Илселәрҙең эштәре 26:1—32
26 Агри́ппа Пауылға: «Һиңә үҙеңде яҡлап һөйләргә рөхсәт ителә», — тине. Шунда Пауыл ҡулын күтәреп, былай тип һөйләй башланы:
2 «Агри́ппа батша, бөгөн еврейҙарҙың ғәйепләүҙәренә яуап биреп, тап һинең алдыңда үҙемде яҡлай алыуыма бик шатмын.
3 Һин бит еврейҙарҙың бөтә йолаларын һәм бәхәсле һорауҙарын яҡшы беләһең. Шуға күрә мине сабырлыҡ менән тыңлауыңды үтенәм.
4 Минең йәштән үк үҙ халҡым араһында һәм Йәрүсәлимдә нисек йәшәгәнем бөтә еврейҙарға билдәле.
5 Улар мине күптән белә, шуға күрә, әгәр теләһәләр, фарисей булғанымды һәм динебеҙҙең иң ҡәтғи тәғлимәтен тотҡанымды дөрөҫләй алалар.
6 Әле мин Алла ата-бабаларыбыҙға биргән вәғәҙәнең үтәлеүенә өмөтләнгәнем өсөн хөкөм алдында торам.
7 Ошо вәғәҙәнең үтәлеүенә өмөт бағлап, беҙҙең 12 ҡәбиләбеҙ ҙә көнө-төнө Аллаға тырышып хеҙмәт итә. Ошо өмөт өсөн, батшам, еврейҙар мине ғәйепләй ҙә.
8 Ни өсөн һеҙ Алланың үлеләрҙе терелтеүен башҡа һыймаҫлыҡ эш тип һанайһығыҙ?
9 Мин дә, Назаралы Ғайсаның исеменә ҡаршы көрәшер өсөн көсөмдән килгәндең барыһын эшләргә тейешмен, тип уйлай инем.
10 Йәрүсәлимдә шундай көрәш алып барҙым да. Өлкән руханиҙарҙан хакимлыҡ алып, күп изгеләрҙе төрмәгә ташланым һәм уларҙы үлтереү өсөн тауыш бирҙем.
11 Мин күп тапҡыр уларҙы, имандарынан баш тартырға мәжбүр итер өсөн, синагогаларҙа язаланым. Асыуым ташып, уларҙы хатта бүтән ҡалаларҙа ла эҙәрләнем.
12 Шундай маҡсат менән мин өлкән руханиҙарҙан вәкәләт алып, Дамаскыға юл тоттом.
13 Юлда китеп барғанда, батшам, көн уртаһында күктән ҡояштан да сағыуыраҡ яҡтылыҡ төшөп, минең һәм юлдаштарымдың тирә-яғын яҡтыртып ебәрҙе.
14 Беҙ бөтәбеҙ ҙә ергә йығылдыҡ, һәм мин бер тауыш ишеттем. Ул тауыш миңә еврей телендә: „Шауыл, Шауыл, ниңә һин мине эҙәрләйһең? Осло таяҡҡа* ҡаршы барып, һин үҙеңә зыян килтерәһең“, — тине.
15 „Һин кем, әфәндем?“ — тип һораным мин. „Мин — һин эҙәрләгән Ғайса, — тип яуап бирҙе ул. —
16 Тор, аяғыңа баҫ. Мин, һине хеҙмәтсем һәм шаһитым итеп һайлар өсөн, һиңә күрендем. Һин әле күргәндәрең һәм мин һиңә күрһәтәсәк нәмәләр* тураһында шаһитлыҡ ҡылырһың.
17 Һине үҙеңдең халҡыңдан да, башҡа халыҡтарҙан да яҡлармын.
18 Мин һине уларға күҙҙәре асылһын өсөн, улар ҡараңғылыҡтан — яҡтылыҡҡа, Шайтан хакимлығынан Аллаға табан боролһондар өсөн ебәрәм. Шулай итеп миңә инаныуҙары арҡаһында гонаһтары кисерелер һәм изге ителгәндәр араһында мираҫ ала алырҙар“.
19 Шунлыҡтан, Агри́ппа батша, мин Ғайсаның ошо илаһи күренештә әйткәненә буйһондом.
20 Тәүҙә мин Дамаск кешеләренә, шунан Йәрүсәлимдә һәм бөтә Йәһүҙиә ерендә йәшәүселәргә, шулай уҡ еврей булмағандарға вәғәзләнем. Мин бөтәһенә лә, тәүбә итегеҙ һәм быны эштәрегеҙ менән иҫбат итеп Аллаға табан боролоғоҙ, тип әйтеп йөрөнөм.
21 Бына шуның өсөн еврейҙар ғибәҙәтханала мине тотоп алып үлтерергә маташты ла.
22 Ләкин Алла ярҙамы менән мин ябайҙарға ла, затлыларға ла һаман да вәғәзләйем. Мин уларға пәйғәмбәрҙәр һәм Муса алдан әйткән нәмәләрҙе генә һөйләйем.
23 Ә улар Мәсихтең ғазап сигергә тейешлеген һәм уның, үленән беренсе булып терелгән зат булараҡ, беҙҙең халҡыбыҙға ла, башҡа халыҡтарға ла яҡтылыҡ хаҡында иғлан итәсәген әйткәндәр».
24 Пауыл әле үҙен яҡлап һөйләп торғанда, Фест ҡысҡырып: «Пауыл, һин аҡылдан шашҡанһың! Ҙур белем һине аҡылдан яҙҙырған!» — тине.
25 Әммә Пауыл әйтте: «Мөхтәрәм Фест, мин аҡылдан яҙманым, ә айыҡ аҡыл менән хаҡ һүҙҙәр һөйләйем.
26 Батшаға быларҙың барыһы ла яҡшы билдәле, шуға күрә мин был хаҡта иркен һөйләй алам. Уның иғтибарынан бер нәмә лә ситтә ҡалмағанына шигем юҡ, сөнки быларҙың береһе лә йәшерен эшләнмәне.
27 Агри́ппа батша, пәйғәмбәрҙәргә ышанаһыңмы? Беләм, ышанаһың».
28 Агри́ппа Пауылға: «Тағы бер аҙҙан һин мине мәсихсе булырға күндерәһең инде», — тине.
29 Пауыл: «Иртәме-һуңмы, һин генә түгел, ә бөгөн мине тыңлағандарҙың барыһы ла минең кеүек булһындар ине, тип Алланан үтенеп һорайым. Әлбиттә, был сылбырҙарҙан тыш», — тип яуапланы.
30 Шунда батша урынынан торҙо, һәм уның менән бергә идарасы*, Бәрникә һәм башҡалар ҙа торҙолар.
31 Сығып барғанда улар: «Был кеше үлемгә хөкөм итерлек йә төрмәгә ултыртырлыҡ бер нәмә эшләмәгән», — тиеште.
32 Агри́ппа Фестҡа: «Әгәр ул ҡайсар* хөкөмөн талап итмәгән булһа, уны азат итеп булыр ине», — тине.
Төшөрмәләр
^ Йәғни, малды ҡыуыр өсөн ҡулланылған осло таяҡ.
^ Йәки «үҙем тураһында күрһәтәсәк нәмәләр».
^ Йәки «прокуратор».
^ Йәғни цезарь.