Яхъяға бирелгән асылыш 9:1—21
9 Бишенсе фәрештә борғоһон ҡысҡыртты. Шунда мин күктән ергә ҡолап төшкән бер йондоҙҙо күрҙем. Уға упҡындың асҡысы бирелде.
2 Йондоҙ упҡынды асты, һәм унан, ҙур мейестән сыҡҡан кеүек, төтөн күтәрелде. Ул төтөндән ҡояш һәм һауа ҡараңғыланды.
3 Төтөндән ергә ҡара сиңерткәләр сыҡты, һәм уларға ерҙәге саяндарҙыҡы һымаҡ хакимлыҡ бирелде.
4 Уларға ерҙәге үләнгә лә, ағастарға ла, башҡа бер ниндәй үҫемлектәргә лә зыян килтермәҫкә, ә тик маңлайҙарына Алла мисәте һуғылмаған кешеләргә генә зыян итергә ҡушылды.
5 Ҡара сиңерткәләргә кешеләрҙе үлтереү рөхсәт ителмәне, ләкин уларҙы биш ай буйы ғазапларға рөхсәт ителде, һәм был ғазаптар саян саҡҡандағы кеүек булды.
6 Ул көндәрҙә кешеләр үлем эҙләр, әммә тапмаҫ, бик ныҡ үлергә теләрҙәр, ләкин үлем уларҙан ҡасыр.
7 Ҡара сиңерткәләр яуға әҙер торған аттарға оҡшаш ине. Уларҙың баштарында алтын тажға оҡшаған нәмә бар ине, йөҙҙәре — кешенеке,
8 сәстәре — ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы, ә тештәре арыҫландыҡы кеүек ине.
9 Өҫтәренә тимер күкрәксәләр* кейгәндәр ине, ә ҡанаттарының тауышы яуға сапҡан һуғыш арбаларының дөбөрләүен хәтерләтә ине.
10 Шулай уҡ уларҙың саяндарҙыҡы һымаҡ ҡойроҡтары, ә ҡойроҡтарында ҡаяуҙары* бар ине, һәм ҡойроҡтарында кешеләргә биш ай буйы зыян килтереү көсө тупланғайны.
11 Уларҙың батшаһы — упҡын фәрештәһе. Еврейса уның исеме — Абаддон*, ә грекса — Аполлион*.
12 Бер ҡайғы үтте. Уның артынан тағы ике ҡайғы килә.
13 Алтынсы фәрештә борғоһон ҡысҡыртты. Шунда мин Алла алдындағы алтын ҡорбан усағының мөгөҙҙәренән сыҡҡан бер тауыш ишеттем.
14 Тауыш борғо тотҡан алтынсы фәрештәгә: «Бөйөк Евфрат йылғаһы янында бәйле торған дүрт фәрештәне азат ит», — тине.
15 Шунда ошо сәғәт, көн, ай һәм йыл өсөн әҙерләп ҡуйылған дүрт фәрештә кешеләрҙең өстән бер өлөшөн үлтерер өсөн азат ителде.
16 Мин атлы ғәскәрҙәге һыбайлыларҙың һаны 200 миллион* икәнен ишеттем.
17 Мин күргән аттар һәм һыбайлылар ошондай ине: һыбайлыларҙың күкрәксәләре* ҡыҙыл, күк һәм һары төҫтә, аттарҙың баштары арыҫлан башына оҡшаш, ә уларҙың ауыҙҙарынан ут, төтөн һәм көкөрт бөркөлөп тора.
18 Ошо өс ҡазанан — уларҙың ауыҙҙарынан бөркөлгән ут, төтөн һәм көкөрттән — кешеләрҙең өстән бер өлөшө һәләк булды.
19 Аттарҙың көсө — ауыҙҙарында һәм ҡойроҡтарында. Ҡойроҡтары йыландарға оҡшаш һәм баштары ла бар. Шул ҡойроҡтары менән улар кешеләргә зыян килтерә.
20 Ә был ҡазаларҙан һәләк булмаған кешеләр ҡылған эштәренән тәүбә итмәнеләр. Улар ендәргә һәм күрә лә, ишетә лә, йөрөй ҙә алмаған алтын, көмөш, баҡыр, таш һәм ағас боттарға табыныуҙарын дауам иттеләр.
21 Улар кеше үлтереүҙән дә, сихырсылыҡтан* да, аҙғынлыҡтан* да, урлашыуҙан да тәүбә итмәнеләр.

