Илселәрҙең эштәре 27:1—44

  • Пауыл карапта Римға йөҙөп бара (1—12)

  • Карап дауылға эләгә (13—38)

  • Карап емерелә (39—44)

27  Беҙҙе Италияға ебәрергә ҡарар ителгәс, Пауылды һәм тағы бер нисә тотҡондо императорҙың* ғәскәри төркөмөнән булған Ю́лий исемле йөҙ башына тапшырҙылар.  Беҙ Адрамиттан килгән, Азия* порттарына ингән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Тисалуниканан булған македон Арыстарҡ та бар ине.  Икенсе көндө беҙ Сидонда туҡталдыҡ. Ю́лий, Пауылға кешелеклелек күрһәтеп, уға дуҫтарына барырға һәм уларҙың хәстәрлегенән файҙаланырға рөхсәт итте.  Шул ерҙән беҙ диңгеҙгә сыҡтыҡ һәм, ел ҡаршы булғанлыҡтан, Кипрҙың елдән ышыҡ булған яғынан йөҙөп киттек.  Шунан асыҡ диңгеҙ буйлап Киликиә менән Памфи́лия янынан үттек тә Ликиәләге Ми́раға килеп еттек.  Унда йөҙ башы Искәндәриәнән Италияға барған карап табып, беҙҙе шунда ултыртты.  Әллә нисә көн буйы әкрен генә йөҙгәндән һуң, беҙ Книтҡа саҡ барып еттек. Ел кәрәкле йүнәлештә йөҙөргә ҡамасаулағанға, Криттың елдән ышыҡ яғынан йөҙөп, Салмуна янынан уҙҙыҡ.  Ярҙан алыҫ китмәй генә йөҙөп, беҙ ҙур ауырлыҡ менән Ласия ҡалаһы янындағы Гүзәл Ҡултыҡ тип аталған ергә барып еттек.  Байтаҡ ваҡыт уҙҙы, хатта Йолоу көнөнөң ураҙаһы* ла үтеп киткәйне, шунлыҡтан диңгеҙгә сығыу инде ҡурҡыныс ине. Шунда Пауыл бындай кәңәш бирҙе: 10  «Иптәштәр, күреп торам, был сәйәхәтебеҙ йөк һәм карап өсөн генә түгел, ғүмеребеҙ өсөн дә ҡурҡыныс буласаҡ». 11  Ләкин йөҙ башы Пауылдың кәңәшенә ҡолаҡ һалмайынса, капитан менән карап хужаһының һүҙен тыңланы. 12  Был гавань ҡыш сығырға яраҡлы булмағанлыҡтан, күпселек кеше, мөмкин булһа, Фи́никта ҡышлар өсөн, артабан йөҙөргә кәңәш итте. Криттың был гаваненә төньяҡ-көнсығыштан йә көньяҡ-көнсығыштан инергә була ине. 13  Йомшаҡ ҡына көньяҡ еле иҫеп ебәргәс, ниәтебеҙҙе тормошҡа ашыра алырбыҙ тип уйлап, улар якорь күтәрҙеләр ҙә Крит яры буйлап йөҙөп киттеләр. 14  Ләкин тиҙҙән эвракило́н* тип аталған дауыллы ел сығып, 15  карабыбыҙҙы эләктереп алды. Беҙ, елгә ҡаршы тора алмағанлыҡтан, уның ыңғайына йөҙөп киттек. 16  Хатта Ҡауҙа тип аталған бәләкәй генә утрауҙың елдән ышыҡ яғынан йөҙһәк тә, караптың артҡы өлөшөндәге кәмәне* саҡ ҡотҡарып ҡалдыҡ. 17  Кәмәне бортҡа күтәргәс, арҡандарҙы карап аҫтынан үткәреп, карапты бәйләп нығыттылар. Сиртта* һай ергә ултырыуҙан ҡурҡып, диңгеҙселәр елкәнде төшөрҙө, һәм беҙ шул килеш ел ыңғайына йөҙөп йөрөнөк. 18  Көслө ел карабыбыҙҙы бер былай, бер тегеләй ырғытып йөрөткәнгә, икенсе көндө диңгеҙселәр йөктәрҙе диңгеҙгә ташлай башланы. 19  Ә өсөнсө көндө үҙ ҡулдары менән карап ҡорамалдарын да ырғыттылар. 20  Күп көндәр буйы ҡояш та, йондоҙҙар ҙа күренмәне, дауыл һаман ҡоторондо. Ҡотолоуға өмөтөбөҙ бөтөнләй өҙөлдө. 21  Кешеләр инде күптән бер нәмә лә ашамаған ине. Шунда Пауыл тороп, былай тине: «Әгәр ҙә кәңәшемде тыңлап, Криттан китмәгән булһағыҙ, был бәләгә һәм юғалтыуҙарға осрамаҫ инегеҙ. 22  Хәҙер үтенәм: күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, сөнки берәү ҙә һәләк булмаясаҡ, карапты ғына юғалтасаҡбыҙ. 23  Ошо төндә үҙем табынып хеҙмәт иткән Алла миңә бер фәрештәһен ебәрҙе. 24  Ул яныма килде лә: „Ҡурҡма, Пауыл, һин ҡайсар* алдына барып баҫырға тейешһең. Һинең хаҡҡа Алла һинең менән йөҙөп барғандарҙың барыһын да ҡотҡарасаҡ“, — тине. 25  Шуға күрә күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Мин Алла нисек әйтһә, тап шулай буласағына ышанам. 26  Беҙҙең карап берәй утрау янында һай ергә барып ултырасаҡ». 27  Ун дүртенсе төн етте, ә ел беҙҙе һаман да А́дрия диңгеҙе* буйлап тегеләй-былай йөрөтә ине. Төн уртаһында диңгеҙселәр ҡоро ергә яҡынлашып барғаныбыҙҙы аңланы. 28  Улар һыуҙың тәрәнлеген үлсәгәйне, 20 сажин* булып сыҡты. Бер аҙҙан улар тағы үлсәне, һәм тәрәнлек инде 15 сажин* ине. 29  Карап ҡаяларға барып бәрелер тип ҡурҡып, улар караптың ҡойроҡ яғынан дүрт якорь ташланы һәм түҙемһеҙләнеп көн тыуыуын көттө. 30  Диңгеҙселәр караптан ҡасыу ниәте менән, якорь төшөрәбеҙ тигән булып, караптың морон яғынан диңгеҙгә кәмә төшөрә башланы. 31  Шунда Пауыл йөҙ башына һәм ғәскәриҙәргә: «Әгәр был кешеләр карапта ҡалмаһа, ҡотола алмаясаҡһығыҙ», — тине. 32  Ғәскәриҙәр шунда уҡ кәмә бауҙарын сабып өҙҙө, кәмә һыуға төшөп китте. 33  Таң атыр алдынан Пауыл барыһын да ашап алырға өндәп, былай тине: «Бына инде 14-се көн һеҙ нимә булырын көтөп борсолаһығыҙ һәм бер ни ашамайһығыҙ. 34  Үҙегеҙҙең файҙағыҙ өсөн үтенеп һорайым, ашап алығыҙ. Берегеҙҙең дә башынан бер бөртөк сәсе лә төшмәҫ». 35  Шулай тигәс, ул икмәк алып, бөтәһе алдында Аллаға рәхмәт әйтте лә уны һындырып ашай башланы. 36  Шул саҡ барыһының да күңеле күтәрелеп китте, һәм улар ҙа ашарға тотондо. 37  (Карапта барлығы 276 кеше* ине.) 38  Ашап туйғандан һуң, улар бойҙайҙы диңгеҙгә ташлап, карапты еңеләйтә башланы. 39  Көн тыуғас, улар яры ҡомло ниндәйҙер ҡултыҡ күрҙеләр, ләкин уның ниндәй ер икәнен таныманылар һәм, булдырып булһа, карапты шул яр буйында туҡтатырға хәл иттеләр. 40  Улар якорҙарҙы сабып өҙөп, уларҙы диңгеҙҙә ҡалдырҙы ла бороу ишкәктәрен ысҡындырҙы. Шунан алғы елкәнде күтәреп, ярға табан йүнәлделәр. 41  Һай ергә эләккәс, карап туҡтаны. Уның мороно ҡуҙғалмаҫлыҡ булып ҡомға батты, ә ҡойроғо тулҡын көсөнән емерелә башланы. 42  Шул саҡта ғәскәриҙәр, береһе лә йөҙөп ҡасып китмәһен өсөн, тотҡондарҙы үлтерергә булды. 43  Ләкин йөҙ башы, Пауылды ҡотҡарып ҡалырға теләп, уларҙы туҡтатты. Ул йөҙә белгәндәргә беренсе булып һыуға һикерергә һәм ярға сығырға ҡушты. 44  Ә башҡаларға, таҡталарға һәм караптың бүтән киҫәктәренә тотоноп, улар артынан йөҙөргә бойорҙо. Шулай итеп барыһы ла иҫән-имен ярға барып етте.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «Августтың».
Йәки «көҙгө ураҙа».
Йәғни төньяҡ-көнсығыш еле.
Ҡотҡарылыу өсөн ҡулланыла алған бәләкәй генә кәмә.
Йәғни цезарь.
А́дрия диңгеҙе хәҙерге Адриатик һәм Ионик диңгеҙҙәрҙе, шулай уҡ Урта диңгеҙҙең Сицилия менән Крит араһындағы өлөшөн үҙ эсенә алған.
Яҡынса 36 м.
Яҡынса 27 м.
Йәки «йән».