Илселәрҙең эштәре 12:1—25

  • Яҡуптың үлеме; Петер төрмәгә ябыла (1—5)

  • Фәрештә Петерҙе төрмәнән азат итә (6—19)

  • Фәрештә Һирудҡа яза бирә (20—25)

12  Шул ваҡыттарҙа Һируд* батша йыйылыштағы ҡайһы берәүҙәрҙе эҙәрләй башланы.  Ул Яхъяның бер туғаны Яҡупты ҡылыс менән сабып үлтерҙе.  Бының еврейҙарға оҡшағанын күргәс, ул Петерҙе лә ҡулға алды. Был Сөсө икмәк байрамы ваҡытында булды.  Һируд Петерҙе тотоп алып, төрмәгә ташланы һәм дүртәр ғәскәриҙән торған дүрт төркөмгә уны һаҡларға ҡушты. Ул Петерҙе Ҡотҡарылыу байрамынан һуң халыҡ алдына сығарырға* йыйына ине.  Петерҙе төрмәлә һаҡ аҫтында тоттолар, ә йыйылыш уның өсөн Аллаға ҡайнар доғалар ҡылды.  Һируд Петерҙе халыҡ алдына сығарырға йыйынған көндөң алдындағы төндә Пете́р ике ғәскәри араһында уларға сылбыр менән бығауланған килеш йоҡлай ине, ә ишек төбөндә һаҡсылар тора ине.  Ҡапыл Йәһүәнең фәрештәһе хасил булды, һәм тирә-яҡ яҡтырып китте. Ул Петерҙе ҡабырғаһына төртөп уятты ла: «Тор тиҙерәк», — тине, һәм Петерҙең ҡулдарынан сылбырҙар шыуып төштө.  «Билеңде быу ҙа* аяғыңа кей», — тине уға фәрештә. Пете́р шулай эшләне лә. Шунан фәрештә: «Өҫ кейемеңде кей ҙә миңә эйәр», — тине.  Пете́р, фәрештә ҡылған был эштәрҙең ысынбарлыҡта булыуын аңламайынса, уның артынан китте. Ул, илаһи күренеш күрәм, тип уйланы. 10  Улар беренсе ҡарауыл һағын, шунан икенсеһен үтте лә ҡалаға сыҡҡан тимер ҡапҡа янына килде. Ҡапҡа үҙенән-үҙе асылып китте. Улар сығып, бер урам буйлап киткәс, фәрештә кинәт күҙҙән юғалды. 11  Шунда Пете́р нимә булғанын аңлап ҡалды ла: «Хәҙер мин теүәл беләм: Йәһүә, мине Һируд ҡулынан һәм еврейҙар ниәтләгән бар нәмәнән ҡотҡарыр өсөн, үҙенең фәрештәһен ебәргән», — тине. 12  Быны аңлағас, ул Марк тип йөрөтөлгән Яхъяның әсәһе Мәрйәмдең йортона йүнәлде. Унда күп кеше йыйылып, доға ҡыла ине. 13  Пете́р ҡапҡаға туҡылдатҡас, Рүдә исемле хеҙмәтсе ҡыҙ килеп сыҡты. 14  Петерҙең тауышын таныу менән, ул шатлығынан ҡапҡаны ла асмайынса, өйгә йүгереп инеп китте лә ҡапҡа янында Пете́р торғанын хәбәр итте. 15  Улар уға: «Аҡылдан яҙҙыңмы әллә?» — тинеләр. Әммә ҡыҙ, ысын шулай, тип ныҡышҡанға, улар: «Ул уның фәрештәһелер», — ти башланы. 16  Ә Пете́р һаман ҡапҡа янында туҡылдатып тора ине. Улар ҡапҡаны асып, уны күргәс, бик ныҡ ғәжәпләнделәр. 17  Пете́р, ҡулы менән ишара яһап, тауышланмаҫҡа ҡушты һәм Йәһүәнең үҙен төрмәнән нисек сығарғанын ентекләп һөйләп бирҙе. Шунан, был хаҡта Яҡупҡа һәм башҡа ир ҡәрҙәштәргә әйтегеҙ әле, тип үтенде лә икенсе урынға китте. 18  Иртәнсәк ғәскәриҙәр араһында шау-шыу ҡупты, сөнки бер кем дә Петерҙең ҡайҙа икәнен белмәй ине. 19  Һируд уны эҙләп табырға тырышып та, таба алмағас, һаҡсыларҙан һорау алды һәм уларға яза бирергә ҡушты. Ә үҙе Йәһүҙиәнән Ҡайсарияға китеп, бер ни тиклем ваҡыт шунда ҡалды. 20  Һирудтың Тир менән Сидон халҡына асыуы сыҡҡайны. Шуға күрә улар бергәләшеп уға килделәр ҙә, батшаның һарай идарасыһы Бластты үҙ яғына ауҙарғандан һуң, татыулашырға теләк белдерҙеләр, сөнки уларҙың өлкәһе аҙыҡ-түлекте батша ерҙәренән ала ине. 21  Билдәләнгән көндө Һируд үҙенең батша кейеменә кейенеп, хөкөм итеү урынына ултырҙы ла улар алдында һүҙ тотто. 22  Бөтәһе лә: «Был кеше тауышы түгел, ә алла тауышы», — тип ҡысҡыра башланы. 23  Тап шул мәлдә Йәһүә фәрештәһе Һирудты, Алланы данламағаны өсөн, ауырыуға дусар итте. Ул ҡортлап, ҡорттан ашалып үлде. 24  Йәһүә һүҙе киң таралды, һәм шәкерттәр һаны артҡандан-артты. 25  Ә Барнаб менән Шауыл, йыйылған нәмәләрҙе Йәрүсәлимгә алып барып еткергәс, үҙҙәре менән Марк тип йөрөтөлгән Яхъяны алды ла кире Антиухияға ҡайтты.

Төшөрмәләр

Йәғни Һируд Агриппа I. Һүҙлектә «Һируд» тигән мәҡәләне ҡ.
Йәки «халыҡ алдында хөкөм итер өсөн сығарырға».
Йәки «кейен дә».