Илселәрҙең эштәре 16:1—40

  • Пауыл үҙе менән Тимәтиҙе ала (1—5)

  • Пауыл илаһи күренештә бер македонды күрә (6—10)

  • Филипиҙа Лидиә мәсихсе булып китә (11—15)

  • Пауыл менән Силасты төрмәгә ташлайҙар (16—24)

  • Төрмә һаҡсыһы һәм уның өйҙәгеләре һыуға сумдырыла (25—34)

  • Пауыл үҙенән ғәфү үтенеүҙәрен талап итә (35—40)

16  Пауыл Дирбегә, ә шунан Листрәгә килде. Унда Тимәти исемле шәкерт бар ине. Уның әсәһе шәкерт булып киткән еврей, ә атаһы грек ине.  Листрәлә һәм Икуниҙа йәшәгән ҡәрҙәштәр Тимәтиҙе маҡтап телгә ала ине.  Пауыл уны үҙе менән алырға теләне, ләкин тәүҙә уны сөннәтләне, сөнки шул ерҙәрҙә йәшәгән бөтә еврейҙар уның атаһы грек икәнен белә ине.  Ҡалалар аша үткәндә улар ҡәрҙәштәргә Йәрүсәлимдәге илселәр менән аҡһаҡалдар ҡабул иткән ҡарарҙарҙы еткерҙе.  Һөҙөмтәлә йыйылыштар иманда нығынды, һәм иманға килеүселәрҙең һаны көндән-көн арта барҙы.  Улар Фригиә менән Ғалатия аша үтте, сөнки изге рух уларҙы Алла һүҙен Азияла* һөйләүҙән тыйҙы.  Шунан, Мисиәгә килеп еткәс, улар Битиниәгә бармаҡсы булды, ләкин Ғайса рух аша рөхсәт итмәне.  Шуға күрә улар Мисиәне үтеп китеп, Труасҡа килделәр.  Төнөн Пауылға илаһи күренеш бирелде: уның алдында бер македон: «Македо́нияға килеп, беҙгә ярҙам ит», — тип ялбарып тора ине. 10  Был күренештән һуң беҙ шунда уҡ Македо́нияға китергә булдыҡ, сөнки Алла беҙҙе һөйөнөслө хәбәрҙе шунда вәғәзләргә саҡырҙы тигән һығымтаға килдек. 11  Труастан беҙ карапҡа ултырып, туп-тура Саматраҡҡа йөҙөп киттек, ә киләһе көндө Ниапулға килеп еттек. 12  Унан беҙ Рим колонияһы һәм Македо́нияның шул өлөшөндәге төп ҡала булған Филипиға юл тоттоҡ. Унда бер нисә көн булдыҡ. 13  Шәмбе көндө беҙ ҡаланан сығып, йылға буйына киттек, доға ҡылыу урыны шундалыр тип уйланыҡ. Йылға буйында беҙ ултырып, унда йыйылған ҡатындар менән һөйләшә башланыҡ. 14  Унда Тиатира ҡалаһынан булған, Аллаға табынған Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Ул ҡыҙыл күк төҫтәге туҡыма һәм кейем һатыусы* ине. Ул беҙҙе тыңлап ултырҙы һәм Пауыл һөйләгәндәрҙе ҡабул итте, сөнки Йәһүә уның йөрәген асты. 15  Үҙе һәм өйөндәгеләре һыуға сумдырылғас, ул ныҡышмалыҡ менән: «Әгәр мине Йәһүәгә тоғро тип һанаһағыҙ, өйөмә килеп, ҡунаҡ булығыҙ», — тип үтенеп, беҙҙе күндерҙе. 16  Бер көндө доға ҡылыу урынына китеп барғанда, беҙгә ен эйәләшкән бер хеҙмәтсе ҡыҙ осраны. Ул, күрәҙәлек итеп, хужаларына күп табыш килтерә ине. 17  Шул ҡыҙ Пауыл менән беҙгә эйәреп: «Был кешеләр — Аллаһы Тәғәләнең ҡолдары. Улар һеҙгә ҡотолоу юлын иғлан итә», — тип ҡысҡырып йөрөнө. 18  Ул күп көндәр шулай эшләне. Ахыр сиктә Пауыл ялҡып китте лә боролоп, рухҡа: «Ғайса Мәсих исеменән һиңә унан сығырға бойорам!» — тине, һәм рух шунда уҡ сыҡты. 19  Ҡыҙҙың хужалары, табыштан мәхрүм ҡалғандарын аңлағас, Пауыл менән Силасты тотоп алдылар ҙа ҡала майҙанына* түрәләргә һөйрәп алып киттеләр. 20  Улар Пауыл менән Силасты ҡала башлыҡтарына* килтереп, былай тинеләр: «Был кешеләр ҡалабыҙҙағы тыныслыҡты боҙа. Улар еврейҙар 21  һәм беҙгә, римдарға, үҙләштерергә лә, үтәргә лә ярамаған йолаларға өйрәтә». 22  Унда йыйылған бөтә халыҡ, асыуҙары ҡабарып, Пауыл менән Силасҡа ҡысҡыра башланы. Ҡала башлыҡтары йолҡҡослап уларҙың кейемдәрен систерергә һәм сыбыҡ менән һуҡтырырға бойорҙо. 23  Уларҙы ныҡ итеп туҡмап, төрмәгә ташланылар һәм төрмә һаҡсыһына уларҙы бик ҡаты һаҡларға бойорҙолар. 24  Шундай бойороҡ алғас, ул уларҙы төрмәнең төпкө бүлмәһенә ябып, аяҡтарын ағас ҡыҫмаға һуғып ҡуйҙы. 25  Төн уртаһындараҡ Пауыл менән Силас Аллаға доға ҡылып, маҡтау йырҙары йырланы, ә тотҡондар уларҙы тыңланы. 26  Ҡапыл ныҡ итеп ер тетрәне, һәм төрмәнең нигеҙе һелкенде. Шунда бөтә ишектәр асылып китте лә, бар тотҡондарҙың да бығауҙары шыуып төштө. 27  Төрмә һаҡсыһы уянып, ишектәрҙең асыҡ икәнен күргәс, тотҡондар ҡасҡан тип уйлап, ҡылысын алды ла үҙ-үҙен үлтерергә теләне. 28  Ләкин Пауыл уға: «Үҙеңә ҡул һалма! Беҙ барыбыҙ ҙа бында!» — тип ҡысҡырҙы. 29  Төрмә һаҡсыһы яҡтыртҡыстар килтерергә ҡушты ла эскә йүгереп керҙе һәм, ҡалтыранып, Пауыл менән Силас алдына тубыҡланды. 30  Ул уларҙы төрмәнән алып сыҡты ла: «Әфәнделәр, ҡотолор өсөн миңә нимә эшләргә?» — тип һораны. 31  «Хужабыҙ Ғайсаға ышан, шул саҡта үҙең дә, өйөңдәгеләр ҙә ҡотолор», — тип яуап бирҙе улар. 32  Пауыл менән Силас Йәһүә һүҙен уға һәм уның өйөндәгеләрҙең барыһына вәғәзләне. 33  Шул төндө төрмә һаҡсыһы уларҙы үҙе менән алып китеп, яраларын йыуҙы. Ә шунан үҙе лә, өйөндәгеләре лә шунда уҡ һыуға сумдырылды. 34  Төрмә һаҡсыһы Пауыл менән Силасты өйөнә алып килеп, уларға табын әҙерләне. Үҙенең өйөндәгеләре менән бергә ул Аллаға ышанғанына бик ныҡ ҡыуанды. 35  Иртәнсәк ҡала башлыҡтары тәртип һаҡсыларын* ебәреп, төрмә һаҡсыһына: «Теге кешеләрҙе иреккә сығар», — тигән хәбәр еткерҙе. 36  Төрмә һаҡсыһы Пауылға: «Ҡала башлыҡтары һеҙҙең икегеҙҙе лә иреккә сығарырға ҡушты. Шуға барығыҙ, иҫән-имен йөрөгөҙ», — тип әйтте. 37  Ләкин Пауыл былай тине: «Беҙҙе, Рим граждандарын, хөкөмһөҙ-ниһеҙ бөтөн кеше алдында сыбыҡ менән һуҡтырып төрмәгә ташланылар, ә хәҙер йәшерен генә азат итәләрме? Юҡ инде, үҙҙәре килеп, беҙҙе сығарһындар!» 38  Тәртип һаҡсылары был һүҙҙәрҙе ҡала башлыҡтарына еткерҙе. Тегеләре, Пауыл менән Силастың Рим граждандары икәнен белгәс, ҡурҡыуға төштө. 39  Ҡала башлыҡтары килеп, уларҙан ғәфү үтенде, шунан уларҙы төрмәнән сығарып, ҡаланан китеүҙәрен һораны. 40  Ләкин Пауыл менән Силас, төрмәнән сыҡҡас, Лидиәнең өйөнә йүнәлде. Унда улар ҡәрҙәштәр менән күрешеп, уларҙы рухландырҙылар ҙа ҡаланан сығып киттеләр.

Төшөрмәләр

Йәки «ҡыҙыл күк буяу һатыусы».
Ҡала майҙанында сауҙа иткәндәр һәм халыҡ йыйындары үткәргәндәр.
Йәки «магистраттарға». Һүҙлекте ҡ.
Йәки «ли́кторҙарҙы». Ликтор — магистрат менән бергә йөрөгән һәм уның күрһәтмәләрен үтәгән рәсми кеше.