Еврейҙарға 4:1—16

  • Улар Алланың ял итеү урынына инмәйәсәк (1—10)

  • Алланың ял итеү урынына инергә тырышығыҙ (11—13)

    • «Алла һүҙе тере» (12)

  • Ғайса — бөйөк баш рухани (14—16)

4  Алланың ял итеү урынына* инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙә әлегә үҙ көсөндә булғанға, һаҡ булығыҙ*: берегеҙ ҙә унда инергә лайыҡһыҙ булып китмәһен. 2  Беҙ ҙә бит, улар кеүек, һөйөнөслө хәбәрҙе ишеттек. Ләкин ул уларға файҙа килтермәгән, сөнки уларҙың буйһонған кешеләрҙеке кеүек имандары булмаған. 3  Ә беҙ, иманға эйә булғандар, уның ял итеү урынына инәбеҙ. Буйһонмағандар тураһында иһә Алла: «Шуға мин асыуланып: „Улар минең ял итеү урыныма* инмәйәсәк“, — тип ант иттем», — тигән. Эштәре донъяға нигеҙ һалынған* ваҡытҡа тамамланған булһа ла, шулай тигән. 4  Яҙмаларҙа етенсе көн тураһында ул: «Етенсе көндө Алла үҙенең бөтә эштәренән ял итә башланы», — тип әйткән, 5  шулай уҡ: «Улар минең ял итеү урыныма инмәйәсәк», — тигән. 6  Һөйөнөслө хәбәрҙе тәүгеләрҙән булып ишеткәндәр унда тыңламауҙары арҡаһында инмәгән, ләкин ҡайһы берәүҙәрҙең унда инергә әле мөмкинлектәре бар. 7  Бына ни өсөн ул, оҙаҡ ваҡыттан һуң Дауыттың мәҙхиәһендә «бөгөн» тип әйтеп, ҡабат айырым бер көн билдәләй. Юғарыла: «Их, бөгөн ошолай тип әйтеүсене тыңлаһағыҙ ине: „Үҙһүҙләнмәгеҙ“», — тип әйтелгән ине бит. 8  Әгәр ҙә Йошуа уларҙы ял итеү урынына* килтергән булһа, Алла һуңыраҡ башҡа көн тураһында әйтмәгән булыр ине. 9  Шуға күрә Алла халҡы өсөн шәмбе ялы әле лә ҡала. 10  Алланың ял итеү урынына инеүсе, Алла үҙ эштәренән ял иткән кеүек, үҙ эштәренән ял итә бит. 11  Шунлыҡтан, бөтә көсөбөҙҙө һалып, Алланың ял итеү урынына инергә тырышайыҡ, шул саҡта беребеҙ ҙә шул уҡ тыңламаусанлыҡ юлынан китмәҫ. 12  Алла һүҙе тере, ул ҙур көскә эйә һәм ике яғы ла үткер теләһә ниндәй ҡылыстан да үткерерәк. Ул шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йән* менән рухты*, быуындар менән електе айыра, күңелебеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе һәм теләктәрҙе асып һала. 13  Алланан бер кем дә, бер нәмә лә йәшеренә алмай, ләкин уның күҙҙәре барыһын да асыҡ һәм нисек бар, шулай күрә. Беҙ уның алдында яуап тоторға тейеш. 14  Беҙҙең күккә ингән бөйөк баш руханийыбыҙ Алла Улы Ғайса булғанға, артабан да уға ышаныуыбыҙ тураһында һөйләйек. 15  Сөнки беҙҙең баш руханийыбыҙ йомшаҡ яҡтарыбыҙҙы аңламаған, хәлебеҙгә инә белмәгән зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтә нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы. 16  Шуға күрә, Алла, мәрхәмәт һәм сикһеҙ игелек күрһәтеп, кәрәк ваҡытта беҙгә ярҙам итһен өсөн, әйҙәгеҙ, сикһеҙ игелек тәхетенә яҡынлашайыҡ һәм ныҡлы ышаныс менән Аллаға доға ҡылайыҡ.

Төшөрмәләр

Һүҙмә-һүҙ «ял итеүенә», бында һәм 3-сө аятта.
Һүҙмә-һүҙ «ҡурҡайыҡ».
Һүҙмә-һүҙ «ял итеүемә», бында һәм 5-се аятта.
Күрәһең, Әҙәм менән Һауаның балалары тыуыуы күҙ уңында тотола.
Һүҙмә-һүҙ «ял итеүгә», бында һәм артабан был бүлектә.