ниндәй ҡаршылыҡ күрмәйенсә, Алла Батшалығын вәғәзләне һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсих хаҡында өйрәтте.

Төшөрмәләр

Грекса ди́ке. Бәлки, ғәҙел үс алыу алиһәһе йәки абстракт төшөнсә булараҡ ғәҙеллек күҙ уңында тотолалыр.
Йәки «дизентериянан».
Йәғни цезарҙың.
Йәки «Алла Батшалығы тураһында төплө шаһитлыҡ бирҙе».
Был аят, Изге Яҙма китабының ҡайһы бер тәржемәләрендә булһа ла, төрлө әһәмиәтле боронғо грек ҡулъяҙмаларында осрамай.
Йәғни арендаға.
Йәки «иркен рәүештә; ышаныслы рәүештә»