Илселәрҙең эштәре 23:1—35
23 Пауыл Юғары кәңәшмә ағзаларына ҡараны ла: «Ағай-эне, бөгөнгө көнгә тиклем Алла ҡаршыһында саф выждан менән йәшәнем», — тине.
2 Шунда баш рухани Ханания Пауылдың янында торғандарға уның ауыҙына һуғырға ҡушты.
3 Пауыл уға: «Алла һиңә һуғасаҡ, ағартылған стена! Һин бында мине Ҡанун буйынса хөкөм итер өсөн ултыраһың, ә үҙең, миңә һуғырға әмер биреп, Ҡанунды боҙаһың!» — тип әйтте.
4 Янында торған кешеләр: «Алланың баш руханийын мыҫҡыл итәһеңме?» — тинеләр.
5 Пауыл: «Ағай-эне, мин уның баш рухани икәнен белмәнем, — тине. — „Халҡыңдың башлығын яманлама“ тип яҙылған бит».
6 Пауыл Кәңәшмәнең бер өлөшө — саддукейҙар, икенсе өлөшө фарисейҙар икәнен белә ине, шуға күрә ҡысҡырып: «Ағай-эне, мин — фарисей, фарисей улымын, мине үлеләрҙең терелеүенә ышанғаным өсөн хөкөм итәләр», — тине.
7 Ул шулай тигәс, фарисейҙар менән саддукейҙар араһында бәхәс сыҡты, һәм йыйылғандар икегә бүленде.
8 (Саддукейҙар, терелеү ҙә, фәрештәләр ҙә, рухтар ҙа юҡ, тиҙәр, ә фарисейҙар быларҙың барыһына ышана.)
9 Ҙур ғауға ҡупты. Фарисейҙарҙан булған ҡайһы бер ҡанун белгестәре урындарынан торҙо ла ярһып былай тине: «Беҙ, был кеше бер ниндәй ҙә насар нәмә эшләмәгән, тип уйлайбыҙ. Ә әгәр ҙә уның менән рух йә фәрештә һөйләшкән икән...»
10 Ыҙғыш саманан тыш көсәйгәс, мең башы, Пауылды өҙгөләп ташларҙар тип ҡурҡып, ғәскәриҙәргә уны үҙҙәренең дөйөм ятағына алып китергә ҡушты.
11 Шул төндө Пауылға Хужабыҙ күренеп, былай тине: «Ҡыйыу бул, Йәрүсәлимдә минең турала төплө шаһитлыҡ биргән кеүек, Римда ла шулай шаһитлыҡ бирерһең».
12 Таң атҡандан һуң, еврейҙар бергә йыйылып, яуыз ниәт ҡорҙолар һәм, Пауылды үлтергәнгә тиклем ашап-эсһәк, беҙҙе ҡәһәр һуҡһын, тип ант иттеләр.
13 Ант итеүселәрҙең һаны 40-тан ашыу ине.
14 Улар өлкән руханиҙар менән аҡһаҡалдарға барып, былай тинеләр: «Пауылды үлтергәнгә тиклем берәй нәмә ашаһаҡ, беҙҙе ҡәһәр һуҡһын, тип ант иттек.
15 Шуға күрә һеҙ Юғары кәңәшмә менән бергә мең башынан, Пауылдың эшен яҡшыраҡ тикшергебеҙ килә тигән булып, уны үҙегеҙгә килтереүен һорағыҙ. Беҙ иһә әҙер торорбоҙ һәм бында етеп килгән сағында уны үлтерербеҙ».
16 Ләкин Пауылдың апаһының* улы уларҙың яуыз ниәте тураһында белеп ҡалып, ғәскәриҙәрҙең дөйөм ятағына барҙы ла Пауылға был турала хәбәр итте.
17 Шунда Пауыл йөҙ баштарының береһен саҡырып алды ла: «Был егетте мең башына алып барсы, уның уға әйтәһе һүҙе бар», — тине.
18 Йөҙ башы егетте мең башына килтереп: «Тотҡон Пауыл мине саҡырып алып, ошо егетте һиңә килтереүемде һораны. Ул һиңә нимәлер әйтергә теләй», — тине.
19 Мең башы егетте ҡулынан тотоп, ситкәрәк алып китте лә: «Миңә нимә әйтергә теләйһең?» — тип һораны.
20 Егет былай тип яуап бирҙе: «Еврейҙар, Пауылдың эшен яҡшыраҡ тикшерергә теләйбеҙ тигән булып, иртәгә һинән уны Юғары кәңәшмәгә килтереүеңде һорарға һүҙ ҡуйышҡандар.
21 Ләкин һин уларға ышанма, сөнки 40-тан ашыу кеше һағалап тороп, уға һөжүм итергә йыйына. Улар, уны үлтергәнгә тиклем ашап-эсһәк, беҙҙе ҡәһәр һуҡһын, тип ант иткән. Улар инде Пауылды үлтерергә әҙер, тик һинең уны килтерергә рөхсәт итеүеңде генә көтәләр».
22 Шул саҡ мең башы: «Миңә был хаҡта һөйләгәнеңде бер кемгә лә әйтмә», — тип егетте киҫәтте лә ҡайтарып ебәрҙе.
23 Ул ике йөҙ башын саҡырып алып, уларға бындай әмер бирҙе: «200 ғәскәри, 70 һыбайлы һәм 200 һөңгөсө киске сәғәт туғыҙҙа* Ҡайсарияға барырға әҙер торһон.
24 Пауылға ла аттар әҙерләгеҙ. Уны имен-аман идарасы* Фе́ликсҡа алып барып еткерегеҙ».
25 Ул бындай хат яҙҙы:
26 «Кла́вдий Ли́сийҙан мөхтәрәм идарасы Фе́ликсҡа сәләм!
27 Был кешене еврейҙар тотоп алып, үлтерергә йыйына ине. Ләкин мин ғәскәриҙәрем менән тиҙ генә барып, уны ҡотҡарҙым, сөнки уның Рим гражданы икәнен белеп ҡалдым.
28 Уны нимәлә ғәйепләгәндәрен асыҡларға теләп, мин был кешене уларҙың Юғары кәңәшмәһенә алып барҙым
29 һәм ғәйепләүҙең уларҙың Ҡанунына бәйле икәнен белдем, әммә уны үлемгә йәки төрмәгә дусар итерлек бер ғәйебен дә тапманым.
30 Ләкин миңә был кешегә ҡаршы яуыз ниәт ҡороуҙары тураһында билдәле булды, шуға күрә уны шунда уҡ һиңә ебәрҙем һәм уның ғәйепләүселәренә үҙ ғәйепләүҙәрен һинең алдыңда һөйләп бирергә бойорҙом».
31 Ғәскәриҙәр, үҙҙәренә бирелгән әмер буйынса, төндә Пауылды Антипатрисҡа алып китте.
32 Иртәгәһе көндө улар Пауылды артабан һыбайлылар менән ебәреп, үҙҙәре кире дөйөм ятаҡтарына ҡайтты.
33 Ҡайсарияға килеп еткәс, һыбайлылар хатты идарасыға бирҙе лә Пауылды уның ҡарамағына тапшырҙы.
34 Фе́ликс, хатты уҡығандан һуң, Пауылдан уның ниндәй өлкәнән* булыуын һораны һәм Киликиәнән икәнен асыҡланы.
35 Ул: «Эшеңде ғәйепләүселәрең килгәс ҡарармын», — тине лә Пауылды Һируд һарайында* һаҡ аҫтында тоторға ҡушты.
Төшөрмәләр
^ Йәки «һеңлеһенең».
^ Һүҙмә-һүҙ «төндөң өсөнсө сәғәтендә (ҡояш батҡандан алып)».
^ Йәки «прокуратор».
^ Һүҙмә-һүҙ «провинциянан».
^ Йәки «преторийында».