Илселәрҙең эштәре 14:1—28
14 Икуниҙа Пауыл менән Барнаб еврейҙарҙың синагогаһына керҙе. Уларҙың тәьҫирле итеп һөйләүенән бик күп еврейҙар һәм гректар Ғайсаның шәкерте булып китте.
2 Әммә ышанмаған еврейҙар башҡа халыҡ кешеләрен ҡәрҙәштәргә ҡаршы ҡотортоп, уларға ҡарата дошманлыҡ уятты.
3 Пауыл менән Барнаб унда байтаҡ ваҡыт булды һәм Йәһүәнән бирелгән хакимлыҡ менән ҡыйыу рәүештә вәғәзләне. Ә Алла, үҙенең сикһеҙ игелеге тураһындағы хәбәрҙе раҫлап, уларға билдәләр һәм мөғжизәләр күрһәтергә көс бирҙе.
4 Ҡала халҡы икегә бүленде: берәүҙәре — еврейҙар яҡлы, ә икенселәре илселәр яҡлы булды.
5 Башҡа халыҡ кешеләре һәм еврейҙар үҙҙәренең башлыҡтары менән, илселәрҙе кәмһетеп, таш менән бәреп үлтерер өсөн, уларға һөжүм итергә ниәтләне.
6 Быны белеп ҡалғас, Пауыл менән Барнаб ҡасып китте. Улар Ликәүниәләге Листрә менән Дирбе ҡалаларына һәм шул тирәләге ерҙәргә барып,
7 унда һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүҙәрен дауам итте.
8 Листрәлә тыумыштан ғәрип булған, аяҡтары йөрөмәгән бер кеше йәшәй ине.
9 Ул Пауылдың һөйләгәндәрен тыңлап ултырҙы. Пауыл уға туп-тура ҡарап, уның иманы барлығын һәм һауыға алыуын күрҙе лә
10 ҡысҡырып: «Аяғыңа баҫ!» — тине. Тегеһе һикереп торҙо ла йөрөй башланы.
11 Кешеләр, Пауылдың нимә эшләгәнен күргәс, ликәүни телендә: «Илаһтар кеше ҡиәфәтенә инеп, яныбыҙға төштө!» — тип ҡысҡыра башланы.
12 Улар Барнабты — Зевс тип, ә Пауылды Гермес тип атаны, сөнки күбеһенсә Пауыл һөйләне.
13 Ҡала ҡапҡаһы алдында урынлашҡан Зевс ғибәҙәтханаһының руханийы, халыҡ менән бергә ҡорбандар килтерергә теләп, ҡапҡа янына үгеҙҙәр һәм япраҡтан үрелгән таждар килтерҙе.
14 Ләкин илселәр, Барнаб менән Пауыл, был хаҡта ишеткәс, өҫтәрендәге кейемдәрен йыртып ебәрҙе лә халыҡ араһына ташланып, былай тип ҡысҡыра башланы:
15 «Нимә эшләйһегеҙ? Беҙ бит һеҙҙең кеүек үк кешеләр. Һеҙ файҙаһыҙ нәмәләрҙе кире ҡағып, күк, ер, диңгеҙ һәм ундағы бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергән тере Аллаға табан боролһон өсөн, беҙ һеҙгә һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләйбеҙ.
16 Элек ул бөтә халыҡтарға үҙ юлдары менән йөрөргә ирек биргән.
17 Шулай ҙа, изгелектәр эшләп, үҙе тураһында шаһитлыҡ биреүҙән туҡтамаған: ул һеҙгә күктән ямғырҙар яуҙырып, үҙ ваҡытында мул уңыш биргән, һеҙҙе ризыҡ менән туйындырған һәм күңелдәрегеҙҙе шатлыҡ менән тултырған».
18 Ошо һүҙҙәр менән улар саҡ-саҡ халыҡты үҙҙәренә ҡорбан килтермәҫкә күндерҙе.
19 Ләкин һуңынан Антиухия менән Икуниҙан еврейҙар килеп, халыҡты Пауылға ҡаршы ҡотортто. Шунан уны таш менән бәргесләнеләр ҙә, үлде тип уйлап, ҡала ситенә һөйрәп сығарып ташланылар.
20 Уның янына шәкерттәр йыйылғас, ул торҙо ла ҡалаға керҙе, ә иртәгәһенә Барнаб менән Дирбегә китте.
21 Шул ҡалала һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләп, күптәрҙе шәкерт иткәндән һуң, улар кире Листрә, Икуни һәм Антиухияға китте.
22 Унда улар шәкерттәрҙең рухын нығытып һәм уларҙы иманда ныҡ булып ҡалырға өндәп: «Алла Батшалығына инерҙән алда, беҙ күп ғазаптар аша үтергә тейеш», — тине.
23 Бынан тыш, улар һәр йыйылышта Аллаға инанған ҡайһы бер ирҙәрҙе аҡһаҡалдар итеп билдәләне һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы Йәһүә ҡулына тапшырҙы.
24 Шунан улар Писидиә аша үтеп, Памфилияға килде
25 һәм, Алла һүҙен Пергелә һөйләгәндән һуң, Атталияға йүнәлде.
26 Ә унан, карапҡа ултырып, Антиухияға киттеләр. (Ошо ҡалала элегерәк уларға Алланың сикһеҙ игелеге буйынса уның эше ышанып тапшырылғайны. Улар шул эште башҡарып ҡайтып килә ине.)
27 Антиухияға килгәс, улар йыйылыш менән осрашып, Алланың үҙҙәре аша нимәләр эшләгәнен һәм бүтән халыҡтарға нисек итеп иман ишеген асҡанын һөйләп бирҙеләр.
28 Улар шәкерттәр менән күп ваҡыт үткәрҙе.