Илселәрҙең эштәре 18:1—28
18 Шунан Пауыл Афи́нанан китеп, Кәринткә килде.
2 Унда ул Понт ҡалаһында тыуып үҫкән Акил исемле бер еврейҙы һәм уның ҡатыны Прискиланы осратты. Кла́вдий бөтә еврейҙарға Римдан китергә әмер биргәнлектән, улар күптән түгел генә Италиянан килгәйне. Пауыл уларға барып,
3 һөнәрҙәре бер үк булғанға, уларҙың өйөндә туҡталды һәм улар менән бергә эшләй башланы. Һөнәрҙәре сатыр яһау ине.
4 Һәр шәмбе көнө Пауыл синагогала телмәр һөйләне* һәм еврейҙар менән гректарҙы һөйләгәндәренә ышандырҙы.
5 Македо́ниянан Силас менән Тимәти килгәс, Пауыл еврейҙарға Ғайсаның Мәсих икәнлеген иҫбатлап, Алла һүҙен тағы ла күберәк вәғәзләй башланы.
6 Әммә еврейҙар уға ҡаршы сығып, уны мыҫҡыллай ине, шуға күрә Пауыл кейемендәге саңды ҡағып төшөрҙө* лә: «Һеҙ үлемегеҙҙә үҙегеҙ ғәйепле*. Мин ғәйепле түгел, инде башҡа халыҡ кешеләренә китәм», — тине.
7 Ул синагоганан китеп, Аллаға табынған Титас Юсты исемле кешенең өйөнә барҙы. (Уның өйө синагога янында ине.)
8 Әммә синагога башлығы Криспи һәм уның өйөндәгеләрҙең барыһы ла Хужабыҙға ышанды. Шулай уҡ хәбәрҙе ишеткән күп кенә кәринттәр ҙә иманға килеп, һыуға сумдырылды.
9 Төндә Хужабыҙ Пауылға илаһи күренештә: «Ҡурҡма! Һөйләүеңде дауам ит, туҡтама, — тине, —
10 сөнки мин һинең менән, берәү ҙә һиңә һөжүм итеп, зыян килтермәҫ. Был ҡалала миңә ышанасаҡ кешеләр күп».
11 Пауыл кәринттәрҙе Алла һүҙенә өйрәтеп, унда йыл ярым йәшәне.
12 Аха́яла Галлион идара иткәндә*, еврейҙар һүҙ ҡуйышып, Пауылды тотоп алдылар ҙа хөкөм итеү урынына килтереп,
13 идарасыға*: «Был кеше халыҡты законға ҡаршы килгән юл менән Аллаға табынырға өйрәтә», — тинеләр.
14 Пауыл ауыҙын да асып өлгөрмәне, Галлион еврейҙарға былай тине: «Әгәр ҙә һүҙ хоҡуҡ боҙоу йәки ниндәйҙер етди енәйәт тураһында барһа, мин һеҙҙе тыңлар инем.
15 Әммә бәхәсегеҙ һүҙҙәр, исемдәр һәм һеҙҙең законығыҙға бәйле икән, быны үҙегеҙ хәл итегеҙ. Мин ундай эштәрҙә хөкөмсө булырға теләмәйем».
16 Ошо һүҙҙәр менән ул уларҙы хөкөм итеү урынынан ҡыуып ебәрҙе.
17 Шунда улар синагога башлығы Сәстинде тотоп алып, хөкөм итеү урыны алдында туҡмарға тотондолар. Ләкин Галлиондың быға иҫе лә китмәне.
18 Пауыл, унда күпмелер ваҡыт булғандан һуң, ҡәрҙәштәр менән хушлашты ла карапҡа ултырып, Прискила һәм Акил менән Сүриәгә йөҙөп китте. Быға тиклем ул, нәҙер әйткәнгә, Кинхрәйҙә сәсен алдырғайны.
19 Эфесҡа килеп еткәс, Пауыл уларҙы ҡалала ҡалдырҙы ла синагогаға барып, еврейҙар менән әңгәмәләште*.
20 Улар унан тағы бер аҙға ҡалыуын һораһалар ҙа, ул ризалашманы.
21 Пауыл улар менән хушлашып: «Әгәр Йәһүә теләһә, тағы янығыҙға килермен», — тине. Ул Эфестан карапта йөҙөп китеп,
22 Ҡайсарияға килде. Шунан ул Йәрүсәлимгә барып, унда йыйылыш менән осрашты, ә һуңынан Антиухияға юл тотто.
23 Антиухияла күпмелер ваҡыт булғандан һуң, Пауыл тағы юлға сыҡты. Ул, шәкерттәрҙең рухын нығытып, Ғалатия һәм Фригиә ҡалалары аша үтте.
24 Эфесҡа тыумышы менән Искәндәриәнән булған Апалус исемле бер еврей килде. Апалус телгә оҫта, Яҙмаларҙы яҡшы белгән кеше ине.
25 Ул Йәһүәнең юлына өйрәтелгәйне*. Яхъя вәғәзләгән һыуға сумдырылыу тураһында ғына белһә лә, ул изге рух тәьҫирендә, ялҡынланып Ғайса тураһында теүәл һөйләй һәм өйрәтә ине.
26 Апалус синагогала ҡыйыу һөйләй башланы. Уны тыңлағандан һуң, Прискила менән Акил уны үҙҙәренә саҡырып алып, уға Алла юлын тағы ла теүәлерәк итеп аңлатып бирҙе.
27 Апалус Аха́яға барырға йыйына ине, шуға күрә ҡәрҙәштәр ундағы шәкерттәргә хат яҙып, уны яҡты йөҙ менән ҡабул итеүҙәрен һораны. Аха́яға килгәс, ул Алланың сикһеҙ игелеге арҡаһында иманға килгән кешеләргә бик ныҡ ярҙам итте.
28 Ул, Яҙмалар нигеҙендә Ғайсаның Мәсих икәнлеген күрһәтеп, халыҡ алдында еврейҙарҙың яңылышҡандарын ҙур ашҡыныу менән, ышандырырлыҡ итеп иҫбат итә ине.
Төшөрмәләр
^ Йәки «фекер алышты».
^ Был хәрәкәт менән кеше яуаплылыҡты үҙ өҫтөнән төшөрөүҙе күрһәткән.
^ Һүҙмә-һүҙ «Ҡанығыҙ үҙегеҙҙең башығыҙҙа булһын».
^ Йәки «фекер алышты».
^ Йәки «телдән өйрәтелгәйне».