Еврейҙарға 6:1—20

  • «Рухи өлгөргәнлеккә ынтылайыҡ» (1—3)

  • Имандан тайпылғандар Алла Улын йәнә бағанаға ҡаҙаҡлай (4—8)

  • Өмөтөгөҙҙө ныҡ килеш һаҡлағыҙ (9—12)

  • Алланың вәғәҙәһе ышаныслы (13—20)

    • Алланың вәғәҙәһе һәм анты үҙгәрешһеҙ (17, 18)

6  Шуға күрә хәҙер, Мәсих тураһындағы башланғыс тәғлимәттәрҙе артта ҡалдырғас, рухи өлгөргәнлеккә ынтылайыҡ. Төп тәғлимәттәргә — үле эштәрҙән тәүбә итеүгә, Аллаға ышаныуға, 2  төрлө сумдырылыуҙар һәм ҡул ҡуйыу тураһындағы тәғлимәткә, терелеү һәм Алланың мәңгелек хөкөм ҡарарҙары* тураһындағы тәғлимәткә кире ҡайтмайыҡ. 3  Алла бирһә*, беҙ өлгөргәнлеккә өлгәшербеҙ. 4  Бер ваҡыт белем алған, күк бүләгенә, изге рухҡа 5  һәм Алланың ғәжәйеп һүҙенә эйә булған, шулай уҡ киләсәк донъяның* фатихаларын* күргән, 6  әммә һуңынан имандан тайпылған кешеләрҙе яңынан тәүбәгә килтереү мөмкин түгел, сөнки улар Алла Улын йәнә бағанаға ҡаҙаҡлап, уны бөтөн халыҡ алдында мәсхәрә итә. 7  Мәҫәлән, ер йыш ямғырҙар менән туйынып, үҙен эшкәртеүселәргә уңыш биргән саҡта Алла фатихаһын ала. 8  Ләкин унда сәнскәк һәм ҡый үләне үҫһә, ундай ерҙең бер файҙаһы юҡ. Уға ҡарғыш янай, һәм ахыр сиктә ул яндырылыр. 9  Шулай тиһәк тә, ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, беҙ һеҙҙең имандан тайпылғандарға ҡарағанда яҡшыраҡ хәлдә икәнегеҙгә ышанабыҙ, сөнки һеҙ ҡотолоуға илткән эштәр башҡараһығыҙ. 10  Алла ғәҙелһеҙ түгел, шуға күрә ул һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе һәм үҙенең исеменә ҡарата күрһәткән яратыуығыҙҙы — изгеләргә ярҙам итер* өсөн элек һәм хәҙер башҡарған эштәрегеҙҙе онотмаясаҡ. 11  Ләкин беҙ һеҙҙең һәр берегеҙҙең артабан да шундай уҡ тырышлыҡ күрһәтеүен теләйбеҙ. Шулай итеп һеҙ өмөтөгөҙҙө ахырға тиклем ныҡ килеш һаҡларһығыҙ. 12  Ялҡауланмағыҙ, ә иман һәм түҙемлек ярҙамында вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алғандарҙың өлгөһөнә эйәрегеҙ. 13  Ибраһимға вәғәҙә биргәндә Алла, бөйөгөрәк бер кем дә булмағанға, үҙ-үҙе менән ант иткән. 14  Ул: «Мин һине фатихалармын һәм тоҡомоңдо ишәйтермен», — тигән. 15  Ибраһим был вәғәҙәне түҙемлек күрһәткәндән һуң алған. 16  Кешеләр үҙҙәренән бөйөгөрәк берәйһе менән ант итә, һәм уларҙың анттары һәр ҡайһы бәхәсте туҡтата, сөнки әйтелгәнде раҫлай. 17  Шуның шикелле, Алла ла, вәғәҙә ителгәнде мираҫ итеп алыусыларға ниәтенең үҙгәрешһеҙ икәнен тағы ла асығыраҡ күрһәтергә хәл иткәс, үҙенең вәғәҙәһен ант биреп раҫлаған*. 18  Ошо ике үҙгәрешһеҙ нәмәлә* Алла алдай алмай. Улар беҙҙе — унда һыйыныс тапҡандарҙы — рухландыра һәм өмөткә ныҡ тотонорға ярҙам итә. 19  Был өмөт йәнебеҙ* өсөн якорь һымаҡ — ышаныслы һәм ныҡ. Ул беҙҙе шаршау артына алып керә. 20  Унда мәңгегә Мәликсадиҡ шикелле баш рухани булып киткән Ғайса беҙгә ҡәҙәр кергән. Ул унда беҙҙең өсөн юл асырға һәм әҙерләргә тип кергән.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «мәңгелек суд».
Һүҙмә-һүҙ «Алла рөхсәт итһә».
Һүҙлектә «Заман» тигән мәҡәләне ҡ.
Һүҙмә-һүҙ «көстәрен».
Һүҙмә-һүҙ «хеҙмәт итер».
Йәки «ҡыҫылған». Һүҙмә-һүҙ «аралашсы булып киткән».
Был Алланың вәғәҙәһенә һәм антына ҡарай.
Йәки «ғүмеребеҙ».